Инйәр
-9 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
25 Ғинуар 2018, 19:29

Аҫылбаева – аҫыл ҡыҙ

Был аҙнала кемдәрҙеңдер һағынып көтөп алған, ә ҡайһы берәүҙәрҙең башҡа көндәрҙән әллә ни айырылмаған студенттар байрамы үтте. Ҡасан һәм нисек барлыҡҡа килгән был байрам? Тарихи сығанаҡтарҙан был көн тураһында бына нимә белергә мөмкин: 1755 йылда батшабикә Елизавета ҡарары менән Мәскәү дәүләт университеты асыла. Шул көндән алып ул тәүҙә - Татьяна көнө, аҙаҡ университеттың тыуған көнө йәки студенттар көнө тип атала башлай.

Был аҙнала кемдәрҙеңдер һағынып көтөп алған, ә ҡайһы берәүҙәрҙең башҡа көндәрҙән әллә ни айырылмаған студенттар байрамы үтте. Ҡасан һәм нисек барлыҡҡа килгән был байрам? Тарихи сығанаҡтарҙан был көн тураһында бына нимә белергә мөмкин: 1755 йылда батшабикә Елизавета ҡарары менән Мәскәү дәүләт университеты асыла. Шул көндән алып ул тәүҙә - Татьяна көнө, аҙаҡ университеттың тыуған көнө йәки студенттар көнө тип атала башлай.
Бөгөн студенттар йәмғиәтебеҙҙең мөһим бер өлөшөн биләп тора. Улар хаҡындағы «бер төн эсендә ҡытай телен өйрәнә һәм ярты йыллыҡ белемде үҙләштерә» тигән лаҡап бер аҙ шаяртыу булһа ла, дөрөҫлөктән артыҡ ары тормай. Өлгөрлөк буйынса уларға көнләшергә генә ҡала, сөнки бөгөнгө студенттарыбыҙ бер юлы белем алып та, эшләп тә өлгөрә, шул уҡ ваҡытта төрлө сараларҙа ҡатнашырға, тыуған яғына ҡайтып әйләнергә лә форсат таба. Мәҡәләбеҙ геройы ла тап шундайҙарҙың береһе.
Эльвира Аҫылбаева – 3 йыл элек 2-се Архангел мәктәбен уңышлы тамамлап, апаруҡ «студент һурпаһы»н һемереп өлгөргән. Белорет районында донъяға килгән ҡыҙ башланғыс белемде Ғәбдүк ауылында ала. Аҙаҡ ғаиләһе менән Архангел районына йәшәргә күсә. Уҡыуын 4 – 9-сы кластарҙа – Орловкала, 10-11-селә Архангелдә дауам итә. Бөгөн ул – М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының мәктәпкәсә педагогика һәм психология кафедраһы студенты.
Мәктәп йылдарында барлыҡ сараларҙың уртаһында ҡайнаған ҡыҙ, юғары уҡыу йортонда ла үҙен һынатмай. Тәүге йылдарҙан уҡ әүҙем ирекмән булып, ҡаланың балалар приютында кескәйҙәр өсөн ижади дәрестәр уҙғара, Өфөнөң ҡарттар һәм инвалидтар йортонда уҙған концерттарҙа сығыш яһай. Бынан тыш, ирекмән сифатында бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурс-фестивалдәрҙә ҡатнаша. Дөйөм ятаҡ тормошонда ла әүҙем ул. Ойоштороу һәләте Эльвираға төрлө сараларҙы әҙерләүгә булышлыҡ итә. Шул йәһәттән ул дөйөм ятаҡтың Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнеп тора.
Бер үк ваҡытта фәнни-тикшереү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнергә лә ваҡытын таба. Һөҙөмтәлә, уны үҙенең факультетында (3-сө курста дөйөм университеттың) Студенттарҙың фәнде өйрәнеү йәмғиәте рәйесе итеп билдәләйҙәр. Ул ғына ла түгел, Эльвира «Эврика» фәнни клуб етәксеһе булараҡ, студенттарға ғилми мәҡәләләр яҙыша, олимпиадалар, уйындар, осрашыуҙар, конференциялар, шулай уҡ «Фәнгә Start-up» Йәш ғалим мәктәбен ойоштора.
Эльвираның эшмәкәрлеге уҡыу йорто менән генә сикләнмәй. Ул үҙен республика, Рәсәй кимәлендәге төрлө форум, проекттарҙа, фестивалдәрҙә һынап ҡарай. Мәҫәлән, Бөтә Рәсәй йәштәр белем биреү форумы (Владимир ҡалаһы), «Йыл студенты – 2017» бөтә Рәсәй милли премияһының төбәк этабы, XIX Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале (Сочи ҡалаһы), «Смарт-тау» төбәк йәштәр форумы, «Төрки алтыны» II Бөтә Рәсәй йәштәр форумы (Ҡазан ҡалаһы). Был сараларҙа ҡатнашыу өсөн ысын мәғәнәһендә лидерлыҡ сифаттарына эйә булырға кәрәк.
Ә бөгөнгө көн студенты ниндәй ул? Был һорауҙы беҙ Эльвираның үҙенә йүнәлтәбеҙ.
– Үҫеш өсөн һәр ваҡыт уҡыу, белем даирәһен киңәйтеү генә етмәй, ә үҙ-үҙеңә талапсан, ҡуйған маҡсаттарыңа ирешә белеү ҙә мөһим. Шуға ла студенттар яуаплы, әүҙем, еңел аралашыусан, түҙемле һәм эшһөйәр булырға тейеш. Ул ғына ла түгел, хәҙерге заманда үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнарға ярамай, донъя кимәлендә фекерләү, эш итеү мотлаҡ, – тип яуапланы ул.
Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тиҙәр бит. Әгәр ҙә үҙеңә ҡарата талапсан булһаң, эштәреңде ныҡышмал башҡарһаң, һөҙөмтәлә, ниндәйҙер уңышҡа өлгәшергә мөмкин. Ә бының серен Эльвира Аҫылбаева бик яҡшы белә.
Альбина Сөләймәнова.
Читайте нас: