Халыҡ өлкәндәрҙе диспансеризациялау сараһында дәррәү ҡатнашты, сөнки район үҙәге алыҫ ҡына — 25 километр аралыҡта ята. Яңы участка терапевы Рәил Илфат улы Ҡунаҡбаев етәкселегендәге биш медицина хеҙмәткәрҙәренән торған берҙәм команда 40 кешене ҡабул итеп, төрлө анализдар: дөйөм ауырыуҙы асыҡлау өсөн (ОАК), ҡан биохимияһы, кеше иммунодефициты вирусын (ВИЧ), йөрәк биопотенциалдары тирбәлешен (ЭКГ) тикшереүҙәре үткәрҙе. Ҡатын-ҡыҙҙар һаулығы, сәләмәт организм өсөн ауырлыҡ һәм үҫеш нисбәте (антропометрия) ҡаралды. Табип-терапевт һөҙөмтәләр буйынса колоректаль яман шеште тикшереү скринингына, (КРР) флюорография һәм маммографияға, табип-неврологка йүнәлтмәләр бирҙе, тейешле дауаланыу курсы тәғәйенләне. Унан тыш, дарыуҙар менән тәьмин итеү һәм планлы дауаханаға һалыу мәсьәләләре хәл ителде.
Һаулыҡ һаҡлауға йүнәлтелгән ошондай сараға ауыл халҡыҡәнәғәт ҡалды.
Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы: — Фельдшер-акушерлыҡ пунктының нимә икәнен ауыл халҡы ғына аңлайҙыр, моғайын. Был медицина ғына түгел. Асылда, ул һәр ауыл өсөн тормош үҙәге. Һәм беҙҙең алда, ғөмүмән, еңел булмаған бурыс тора — 2024 йылдың аҙағына тиклем иҫкергән фәм файҙаһыҙ хәлгә килгән фельдшер-акушерлыҡ пункттарын алмаштырыу планын үҙ өҫтөбеҙгә алдыҡ, улар Башҡортостанда 406.
Юлай Мәзитов, үҙәк район дауаханаһының баш табибы: — Быйыл май айында Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау Министрлығында үткән ултырышта беҙ яңы проекттарҙы яҡланыҡ. Уның йомғаҡтары буйынса, программаға ярашлы, 2030 йылға тиклем ауылдарҙа яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттарын урынлаштырыу планлаштыра.
Рәмзиә Мозафарова, фельдшер-акушерлык пункты мөдире.
Убалар ауылы.