Инйәр
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
29 Август , 12:23

Шәжәрә – ул сал тарихҡа бағыр тәҙрә

Тыуған яҡ һәр кем өсөн ғәзиз, ҡәҙерле. Шуға күрә беҙ уның тарихын яҡшы белергә, тәбиғәтен һаҡларға, кешеләре менән ғорурланырға тейешбеҙ. “Атайсал” социаль проекты сиктәрендә тыуған төйәктәрен һағынып, алыҫ араларҙы яҡын итеп, Аҙау ауылының Ғәлиндар нәҫеле вәкилдәре ошо көндәрҙә “Шәжәрә” байрамына йыйылды.

Шәжәрә – ул сал тарихҡа бағыр тәҙрә
Шәжәрә – ул сал тарихҡа бағыр тәҙрә

Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы: “Башҡортостанда һәм унан ситтә ҙур уңыштарға ирешкән яҡташтарыбыҙ араһында бәләкәй ауылдарҙан һәм ҡалаларҙан сыҡҡан кешеләр бихисап. Әгәр ҙә уларҙың ҡайһылары булһа ла үҙенең йәнтөйәгенә ярҙам итһә, ауылдар, райондар тормошо күҙгә күренеп үҙгәрәсәк.


Жәлил Мөхәмәтйәнов, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе: — Радий Фәрит улы Хәбиров тарафынан башланған “Атайсал” проектын республикала халҡы хупланы. Ошо проект башланғысында ауылдарҙа иман йорттары — мәсеттәр ҡалҡып сыҡты, зыяраттар кәртәләнеп алынды, шулай уҡ ауыл урамдары, ундағы шишмәләр тәртипкә килтерелә, парктар булдырыла, һәйкәлдәр асыла. Был эштәрҙе ауыл халҡына ситтә йәшәгән яҡташтарҙың ярҙамынан тыш, үҙҙәренә генә атҡарып сығыу ауырға тура килер ине. Бына шуға “Атайсал” проекты бик әһәмиәтле тип уйлайым.

Үҙ тамырҙарын барлау, туғандарҙы бергә йыйыу хыялы Радик һәм Рамаҙан Ғәйфулла улдарын, уларҙың тормош иптәштәре Әлфинур Мусавир ҡыҙы һәм Гүзәл Ғәле ҡыҙы Ғәлиндарҙың, был уйҙарын хуплап, ярҙам итеүсе Вәли Әсҡәт улы Ғәлин, Ғәзимә Сәбирйән ҡыҙы Иштуғанова, Нияз Илсур улы Ғөбәйҙуллин һәм башҡа бик күптәрҙең башланғысы, тырышлығы менән томошҡа ашырылды. Шәжәрә байрамын ойоштороуға улар күп көс һалды: илебеҙҙең төрлө тарафтарында йәшәп ятҡан нәҫелдәштәрен табып, саҡырыуҙар ебәрҙе, уларҙы бер ҡорға тупланы. Сараны ойоштороу теләген тәҡдим иткән, уны күтәреп алған һәм ошо осрашыуға килгәндәрҙең барыһы ла оло маҡтауға лайыҡ.

Йыйылыусылар араһында оло быуын кешеләре менән бер рәттән балаларҙың булыуы ла бик ҡыуаныслы. Киләсәк быуын вәкилдәре өсөн ғаилә архивын, ата-олатайҙарҙың фоторәсемдәрен, боронғо ҡомартҡыларҙы, хәтирәләрҙе барлау әйтеп бөткөһөҙ баһаға эйә. Уларҙа быуындар күсәгилешлеге, нәҫел намыҫын һаҡлау нигеҙе, атай-олатайҙарға ҡарата ихтирам тәрбиәләү сағыла. Унан тыш, үҙеңдең шәжәрәңде белеү физиологик күҙлектән дә мөһим, юғиһә ҡан ҡәрҙәштәрен белмәү арҡаһында ете быуынға тиклем бер зат-ырыуҙан булған йәштәрҙең өйләнеүе ихтимал. Һәм, ниһайәт, шәжәрәһен белгән бала затындағы күренекле кешеләргә оҡшарға тырыша.

Шәжәрә байрамының иң төп бурысы – нәҫел тамырҙарын һаҡлау, уны онотмай, ҡоротмай, киләсәккә алып барыу. Йәнә ауылдаштар бергә йыйылыуҙың маҡсаты — хәйер-саҙаҡа йыйыу өсөн ҡумта урынлаштырып, яҡташтар тарафынан ауыл мәсетендә ремонт эштәренә ярҙам ойоштороу ине.

Сараның төп өлөшө ауыл мәктәбендә үтте. Йыйынға килеүселәр иң түрҙәге Ғәлиндар-Ғөбәйҙуллиндар нәҫеленең шәжәрәләре, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, яугирҙәре хаҡында мәғлүмәт, туғандар фотокүргәҙмәһе, әллә күпме быуынды үҙ эсенә алған билдәле шәхестәр менән таныша алды. Илебеҙҙең төрлө тарафтарына таралышҡан яҡындарын берләштергән, зат-ырыуҙы бергә йыйған, нәҫел сылбырын бәйләгән сараға йөҙҙән ашыу ҡан-ҡәрҙәштәр килде. Ғәлиндар вариҫтарын ырыу байрамына иҫ киткес рух күтәренкелеге, иман көсө, туғанлыҡ, берҙәмлек тойғолары берләштерҙе

Сара яуҙан ҡайтмай ҡалған һалдаттарҙың яҡты рухын иҫкә алып, Бөйөк Ватан һуғышында башын һалған ауылдаштарының исемлеге яҙылған һәйкәлгә сәскәләр һалыуҙан, бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителеүҙән башланды.

Мәктәп директоры Рәйлә Шәкир ҡыҙы Сөләймәнова ҡунаҡтарға мәктәп музейына ентекле экскурсия ойошторҙо. Унда ауылдың үткәне һәм бөгөнгөһө, мәктәп тарихы, Бөйөк Ватан һуғышы, тыл һәм хеҙмәт, хәрби хәрәкәт ветерандары, махсус хәрби операция яугирҙәре, нәҫел аралары шәжәрәләре, данлы шәхестәре һәм башҡа өлкәләргә ҡағылышлы бик күп мәғлүмәт тупланған.

Артабан Аллаһы Тәғәләне, изге Ҡөрьәнде данлап, районыбыҙҙың имам-мөхтәсибе Фәнзил хәҙрәт Хисаметдинов мөнәжәт әйтте. Ил, ер именлегенә, хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп, аят уҡынылар. Уларҙың баш-күҙ иҫәнлегенә тип ҡорбанға һыйыр малы салынған. Оҫта хужабикәләр ҡунаҡтарҙы мул табын артына, Ҡорбан ашын ауыҙ итергә саҡырҙылар.

Матур тамашаны БР Халыҡтар дуҫлығы йорто, Республикабыҙҙың халыҡ ижады үҙәге белгесе, режиссер Ғәзимә Иштуғанова йәнле итеп алып барҙы.

Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Азамат Нарбутин ауыл халҡын ҡотлап:

— Башҡорттарҙа, ҡайһы бер башҡа халыҡтарҙағы кеүек үк, нәҫеленең шәжәрәһен төҙөү йолаһы йәшәгән. Башҡорт үҙенең ете быуынына тиклем ата-бабаһының исемен белергә тейеш булған. Һәр нәҫел үҙенең шәжәрәһен ҡәҙерләп һаҡлаған, быуындан-быуынға тапшырған. Үткәнен белгән халыҡтың киләсәге өмөтлө, — тине телмәрендә.

Ғаилә йылына арналған сараға килеүселәрҙе шулай уҡ “Архангел районы яҡташтар Союзы” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе В.Т.Шәрәфетдинова, Оҙондар ауыл хакимиәте башлығы Б.Ғ.Урманцев сәләмләне.

Сәхнәгә бер-бер артлы туғандар күтәрелде. Ғәлиндарҙан Вәли Әсҡәтулла улы, Мәрфуға Шәкир ҡыҙы, Нәғим Сабир улы һәр нәҫелде барлап, барыһы менән дә яҡындан таныштырҙы.

Район мәҙәниәт йортоноң “Хазина” фольклор төркөмөнөң, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Өфө ҡалаһы ҡунағы Фирзинә Абдуллинаның һәм Ғәлиндар араһынан Илнур Сөләймәновтың, Нәғим Ғәлиндың, Нияз Ғөбәйҙуллиндең, Радим Ғәлиндың, Гөлнара Йосопованың дәртле бейеүҙәре, йырлы-моңло бүләктәре тамашасылар тарафынан көслө алҡыштарға күмелде.

Сығыш яһаусыларҙан Аҙауҙың имам-хатибы Хәлил хәҙрәт Садиҡовтың телмәре айырым иғтибарға лайыҡ булды, сөнки ул ауыл тормошона ҡағылышлы тарихта ошо нәҫел араһынан сыҡҡан кешеләрҙең ифрат ҙур эҙ ҡалдырыуын, әлеге көндә лә илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә йәшәп, тыуған яҡтарын онотмауҙары, ярҙамдарынан ташламауҙары хаҡында бәйән итте.

— Пәйғәмбәребеҙ кеше затынан иң һөйкөмлөләре — үҙенең нәҫел-нәсәбен барлаусы, тип әйткән. Шуның өсөн, бөгөн туған-тыумасаларын йыйып, сәләмләшеү ойоштороусылар ҙур сауапҡа насип булды.

Ғәлиндарға килгәндә, улар Аҙауҙа иң ҙур нәҫелдәрҙең береһе булып тора. Араларынан сыҡҡан билдәле шәхестәр бихисап, атап үткәндә, тәү сиратта, әлбиттә, бер нисә китап авторы, ауылдың тарихсыһы, ысын илһөйәре Шәкир ағай Ғәлинды иҫкә төшөрәһең.

Әсҡәтулла ағай Ғәлин бик күп ордендар кавалеры, ауылдың урман хужалығын ҡурсалауға күп көс һалған кеше.

Ғәлиндарҙың шәжәрәһенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе — ауылда эш булдырыусы, уның формалашыуына битараф булмаған шәхес Барый ағай Ғәлин.

Араларынан Усман ағай Ғәлин ауылдың тотҡаһы була, берләштереү, бәләкәс ауылдарҙы бөтөрөү осоронда Аҙауҙы һаҡлап алып ҡалыуға ҙур өлөш индерә.

Районыбыҙ халҡы Өфө ҡалаһында эшләп килгән “Архангел яҡташлығы” йәмәғәт ойошмаһын төҙөүгә күп көс һалған Нурый ағай Сөләймәновты бик яҡшы белә. Ул һәр саҡ ниндәйҙер яңы башланғыстың башында торҙо. Райондың комсомол секретары, партия район комитетының бүлек мөдире булып эшләп, район Советы депутаты итеп һайланып, йәмәғәтселек һәм етәкселек эшмәкәрлегенең уртаһында ҡайнаны. Уның тырыш хеҙмәте юғары баһаланып, миҙалдар менән билдәләнде.
Нәғим Сабир улы Ғәлин Башҡорт дәүләт медицина институтынан һуң Куйбышев (Самара) ҡалаһының хәрби академияһында белем алып, Кавказ аръяғы хәрби округында табип булып хеҙмәт итә. Әлеге көндә тыуған Башҡортостанына ҡайтып, Дәүләкән ҡалаһында шәхси эшҡыуар — үҙенең стоматология клиникаһын асты.

Ринат Миңлеғәли улы Сөләймәнов БДУ-ның филология һәм журналистика факультетын тамамлап, Республика гәзит – журналдарында эшләй, “Юлдаш” радиоһында тапшырыуҙар алып бара, РФ һәм БР журналистар Союзы ағзаһы, — тигән мәғлүмәттәрҙе еткерҙе аҡһаҡал.

Ғаилә йылында ойошторолған байрам һуңында Ғәлиндарҙың нәҫеленән Аҙау ауылының иң оло кешеләренә — Мирзә Усман улы Ғәлинға, Гәрәй Йомадил улы Йосоповҡа, һиғеҙ бала әсәһе, ауылдың ағинәйе Гөлфинә Ғәни ҡыҙы Ғәлинаға, иң йәш быуын вәкиле Илсиә Радим ҡыҙы Ғәлинаға, сараны ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашыусыларға иҫтәлеккә бүләктәр тапшырылды. Шулай уҡ күп балалы йәш ғаиләләр: Айһылыу Мусавир ҡыҙы һәм Салауат Нәжметдин улы (балалары Алина, Нияз, Дарийән), Альбина Сабит ҡыҙы һәм Азамат Нәжметдин улы (Зөлхизә, Юлиә, Сәмирә, Арыҫлан), Альбина Фәнүр ҡыҙы һәм Радим Ғәлиәхмәт улы (Венер Зарина, Илсия) Ғәлиндар тәбрик ителде.

“Атайсал” проекты сиктәрендә уҙғарылған сарала йыйылған аҡса Аҙау ауыл мәсете фондына тапшырылды.

Шәжәрә – ул сал тарихҡа бағыр тәҙрә, тиҙәр бит. Ысынлап та, күмәкләшеп үткәндәргә, атай-олатайҙар йәшәгән замандарға ҡайтҡандай булды бөгөн аҙауҙар. Моғайын, уларҙың йәшәү башланғысы булған Ғөбәйтулла, Ғәлиулла, Сәфиулла, Вәлиулла олатайҙарының, уларҙың быуынын дауам иткән балаларының рухтары ла ҡыуанғандыр.

Нәҫел ағасының тамыры ни тиклем тәрәндә, ни тиклем ныҡ икән, бөгөнгөбөҙ — ышаныслы, киләсәгебеҙ өмөтлө тигән һүҙ. “Нәҫел ағасыбыҙ нығынды, туғанлыҡ көсө арта төштө. Ә был иһә — иң мөһиме. Беҙ бит тамырҙарыбыҙ менән көслөбөҙ!” — тиҙәр Ғәлиндар.

Ғаилә йылында байрамды үткәреүҙә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла: “Архангел районы яҡташтар Союзы” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе В.Т.Шәрәфетдиноваға, Архангел районы хакимиәте башлығы А.З.Сәйетғәлингә, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Д.Р.Хисамоваға, район мәғариф бүлеге начальнигы Л.Т.Сәйғафароваға, район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Р.З.Хәсәноваға, Оҙондар ауыл хакимиәте башлығы Б.Ғ.Урманцевҡа, Аҙау мәктәбе директоры Р.Ш.Сөләймәноваға, шулай уҡ Ғәлиндар нәҫеле вәкилдәренең ойоштороу комитетына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе байрамда ҡатнашыусылар.

Физәлиә Ғәниева.
(автор фотолары)

Автор:Ильмир Кагарманов
Читайте нас: