“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") буйынса йәш һәм социаль эшҡыуарҙарға ярҙам итеү буйынса Рәсәй төбәктәре араһында Башҡортостан беренсе урында.
«Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡатнашыусы Архангел ауылынан Елена Кузнецова Башҡортостан Республикаһы хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау Министрлығы линияһы буйынса үҙенең логопедия кабинетын асыуға 350 мең һум күләмендә адреслы социаль финанс ярҙамы алды. 2023 йылда бүленгән аҡсаны ул махсус мебель һәм ҡорамалдар, офис техникаһы һәм дидактик материал һатып алыуға йүнәлтте.
— Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, муниципалитеттарҙа аҙна һайын эшҡыуарҙар менән «эшҡыуарлыҡ сәғәте» форматында осрашыуҙар үтә. Был «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам итеү» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған бизнесҡа ярҙам итеү өсөн уңайлы инструмент", – тип аңлатма бирҙе үрҙә килтерелгән миҫалға Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.
Елена Кузнецованың махсус дипломы һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында эш стажы бар. 2023 йылда ул үҙенең логопедия кабинетын асырға ҡарар итә. Ярҙам алғас, эшләй башлай һәм бизнесын киңәйтеүҙе планлаштыра.
— Статистика телмәр аппараты етешһеҙлектәре, уның эшмәкәрлеге боҙолған балалар һанының даими үҫеүен билдәләй. Мәктәпкәсә йәштәге бала саҡты һанлаштырыу балаларҙың телмәр үҫешенә кире йоғонто яһай һәм ата-әсәләрҙең, педагогтарҙың өҫтәмә иғтибарын талап итә. Минең проектым — ул кешеләргә файҙа килтереү һәм аныҡ һөҙөмтәне күреү мөмкинлеге, — ти Елена Юрьевна.
— 2024 йылдың тәүге ярты йыллығында Архангел районында бөтәһе 25 «эшҡыуарлыҡ сәғәте» үткәрелде, уларҙа 25 инвестиция проекты ҡаралды. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 180 миллион һум тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта 90 яңы эш урыны булдырыу планлаштырыла, — тип белдерҙе район хакимиәтенең иҡтисад бүлеге мөдире Виктор Пьянов.
Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы: — Хәҙер беҙҙең алда яңы һынау һәм яңы мөмкинлектәр тора. Санкциялар шарттарында элек сит ил компаниялары биләгән урындар бушай. Беҙҙең өҫтөнлөклө бурыс —эшҡыуарҙарға ярҙам итеү. Беҙ бығаса булған ярҙам сараларын һаҡлайбыҙ һәм тағы ла яңыларын өҫтәйбеҙ”, — тип яҙған.
Физәлиә Ғәниева.