Инйәр
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
26 Август , 10:26

Ағалы-ҡустылы алғы һыҙыҡта хеҙмәт итәләр

Бөгөнгө көндә Айытмәмбәт ауылындағы бер ғаиләнән ике егет махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яҡташтар менән күрешеп, яҡындан аралашыу форсаты тейҙе.Улар, ваҡыттарын бүлеп, бер һылыу ғына ҡыҙ эйәртеп, беҙҙең редакцияға килделәр.

Ағалы-ҡустылы алғы һыҙыҡта хеҙмәт итәләр
Ағалы-ҡустылы алғы һыҙыҡта хеҙмәт итәләр

Ағалы-ҡустылы, әрме хеҙмәттәрен тултырып ҡайтҡас, бер-бер артлы Росгвардия хеҙмәткәрҙәре булып хеҙмәт юлын башлайҙар, уңышлы эшләп йөрөйҙәр. Махсус хәрби операция башланыу менән, ағаларының өлкәне үҙенең часынан тәүгеләрҙән булып хәрби хәрәкәт зонаһына юллана. Ошо көндәрҙә уны тағы оҙайлы командировка көтә.

Өлкәне , “Ислам” позывнойлы яугир, 25 йәштә, һүҙгә әүәҫерәк, ағай булараҡ әңгәмәне ул башлай. Үҙе менән таныштыра — ғаиләһе, ата-әсәһе ҡустылары, бер-бөртөк һеңлеһе тураһында айырыуса йылылыҡ һәм ғорурлыҡ менән һөйләй.

— Мин башланғыс кластарҙы үҙебеҙҙең ауылда уҡыным, артабан Өфө ҡалаһының Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге художество гимназияла белем алыуымды дауам иттем. Баш ҡаланың архитектура колледжында төҙөүсе-архитектор һөнәрен үҙләштерҙем. Әрме хеҙмәтен Дондағы Ростовта йыһан ғәскәрҙәрендә үтеп, ҡайтҡас Өфө Росгвардияһының ОМОН часына эшкә урынлашырға булдым, әлеге көндә унда хеҙмәт итәм.

Егеттәрҙең ата-әсәләре ғүмер буйы ауыл ерендә йәшәй. Ғаиләрендә беҙ өс ул һәм бер ҡыҙ үҫтерәләр. Балаларында һәр саҡ тыуған ергә, хеҙмәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләйҙәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үткән йылда ғәзиз әсәйҙәре ауыр сиргә дусар булып, яҡындарын мәңгелеккә ташлап китә.

— Беҙгә, айырыуса атайыма, ныҡ ҡыйын булды, сөнки әсәйебеҙ мәрхүм, беҙ ут эсендә тигәндәй. Ә шулай ҙа ул бирешмәҫкә тырыша, әлеге мәлдә беҙҙе ҡаршы алып, оҙатып ҡуя. Атайымдың бала саҡ хыялын — хәрби булыуҙы, беҙ тормошҡа ашырҙыҡ (уның һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәнлектән хыялы тормошҡа ашмай) тиһәк тә мөмкин. Үҙе мәктәптә военрук булып эшләне.

Хәрби операция зонаһына ебәрелгәнсе, тәүҙә учебкала булдыҡ. Беҙҙең отряд хәүефле участоктарҙың береһендә урынлашҡан. Унда төрлө эштәр менән булышырға тура килә — шулай уҡ тәртип һаҡлау, диверсия һәм миналарҙан таҙартыу буйынса төрлө сараларҙа ҡатнашабыҙ.

Сик буйы территорияларының урындағы халҡы, даими ут аҫтында йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, бик ярҙамсыл, яҡшы мөнәсәбәттә. Урындағы халыҡҡа килгәндә, уларҙың араларында төрлөләре — шулай уҡ ярҙам итеп торғандары, теләктәшлек белдергәндәре бар, барлыҡ был хәлдәргә шик менән ҡарағандары, күҙәткәндәре һәм, йәшерен-батырын түгел, күрә алмағандары, хәүеф тыуҙырғандары ла етерлек.

Ҡорал менән тулыһынса тәьмин ителгәнбеҙ. Хеҙмәттәштәребеҙ менән бер-беребеҙгә терәк булырға тырышабыҙ, хәҙер инде беҙ үҙебеҙ йәш һалдаттарҙы өйрәтәбеҙ. Көнкүреш шарттарына килгәндә, аҙыҡ-түлек менән дә барыһы ла һәйбәт — ялан кухняһы ла бар, үҙебеҙ ҙә бешерәбеҙ, ҡайһы ваҡытта һатып та алабыҙ. Гуманитар ярҙамды даими рәүештә алып торабыҙ, бының өсөн ауылдаштарға, яҡташтарға рәхмәт белдерәбеҙ, — ти, ир-егеттәр иңенә төшкән бурысын намыҫ менән үтәүсе һалдат.

Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк: бер туғандарҙан өсөнсө ҡустылары әлеге мәлдә Рязань ҡалаһының ВДВ часында хәрби хеҙмәтен тултыра, ә иң кесе һеңлеләренә килгәндә — ул юридик колледжын тамамлап, полиция өлкәһендә эшләп йөрөй.

Егеттәрҙең кесеһе һөйләшеүҙә тыйнағыраҡ, уға ни бары 23 кенә йәш, ә шулай ҙа уның һәр һүҙе үлсәүле, фекере етди:

— Мин шулай уҡ Айытмәмбәттә, артабан Оҙондарҙа уҡыным. Әрме хеҙмәтен Тверь ҡалаһының артиллерия ғәскәрҙәрендә үттем. Унан ҡайтҡас, Өфө ҡалаһының полиция бүлегенә эшкә урынлаштым. 2022 йылдың көҙөндә хәрби комиссариатҡа үҙ теләгем менән барҙым һәм контракт төҙөнөм. Әлбиттә, әсәйем һәм туғандарым ҡаршы булды, өгөтләп тә ҡаранылар. Әммә мин үҙемдең ҡарарымдан ҡайтманым, контракт буйынса Украина территорияһына юлландым, башта учебкала булдыҡ. Бөгөнгө көндә мин һөжүм итеү төркөмөндә, — ти “Башҡорт” позывнойлы яугир.

Уҙған йылда, ҡаты алыш барғанда, райондашыбыҙ иптәшенең ғүмерен ҡотҡарам тип ҡаты яралана һәм туғыҙ ай дауамында госпиталдә дауалана.

— Беҙҙең ВДВ-ның 56-сы полкы ҡаты алыштарҙа булды. Һуғыштан һуң ял бирәләр, бер аҙҙан ҡабат алғы һыҙыҡҡа, һәм һиңа тағын ҡурҡыныс, ләкин тиҙҙән ҡабат өйрәнәһең Әммә һуғыш-һуғыш инде, яуҙаш дуҫтарҙы юғалтыуы ауыр. Иптәштәремә әйләнгәндәр һәм һәләк булғандар мәңгелек иҫтә һаҡланасаҡ. Әле мине яу яланында яҡташтарым, дуҫтарым көтә. Унда булған һәр кем тиҙерәк был һуғыштың тамамланыуын теләй. Ғәзиздәрен көткән әсәйҙәргә, ҡатындарға, балаларға сабырлыҡ һәм үҙҙәрен һаҡлауҙарын теләйем. Һәм, иң мөһиме, миңә рухи яҡтан ярҙам итеүсе яҡындарыма, туғандарыма ҙур рәхмәтлемен, — ти “Башҡорт”.

Яҡташыбыҙҙы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә кешеләрҙе ҡотҡарыуҙа фиҙакәрлек, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткәне, хәрби хеҙмәт бурысын үтәгәндә ҡыйыу һәм тәүәккәл эш иткәне өсөн Батырлыҡ ордены менән бүләкләйҙәр. Был хаҡта ул һүҙ араһында ғына әйтеп үтте, ә ысынында әһәмиәте буйынса Батырлыҡ ордены Рәсәй Геройы алдында сиратта тора.

Улар менән килгән мөләйем, йәш кенә Алтынай исемле ҡыҙ — кесе туғанының һөйгән йәре. Ике йыл дауамында дуҫлашып йөрөйҙәр икән. Әлеге көндә ул республикабыҙҙың медицина колледждарының береһендә шәфҡәт туташы һөнәрен үҙләштерә. Һәм, әлбиттә, ул да һөйгәне артынан “ҡыҙыу нөктәгә” юлланырға теләй.

Махсус хәрби операция тураһында төрлө фекер ишетергә тура килә, шуға ла ут эсендә йөрөп ҡайтҡан яугирҙәрҙән был һуғышҡа ҡарата фекерен белдереүен һораным.

— Ата-бабаларыбыҙ тыуған еребеҙҙе беҙгә мираҫ итеп ҡалдырған икән, тимәк, беҙ уны һаҡларға бурыслы, бөгөнгө көндә ҡурҡып ятып булмай, — тигән фекерҙә бер һүҙҙән ағалы-ҡустылы.

Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары хәрби комиссариатының телефон номеры: 8 (34765) 2-14-78.


Физәлиә Ғәниева әңгәмәләште
(фотолар егеттәрҙең шәхси архивынан )

Автор:Ильмир Кагарманов
Читайте нас: