Инйәр
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
16 Август , 09:59

Яңы стадион — киләсәккә нигеҙ

Физкультурниктар көнөндә районыбыҙ халҡы өсөн күптән көтөлгән ҙур шатлыҡлы ваҡиға – Архангелдә "Үҙәк" стадионы тантаналы асыу сараһы уҙҙы.

Яңы стадион — киләсәккә нигеҙ
Яңы стадион — киләсәккә нигеҙ

Элек ҙур булмаған спорт майҙансығы биләгән урында заманса һәм хәүефһеҙлек талаптарына яуап биргән стадион барлыҡҡа килде. Бында резина йүгереү юлдары, баскетбол, волейбол, футбол өсөн зоналар, көйәрмәндәр өсөн махсус урындар булдырылған. Бөтә эштәр ҙә «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты сиктәрендә этаплап башҡарылды.

Сара райондың спорт командаларының тантаналы йөрөшө менән башланды. Уны «Импульс» балалар ижады һәм спорт үҙәгенең тренер-уҡытыусыһы Илдар Әхмәтйәнов етәкселегендә ирекле көрәш буйынса тәрбиәләнеүселәр асты.

Парадты 1-се һәм 2-се Архангел урта мәктәптәренең үҫмерҙәр һәм ҡыҙҙар йыйылма командалары, баскетбол буйынса финал ярыштарында еңеүселәр һәм призерҙар (тренерҙары Сергей Голубев, Станислав Рубин ) дауам итте.

Район волейболсыларын — 1-се Архангел мәктәбенең үҫмерҙәр (тренер-уҡытыусы Илдар Ҡунаҡбаев) һәм ошо спорт төрө буйынса ир-егеттәр йыйылма командаларын (капитан Айнур Хәсәнов) көйәрмәндәр дүррәү алҡыштар менән ҡаршы алды.

Райондың йәш шахматсыларының (Альберт Рәхимов), «Молот» көрәш клубы, Олимпия резервы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәренең (Азамат Ураҙғолов), район саңғысыларының тигеҙ сафтары парадты дауам итте.

Тантаналы йөрөштә район ветерандар командалары, район һәм район-ара ярыштарының бер нисә тапҡыр еңеүселәре һәм ҡатнашыусылары почетлы тамамлау хоҡуғына эйә булды.

Үҙенең ҡотлау телмәрендә район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин район халҡын ҙур көс һәм аҡса талап иткән стадион төҙөлөшө тамамланыуы һәм уның асылыуын иғлан итеүенә шат булыуын белдерҙе. Ул, шулай уҡ, төбәк Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа бындай программалар булдырыуы өсөн рәхмәт белдерҙе.

— Физкультура һәм тормош эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыларына, тренерҙарға, йәштәр эштәре, физик культура һәм спорт буйынса комитетына, “Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәгенә айырым рәхмәт. Үҫеп килгән быуынға иғтибарығыҙ, хәстәрлегегеҙ һәм хеҙмәтегеҙ илебеҙҙең сәләмәт, әүҙем киләсәген формалаштырыуға булышлыҡ итә.

Барығыҙға ла ныҡлы спорт сәләмәтлеге, ғаилә именлеге, яңы ҡаҙаныштар, уңышлы старттар һәм, әлбиттә, еңеүҙәр теләйем! — тине тантанала Айрат Закир улы.

Район халҡын ошондай мөһим ваҡиға менән район Советы рәйесе Леонид Семенчук та ҡотлап үтте.

Йыйылыусыларҙы шулай уҡ БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары Тимерғәли Ураҙғолов һәм Юлия Краснова, БР-ҙың биатлон буйынса олимпия резервы мәктәбе директоры урынбаҫары, спорт министрлығы вәкиле Юлия Казарьян сәләмләне.
Мәртәбәле ҡунаҡтар райондың алдынғы спортсыларына, тренерҙарына Рәхмәт хаттары, Маҡтау ҡағыҙҙары һәм ГТО билдәләре тапшырҙы.

Ҙур спорт сараһы волейбол, баскетбол, футбол, мас-рестлинг, шахмат, өҫтәл теннисы буйынса ярыштар, шулай уҡ ГТО нормативтарын ҡабул итеү менән дауам итте.

Был көн райондың тарихи йылъяҙмаһына инәсәк. Яңы, заманса объектты "хыял стадионы" тип атарға мөмкин. Ул киләсәккә старт биреп, район халҡы алдында спортты һәм физик культураны үҫтереү өсөн яңы мөмкинлектәр асасаҡ.

Алевтина Тиунова, райондың йәштәр эштәре, физик культура һәм спорт буйынса комитет рәйесе: "Башҡортостан Республикаһында физик культураны, спортты һәм йәштәр сәйәсәтен үҫтереү" проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 2021 йылдан спорт әҙерлеге федераль стандарттары талаптарына ярашлы спорт әҙерлеге программаларын тормошҡа ашырыуға субсидия алабыҙ. Уның сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы йыйылма командаһы составына ингән спортсылар өсөн кәрәкле экипировка һәм инвентарь һатып алыу теләге тормошҡа ашырылды. Был түләүҙәр һәм субсидиялар Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.Ф.Хәбиров һәм БР-ҙың спорт Министрлығы ярҙамында башҡарыла.

 

Физәлиә Ғәниева.

Фото: Ильмира Кагарманова

Автор:Ильмир Кагарманов
Читайте нас: