Инйәр
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
16 Август , 10:20

Ауыл халҡының һаулығын хәстәрләй

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы заявка кампанияһын уңышлы үткәргән һәм федераль бюджеттан беренсел медицина звеноһын үҫтереү өсөн 2024 йылға тиклем 15 миллиард һум аҡса аласаҡ.

Ауыл халҡының һаулығын хәстәрләй
Ауыл халҡының һаулығын хәстәрләй

Юлай Мәзитов, үҙәк район дауаханаһының баш табибы:
— Быйыл май айында БР Һаулыҡ һаҡлау Министрлығында үткән ултырышта беҙ яңы проекттарҙы яҡланыҡ. Уның йомғаҡтары буйынса, программаға ярашлы, 2030 йылға тиклем ауылдарҙа яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттарын урынлаштырыу планлаштыра. Шулай уҡ поликлиниканы ремонтлауға 3,5 миллион һум аҡса һалынасаҡ, тағы бер ашығыс ярҙам автомобиле һәм яңы цифрлы флюрограф алыу көтөлә.

– Шулай итеп, беҙҙең 2024 йылға тиклем ауыл ерендәге һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын тулыһынса яңыртыу мөмкинлегенә эйәбеҙ. Беҙ үҙебеҙҙең ауылдарҙы һаҡлап ҡалырға тырышабыҙ. Ҡайҙа ғына ФАП асылыуында булһам да, был ауыл халҡы өсөн һәр ваҡыт ҙур шатлыҡ. Әлеге эште дауам итергә кәрәк. Төп бурыс – яңы сифатлы фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөү һәм улар өсөн кадрҙар табыу, – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа медицина тармағын үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Яңы дауаханалар, поликлиникалар, фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөлә, улар заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыла.

Ауыл фельдшеры — урындағы халыҡтың күҙ терәп торған кешеһе, сөнки ФАП элек-электән ауыл кешеһе өсөн төп дауалау учреждениеһы булып торған. Абҙан ауылының яңы модулле фельдшер-акушерлык пункты мөдире Эльвира Зиннур ҡыҙы Байгилдина 38 йылдан ашыу ғүмерен ошо изге лә, мәрхәмәтле лә һөнәргә арнаған.

— Мин сал далалары һәм урмандары менән дан тотҡан Йылайыр районының Матрай ауылында тыуып-үҫтем. Урындағы мәктәпте тамамлағас, шәфҡәт туташына уҡыу теләге менән Сибай ҡалаһының медицина училищеһына юлландым. Артабан Өфөлә БДУ-ның — биохимия, БДМУ-ның микробиология факультеттарын тамамлап, табип-биолог һөнәренә эйә булдым, — тип хәтерләй Эльвира ханым.

Хеҙмәт юлын йәш белгес тыуған яғында — Матрай участок дауаханаһында шәфҡәт туташы булып башлай. Ауылдашына кейәүгә сығып, йәштәр яңы ғаилә ҡора. Ике улдары һәм төпсөк ҡыҙҙары Матрайҙа донъяға килә, дөйөм алғанда унда 15 йыл эшләй һәм йәшәйҙәр. Артабан ғаиләһе менән Сибайға күсенәләр һәм Эльвира Зиннур ҡыҙы ҡала дауаханаһы лабораторияһында ике тиҫтәгә яҡын йыл табип-биолог булып эшләй.

Ғаиләлә балалар үҫеп буй еткерәләр, һөнәр алыу ниәте менән бер-бер артлы баш ҡалаға уҡырға инәләр. Күп таныш-белештәре, туғандары ла Өфөгә яҡыныраҡ төпләнә башлай. Күп төрлө уйлағандан һуң, Эльвира ханым да тормош иптәше менән яңғыҙ ҡалған әсәһен үҙҙәре менән алып, Өфөгә күсеп килергә ҡарар итәләр.

Ҡайҙа эшләһә лә ихтирамға лайыҡ, яратҡан медицина хеҙмәткәренә әүерелә Эльвира Зиннур ҡыҙы. Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары ла бихисап. Инде ул ҙур тәжрибә туплаған, үҙ эшенең бар нескәлектәрен яҡшы белгән табип. Баш ҡаланың билдәле “Мать и дитя” клиникаһында башта табип-биолог, артабан гемопатологик бүлеге (“банк стволовых клеток”) мөдире вазифаһын уға ышанып тапшыралар. Республиканың иң билдәле дауаханаһындағы яуаплы урыны, әлбиттә, оҡшай, тик ҡала ығы-зығыһы арыта, һәм ул яҡын-тирәләге райондарҙа эш урыны эҙләй башлай.

— Был яҡҡа мин осраҡлы ғына килеп сыҡтым тиһәм дә була. Инйәр буйына һыу инергә, данлы Абҙан шарламаһында ғаиләбеҙ менән ял итергә булдыҡ. Тәбиғәтенең матурлығына хайран ҡалып, кешеләре менән танышып-һөйләштек, улар ауылда фельдшер юҡлығы, яңы ФАП төҙөлөүе тураһында белдерҙеләр. Элекке ауыл хакимиәте башлығы Айнур Миңнислам улы Хәсәнов беҙҙе ҡуш ҡуллап ҡаршы алды. Шулай итеп үткән йылдың йәйендә беҙ ғаиләбеҙ менән Абҙан ауылында төпләндек, беҙгә өй төҙөргә тип ер бүлеп бирҙеләр, ә мин фельдшер булып яңы ерҙә эш башланым, — ти әңгәмәсем.

Модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты күптән түгел, үткән йылдың октябрь айында Республика көнө байрамы алдынан ғына асыла. Ауыл фельдшеры 980 кешене, шул иҫәптән 18 йәшкә тиклемге 217 баланы хеҙмәтләндерә, араларында ололар ҙа күп. Тап уларға медицина ярҙамы һәр саҡ кәрәк. Киләләр, хәлдәрен белдереп, кәрәкле дауа алып ҡайталар.

Әлбиттә, яңы-яңы инде, уны иҫкеһе менән бөтөнләй сағыштырырлыҡ түгел. Ҙур, йылы, яҡты, эш өсөн кәрәкле бөтә нәмәһе бар, йылы һыуы ағып тора, кешеләр ҙә бик ҡәнәғәт.

Яңы ФАП тулыһынса санитар талаптарға яуап бирә, тейешенсә йыһазландырылған. Сисенеү, ҡабул итеү, процедуралар яһау өсөн айырым бүлмәләр ҡаралған. Бынан тыш, дарыуҙар, медицина ҡалдыҡтарын һаҡлау, стерилләү өсөн айырым бүлмәләр, кескәйҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың сәләмәтлеген тикшереү өсөн махсус мөйөштәр бар. Ноутбук ярҙамында интернет селтәренә тоташып, төбәк мәғлүмәт-аналитик медицина системаһына тоташыу мөмкинлеге лә булдырылған.

— Ауыл халҡы шундай йылы ҡабул итте, кешеләр бик тиҙ өйрәнде, килеүселәр рәхмәттәрен, изге фатихаларын әйтеп ҡайтып китәләр. Мин дә элек-электән үҙемде бында йәшәгән кеүек хис итәм, — тип уртаҡлашты белгес.

Шәхси тормошона килгәндә — тормош иптәше менән бик матур, бәхетле ғүмер кисерәләр. Өлкән улдары Өфөнөң Нефть университетын тамамлап, инженер-геофизик һәнәренә эйә була, әлеге көндә Санкт-Петербург ҡалаһында халыҡ-ара йошмаларының береһендә хеҙмәт итә. Икенсе улдары Сибай тау колледжында белем алып, Мәскәүҙә маркшейдер (геодезия үлсәүҙәрен башҡарыусы белгес) булып уңышлы эшләп йөрөй. Ҡыҙҙары Өфөнөң Дим биҫтәһендәге 161-се лицейҙан һуң быйыл УТЭК студенты булып китә.

Эльвира Зиннур ҡыҙы буш ваҡытын баҡсасылыҡ, ер эшенә бағышлауы, сәскәләр, төрлө емеш-еләктәр үҫтерергә һәм тәрбиәләргә яратыуы хаҡында һөйләне. Бәлки, был уның ауыл мөхитенән сығыуы менән бәйлелер, йәки гендар ҙа үҙҙәрен белгертәлер — атаһы Йылыйыр районының билдәле агрономы Зиннур Ямалетдин улы Бикбов.

Шулай уҡ ғаиләләре менән бергәләп ял итергә, төрлө тарихи урындарҙа булырға, сәйәхәт ҡылырға яратыуҙары тураһында бәйән итте.

Әлеге мәлдә Абҙанда яңы йорт төҙөү менән мәшғүлдәр. Хыялы — балаларын, туғандарын һәм дуҫтарын үҙҙәренең ғаилә усағы янында йыйыу.

Яңы кешене үҙ иткән абҙандар яңы белгес хаҡында тик яҡшы фекерҙә генә. Эльвира Зиннур ҡыҙының хеҙмәте ауылдаштары тарафынан ҙур баһаға лайыҡ:

— Эльвира ханым кеүек фельдшерға беҙҙең ауыл күптән мохтаж ине. Яҡшы белгес, ваҡытын һәм көсөн йәлләмәй көтөн-төнөн кешеләргә ярҙамға ашыға, — ти уның хаҡында Абҙандан Рида Әхмәтова.

Ауылдашының һүҙҙәрен хуплап уға Гөлнара Ғиззатуллина ла ҡушыла:

— Мөләйем, яҡты йөҙө, тәмле һүҙе менән дә бик аҙ ғына ваҡыт эсендә үҙебеҙҙең кешебеҙгә әүерелде. Уның эргәһенә уколдар алдырырға, ҡайһы ваҡыт кәңәш алырға ла кереп сығабыҙ.

Ауыл яғына эшкә килеүенең тағы бер ыңғай яғы —Эльвира Зиннур ҡыҙына “Ауыл фельдшеры” программаһы эсендә хөкүмәт тарафынан 500 мең һумлыҡ аҡсалата ярҙам бүленеүе.

— Ауыл еренән эш эҙләгәндә мин, тәү сиратта, башҡорт ауылы, баш ҡалаға яҡын булһын тигән талаптарҙан сығып эш иттем. Программаға килгәндә, дөрөҫөн әйткәндә, был хаҡта уйламаным да, сөнки йәш белгес тә түгелмен, хеҙмәт стажым өсөн түләүҙәр алам хатта. Әлбиттә шатмын, яңы йортобоҙға төҙөлөш тауарҙары алыуға бик ярап ҡалды.

— Үҙенең эшенә яуаплы ҡараған, һөнәрен яратҡан тырыш хеҙмәткәр ул. Бөгөнгө көндә ул үҙен грамоталы белгес итеп күрһәтте, халыҡ менән профилактик эш алып барыуы беҙҙең өлкәлә эшләүселәр араһында ҙур яуаплылыҡ ҡына өҫтәй. Өлкән быуын кешеләрен диспансеризациялау, профилактик тикшереүҙәр һәм диспансер күҙәтеү күрһәткестәре буйынса ла ул алдынғы урындарҙы биләй, – ти район дауаханаһы баш табибы Юлай Мәзитов.

Физәлиә Ғәниева.
(фото Эльвира Байгилдина тарафынан ебәрелде)

Автор:Ильмир Кагарманов
Читайте нас: