Инйәр
+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
12 Октябрь 2022, 16:29

Изгелек ерҙә ятып ҡалмай

Илебеҙҙә иғлан ителгән өлөшләтә мобилизацияға ҡушылған ауылдаштарға ярҙам итергә теләүселәрҙең бихисап булыуы ҡыуаныслы.

Изгелек ерҙә ятып ҡалмай
Изгелек ерҙә ятып ҡалмай

Тәүәкәс ауылы халҡы ла берҙәмлек, теләктәшлек өлгөһө күрһәтте. Бер аҙна һалдаттарға посылка әҙерләү менән мәшғүл булдылар. Рәзилә Хәйҙәр ҡыҙы Денисламова тиҙ арала ауыл халҡынан аҡса йыйыуҙы ойоштороп, биш ауылдаш һалдатыбыҙға кәрәк-яраҡтар алып, адреслы посылкалар әҙерләнде. Халыҡтың береһе лә ситтә ҡалмаҫҡа тырышты: кемдер йылы әйберҙәр, дарыуҙар, консервалар һәм башҡа аҙыҡ-түлек килтерҙеләр. Магазиндарҙа булмаған әйберҙәрҙе Айрат  Салауатов менән Илсур Ишмөхәмәтов Өфө ҡалаһынан барып алып ҡайттылар. Юл оҙон тип торманы Денисламовтар ғаиләһе Ҡазанға барып, үҙ ҡулдары менән посылкаларҙы тапшырҙылар. Ошондай изге эште атҡарышып сыҡҡан барлыҡ ауылдаштарға ҙур рәхмәт белдереп һөйөнөшөп ҡалды хәрби күнекмәләрҙә ҡатнашыусы Тәүәкәстең аҫыл ир-уҙамандары.

Йома көндө ауылыбыҙҙың мәсетендә Украинала махсус операцияла ҡатнашҡан һәм мобилизацияланған егеттәребеҙҙең иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙары өсөн ҡорбан салдылар.

— Эшләгән изгелектәр барыһына ла йөҙләтә әйләнеп ҡайтһын, донъялар имен булһын, ир-аттар имен-һау йөрөп ҡайтһындар! Бергә булайыҡ-берҙәм булайыҡ! – тип изге теләктәрен еткерә Тәүәкәс ауылы халҡы.

Изге эшкә ҡушылған ауылдаштарға “афарин” тиергә генә ҡала!

Фото- Рәзилә Денисламова тарафынан ебәрелде.

Автор:Алия Ахтямова
Читайте нас в