Берәүҙәр, ит, һөт, ҡаймаҡ һәм башҡа ризыҡтар һатһа, икенселәр, төрлө сәскә, емеш-еләк, ағас үҫентеләре, йәшелсә тәҡдим итә.
Колхоз, совхоздар бөтөрөлгәс, ауыл кешеһенең байтағы шәхси хужалыҡтарында күпләп мал, ҡош-ҡорт аҫрай, баҡсала картуф, кишер, һуған сәсә башланы. Шулай итеп улар үҙҙәренән артҡанын баҙарға сығарып һатып, ғаилә ҡаҙнаһын тулыландыра.
Бер тиҫтәнән артыҡ йыл ошо кәсеп менән шөғөлләнгән яҡташтарыбыҙҙы ҡулланыусылар танып бөткән һәм уларҙың тауарын көтөп кенә тора, алдан заказдар ҙа бирә. Ҡайһы берҙәре үҙҙәре етештергән продукцияны йортонан ғына һатып ебәрә. Был инде крәҫтиәндәрҙең аҙыҡ-түлегенең таҙа, юғары сифатлы һәм тәбиғи булыуы тураһында һөйләй. Ғөмүмән, ауыл һөтө, ҡаймағы, картуфы һәм башҡалары һәр ваҡыт үтемле тауар.
Нурия Нәжметдин ҡыҙы Хисмәтуллина менән Раушания Зәйнәғетдин ҡыҙы Солтанова Устиновканан район үҙәгенә аҙнаһына ике тапҡыр йомортҡа һәм һөт аҙыҡтары алып килә. Нурия Нәжметдин ҡыҙы өс баш һыйыр, ваҡ мал, күпләп тауыҡ аҫраһа, Раушания Зәйнәғәтдин ҡыҙы ике һыйыр һәм йәш эре мөгөҙлө мал, ҡош-ҡорт тота.
— Һыйлы көнөң — һыйыр, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Ҡарап торғаныбыҙ шул мал бит. Итен, һөтөн, ҡаймағын рәхәтләнеп ашайбыҙ. Артҡанын һатабыҙ. Тауарыбыҙ ҙур һорау менән үтә.
Бөгөн магазиндағы аҙыҡ-түлектең сифаты бик шикле. Ғаиләләребеҙҙең таҙа, сәләмәт туҡланыуынан ҡәнәғәтбеҙ.
Мал аҫрағас, бесәнен дә әҙерләргә, көтөүен дә көтөргә кәрәк. Егәрлеләр, булдыҡлылар ғына йорт хайуандарын тәрбиәләй. Һуңғы ваҡытта мал үрсетеү отошло түгел, тип уйлағандар менән бер ҙә килешмәйбеҙ, — тип үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты уңған ханымдар.
Дилара Бәҙретдинова.
Автор фотоһы.