Инйәр
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
4 Август 2021, 01:05

Еңел хеҙмәт һиңә, Ильяс!

Муллаҡай егете Ильяс Андрей улы Хисаметдинов Ауырғазы күп профилле колледжын тамамлау менән яҙғы саҡырылышҡа эләгеп, Әстрәхән яҡтарына ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итергә оҙатылды.

Еңел хеҙмәт һиңә, Ильяс!
Еңел хеҙмәт һиңә, Ильяс!

Ильяс 1-се Архангел мәктәбен тамамлаған. Ғаиләләрендә — өс бала. Ул иң олоһо, кесе ике һеңлеһе әле мәктәптә белем ала. Әсәһе Рәсимә — хужабикә, ә атаһы төҙөлөштә эшләй. Ата-әсәһенең ярҙамсыһы, туғандарының ышаныслы ағаһы ул. Өләсәһе Рәйфә әбейҙең дә уң ҡанаты булды. Һә тигәнсе оло кешенең йорт, ихата мәшәҡәттәрендә булышып китә ине. Шулай сос та, өлгөр ҙә ул Ильяс!

Уны бәләкәйҙән бик теремек, аралашыусан, кешеләр менән тиҙ  уртаҡ тел таба белеүсе бала булараҡ беләм. Мәктәптә уҡыған йылдарында ла ошо сифаттары уны мәктәп активисы дәрәжәһенә күтәрелергә ярҙам итте. Иптәштәре араһында ла  абруйы бар.

Хәрби хеҙмәткә ауылдашыбыҙ ҙур теләк менән китте. Был үҙе ҡаҙаныш, сөнки бөгөн байтаҡ йәш кешеләр армияла хеҙмәт итеүҙән ситләшә, уның дәрәжәһен күрмәй.

Яҡташыбыҙға яуаплы хеҙмәтен лайыҡлы үтәп, иҫән-һау йөрөп ҡайтыуын теләйбеҙ. Еңел хеҙмәт һиңә, Ильяс!

Роза Ғәлиәхмәтова,

Муллаҡай ауылы клубының художество етәксеһе. 

Автор фотоһы. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: