Инйәр
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
3 Август 2021, 01:15

Маһирлыҡтың юҡтыр сиктәре

Вәсилә Шәйхетдин ҡыҙы Камалтинова район халҡына күптән таныш.

Маһирлыҡтың юҡтыр сиктәре
Маһирлыҡтың юҡтыр сиктәре

Беҙ уны сәнғәт һөйгән, ҡул эштәре менән шөғөлләнгән, сәләмәт тормош рәүешен алып барған иң әүҙем  ағинәйҙәрҙең береһе тип беләбеҙ.

Көмәрле ауылында донъя көткән Вәсилә апай хаҡлы ялға сыҡҡас, үҙен  яратҡан шөғөлдәренә бағышлай.  Тәбиғәте менән матурлыҡ яратҡан, үҙе үк шул гүзәллекте тыуҙырған, дәрт-дарманы ташып торған, тырыш, талапсан ханым районда ғына түгел республика тормошонда ла ҡайнап йәшәй. Әле генә бер бәйгелә көс һынашһа, әле генә икенсе сараға әҙерләнеп йөрөй.

Ауылда “Ҡайнаҡай” фольклор төркөмөн дә ойоштора. Уның ағзалары Нәүфилә Ҡадымова, Фәриха Рамазанова, Венера Ҡотлогилдина, Динара Сөләймәнова  мәҙәниәт йортонда уҙғарылған  байрамдарҙың береһен дә ҡалдырмай.  Районда, республикала  үткән концерттарҙа, байрамдарҙа ла сығыш яһап, йәш быуынға туған телгә, мәҙәниәткә, тарихыбыҙға һөйөү тәрбиәләй. “Аулаҡ өй” һәм башҡа йолаларҙы ла сәхнәләштереп ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеүҙә үҙ өлөштәрен индерә. Мәҙәни сараларҙан тыш, улар башҡа йәмәғәт эштәрендә, мәҫәлән, урындағы шишмә һәм йылға буйҙарын таҙартырға ла сыға.

Түңәрәк етәксеһе булараҡ Вәсилә апай һәүәҫкәр артистарҙың сәхнә кейеме тураһында етди хәстәрлек күрә. Ошо маҡсаттан сығып, ул башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли костюмын тегеү, биҙәүестәр эшләү  өҫтөндә тир түгә. Оҫта ҡуллы  ханым юғарыла әйтелгән йүнәлеш буйынса белемен үҫтерә.  2017 йылда  Мәҙәниәт министрлығы һәм республика халыҡ ижадының “Селтәр” башҡорт халыҡ костюмы студияһы  уҙғарған “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының баш кейеме: килеп сығышы, типологияһы, функцияһы”, “Ҡашмау эшләүҙең технологияһы”, “Башҡортостан Республикаһы башҡорттары һәм татарҙарының традицион милли костюмы”, “Башҡорт милли костюмы аксессуарҙары һәм биҙәлеше. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың түшелдереге” тигән семинар-практикумдарҙа ҡатнашып махсус сертификаттарға лайыҡ булды.  

2019 йылда Вәсилә Шәйхетдин ҡыҙы тамбурлап сигеү һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың биҙәүесе  — һаҡал эшләү буйынса ауылда оҫталыҡ дәрестәре күрһәтә. Үҙе белгәндәрен һәр саҡ башҡаларға ла  еткерергә ашҡынып тора.

 “Ҡайнаҡай”ҙы дөрөҫ һәм сағыу итеп кейендерер  өсөн бөтә көсөн һәм теләген һала, сөнки Вәсилә апай әйтмешләй, күптәр үҙенең ниндәй кейем кейгәненә, уның биҙәлешенә, төҫөнә бөтөнләй иғтибар бирмәй. Борон һәр башҡорт ырыуының үҙенә генә хас стиле, нағышлауы  булған. Кейемгә күҙ һалып ҡына  кемдең ҡайһы ырыуға ҡарауын әйтә алғандар. Милли костюмдар, биҙәүестәр дөрөҫ тегелергә, биҙәлергә тейеш, ти ул.

Ауылдың гүзәл заттары менән оҫта ҡулдар түңәрәктәренә лә йөрөй. Бында улар һәр  нимәне ентекләп өйрәнә, тәжрибәләре менән уртаҡлаша. Ғөмүмән, Вәсилә Камалтинова башлаған ниәтен һәр саҡ еренә еткерә торғандарҙан.

 2020 йылдың декабрь айында уҙғарылған “Тамға”  Халыҡ-ара башҡорт милли кейемдәренең оҫталары  конкурсында һәләтле яҡташыбыҙҙың эше республика кимәлендә юғары  баһалана һәм махсус приз менән билдәләнә. Был приз уға тағы ла  илһам  өҫтәй. Шул уҡ йылдың  8 мартында “Ҡайнаҡай”ҙар үҙҙәре яһаған һаҡалдарҙа беренсе тапҡыр сығыш яһай. Тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына әйбер кеүек, ә уны эшләү өсөн күпме ваҡыт, түҙемлек, тарихты, символдарҙың мәғәнәһен  белеү талап ителә.

2021 йыл башында؛ Роза Рәфҡәт ҡыҙы Юлдашбаеваның  оҫталыҡ дәрестәренә йөрөп, һарауыс эшләү серҙәренә төшөнөп  ҡайта. Һарауыс беҙҙең халыҡта онотолоп бөткән боронғо сигеү ысулы менән ҡайыла, уны өйрәнеүе анһат ҡына түгел.

Ҡашмау — башҡорт халҡының милли баш кейеме. Ул да В. Камалтинованың  коллекцияһында үҙ урынын алды.  Ҡашмауҙы никахҡа ингәндең иртәгәһенә йәш киленгә кейҙергәндәр һәм ул ир ҡатынының баш кейеме тип иҫәпләнә. Ә ҡайһылыр яҡта беренсе балаһын тапҡас ҡына кейҙергәндәр. Төрлө ырыуҙың ҡашмауҙары бер аҙ айырыла. Күбеһенсә ул түбәлә ҙур булмаған тишек ҡалдырып тегелгән, сәйлән-мәрйендәр, аҡыҡ, көмөштән һуғылған тәңкәләр, көмбәҙҙәр һәм суҡтар менән биҙәлгән башлыҡ булараҡ билдәле. Әлеге мәлдә Вәсилә апайҙың үҙе теккән бер ҡатын-ҡыҙҙар костюмы Конгресс-холдағы күргәҙмәлә тамашасыларға тәҡдим ителде.

Бөтә ергә лә өлгөргән, ыңғай энергияһы, рухи байлығы менән башҡаларҙы үҙенә ылыҡтырған,  күңел йылылығы, дәрт һәм шатлыҡ өләшеүсе ағинәйҙең маһирлығының сиге юҡтыр.

Дилара Бәҙретдинова.

Фото — ғаилә архивынан.

 

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: