Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
3 Август 2021, 01:05

“Балаларыма һөйөнөп бөтә алмайым...”

— Әсәйем һуғыш ваҡытында ишле ғаилә ҡараны. Балаларынан тыш, ҡәйнәһен,  ҡәйнешен  аслыҡтан шешендереп үлтермәне, көнө-төнө арыу-талыу белмәй колхоз эшендә бил бөктө, — тип хәтер йомғағын һүтә башланы Шәкирә әбей.

“Балаларыма һөйөнөп бөтә алмайым...”
“Балаларыма һөйөнөп бөтә алмайым...”

Ул алыҫ 1936 йылда Ҡыҙылъяр ауылында Бибиямал Ямалетдин ҡыҙы менән Бикмөхәмәт Нурмөхәмәт улы Йәрмөхәмәтовтарҙың ғаиләһендә тыуа. Ата-әсәләре заманында бик хәлле йәшәй. Күпләп мал, ҡош-ҡорт, бал ҡорттары аҫрап, артҡанын һатып, етеш донъя көтә.  Ауыл халҡы ундай ғаиләләрҙе бай тип атай. Совет власы урынлашҡас, Йәрмөхәмәтовтарҙың хәләл көстәре менән  йыйған бар мөлкәте тартып алына, ғаилә башлығы кулак тип танылып, Архангельск өлкәһенә һөргөнгә ебәрелә. Ауылдан тағы 7  ирҙе шулай ҡулға алып, ғаиләләрен бер нәмәһеҙ ҡалдырып, ситкә оҙаталар. Был ваҡиғалар 1937 йылда була. Эйе, 1937 йыл шәхес культының халҡыбыҙҙың аҫыл ул-ҡыҙҙарын, ябай ғәйепһеҙ кешеләрен һәләк иткән  аяныс ваҡыты. Ул илебеҙ тарихында ҡара хәреф менән яҙылған ҡарғышлы дәүер.

 Бикмөхәмәт Нурмөхәмәт улы ҡатынын, балаларын, инәһен яҙмыш ҡосағына ташлап, оҙайлы билдәһеҙлектә юғала. Уның ҡайһы тарафтарға, ҡасанға тиклем алып китеүҙәрен, иҫәнме-юҡмы икәнлеген береһе лә белмәй... Ваҡыт үтә, бер йәшлек кенә Шәкирә башҡа балаларҙың аталарына ҡарап: “Ә беҙҙең атай ҡайҙа?” — тип һораған мәлдәрендә әсә кешенең күҙҙәренә ҡан һауа, тамаҡ төбөнә төйөр тығыла.

Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Иң оло апаһы ун өс йәшлек Гөлсөмгә һуғыш михнәттәрен дә, етемлекте лә күберәк  тартырға тура килә. Ул башҡа ҡатын-ҡыҙҙар менән бер рәттән иген сәсергә лә, урман киҫергә лә, орлоҡ ташырға йөрөй, өйҙә кесе туғандарын да ҡараша.

— Әсәйемде әле генә иҫләп, илап алдым әле. Бер рәхәтлек күрмәне. Ғаилә ишле, балалар ваҡ, ир юҡ, һуғыш бара, колхоз эшенә лә ай-вайына ҡуймай, сирләйһеңме юҡмы, асһыңмы, кейемең бармы-юҡмы, тип һорап тормай сығырға ҡушалар, етмәһә һалымдарын да түләтәләр.

Күп кешеләр астан үлде. Әсәйебеҙ үҙе ашамаһа ашаманы, әммә беҙҙе ризыҡһыҙ ултыртманы. Үлән йыйып, серек бәрәңгенән күмәс бешереп йән аҫраныҡ.  Ҡар ирегәнен түҙемһеҙләнеп көтә инек. Тәүге үлән күренеү менән йыйып, тамаҡландыҡ. Йәйен йәш бәрәңгене бармаҡтарыбыҙ менән юллап алабыҙ ҙа эй, һөйөнөп бешереп ашайбыҙ!

Беҙ, ыбыр-сыбыр балалар,  әсәй ыңғайына эшкә ауан, етеҙ булдыҡ. Әле уйлайым да әсәкәйемдең рух ныҡлығына иҫем китә. Бәпкәләрен ҡарсығанан һаҡлаған инә ҡаҙ кеүек ул беҙҙе һәр нимәнән ҡурсаланы, ваҡыты етмәһә лә иркәләүҙән, әсә наҙынан мәхрүм итмәне. Һуғыш барһа ла беҙ әсәйебеҙ эргәһендә  бәхетле инек.

Совет һалдаттарының фашистарҙы еңеүен яланда иген сәсеп йөрәгән ваҡытта ишеттек.  Ағайым килеп һөйөнсө һораны. Әбейҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар илаша башланы, кемдер “Ура!” ҡысҡырҙы. Шул мәлдәрҙе томан аша хәтерләйем.

Аталары 1946 йылда 9 йылдан һуң ғаиләһенә ҡайта. Уның һөргөндән азат ителеүе тураһында бер кем дә белмәй. Ҡәҙимге бер көн йорттарына таныш булмаған ир кеше килеп кергәс, Шәкирә һиҫкәнеп китә. Ағалары ла уны күреү менән ят итеп кискә тиклем өйгә инмәй, күршеләрендә йөрөй. Тик әсәһе менән Гөлсөм апаһы ғына уның ҡосағына ташлана. Шулай итеп, инде әллә ҡасан һәләк булғандыр, тип уйлаған аталары аяҙ көндө йәшен атҡандай тыуған тупрағына яңынан аяҡ баҫа. Йәрмөхәмәтовтар оло бәхет кисерә.

— Атайым күп михнәттәрҙе үткәрһә лә бер ҙә төҫ ташламаған ине. Тик туңған ҡаты икмәк кимереүҙән тештәре генә булманы. Тыныс тормошта ете йыл йәшәп өлгөрҙө. Ошо арауыҡта тағы ла дүрт балаға ғүмер бирҙе улар.

Мин Ҡыҙылъярҙа дүрт кенә класс белем алдым да колхоз эшенә сыҡтым. Хужалыҡ ҙур, эш ҡайнап тора. Беҙ, йәштәр, рәхәтләнеп яңы совет тормошон төҙөүҙә ҡатнашабыҙ. Кем уҙарҙан ярышып пландар үтәйбеҙ, почетлы урынға сығырға тырышабыҙ. Абҙан, Ҡыҙылъяр, Тимербай  “Свердлов” исемендәге колхозға ҡараны. Тимербайҙан Хәсән исемле егет кассир булып йөрөй. Бер заман минең эргәмдә урала башланы: һүҙ ҡушҡан була, эшем менән ҡыҙыҡһына. Төҫ-башҡа бик сибәр был йәш кешегә ауыл ҡыҙҙары күптән ғашиҡ ине. Минең йөрәк ҡылдары ла сиртеп ҡуйҙы, әммә уға артыҡ иғтибар итмәҫкә тырыштым. Әҙме ни шулай шаярып йөрөүселәр! Тик егетем ныҡыш булып сыҡты. Тора-бара мине ысынлап та кейәүгә саҡыра башланы.

Шәкирә үҙе лә зәп-зәңгәр күҙле, нескә билле, һөйкөмлө һылыу ҡыҙ була. Уларҙың йорт тупһаһын көн һайын яусылар тапай. Тик әсәһе: “Әлегә туй эшләргә хәлем юҡ, һуңғараҡ килергеҙ”, — тип кире ҡағып тора. Ә Хәсән Сәйетмырҙа улын бында йылы ҡаршы алалар.

Никах уҡытҡандан һуң,  1955 йылдың 23 февралендә туй яһайҙар. 1930 йылғы  Мәхәмәт ағаһы мәжлес йыйырға  ярҙам итә. Әйткәндәй,  Шәкирә апайҙың бер  туғандары бер-береһе менән ныҡ дуҫ йәшәй. 9 баланың бөгөн алтауһы иҫән. Мин килгәндә лә 95 йәшлек Гөлсөм апаһы унда ҡунаҡта ине.

Йәштәр Тимербайҙа Хәсәндең ата-әсәһенең йортонда төпләнә. Өс айҙан йәш ир хәрби хеҙмәткә саҡыртыла. Ул 3 йылда  7 ай Красноярск яҡтарында хәрби бурысын үтәй. Буйға уҙған кәләше ҡайны, ҡәйнәһе менән уны көтөп ҡала. “Оҙаҡ ҡайтмай, беҙҙе алмай”, — тип илап бер булдым”, — тип һүҙен дауам итә инәйебеҙ. Һалдат ҡайтыуына Таһир исемле улдары йүгереп, тәтелдәп һөйләшеп йөрөй.

Уҡымышлы, тырыш Хәсән Сәйетмырҙа улын ҡуш ҡуллап ҡабат колхоз идараһына эшкә алалар. Ул бында баш хисапсы, артабан иҡтисадсы булып хеҙмәт юлын дауам итә. Саңғы буйынса спорт мастеры булған ир-уҙаман төрлө ярыштарҙа, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша.

 Шәкирә сөгөлдөр утай, бала ҡарай, шәхси хужалыҡтарында ла мал, ҡош-ҡорт аҫрарға өлгөрә.  Ҡәйнәһе менән 35 йыл бергә татыу торалар. Тормоштарына йәм өҫтәп бер-бер артлы тағы ете бала донъяға килә: Дамир, Ҡәҙир, Венера, Венер, Вәсил, Вил һәи Илгиз.  Малайҙары ҡыҙҙарға биргеһеҙ егәрле, тыңлаусан, ә бер бөртөк ҡыҙҙары ағалары, энеләре ыңғайына сос, ныҡыш, тырыш булып үҫә. Мәктәптә лә сабыйҙары яҡшы уҡыуҙары, матур тәртиптәре менән ата-әсәләрен һөйөндөрә. Өләсәләре уларҙы тәрбәләшеүҙә ҙур ярҙам күрһәтә. Бөгөн Зөлҡәрнәевтарҙың улдары һәм ҡыҙҙары лайыҡлы тормош көтә, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр үҫтерә. Әсәләрен бер ваҡытта ла онотмай, һәр береһе сәғәт һайын шылтыратып тора, ял көндәрендә күстәнәстәрен тейәп ҡунаҡҡа ашыға, йорт-ихата тирәһендә булыша.

—Мин килен булып төшкәндә ҡәйнәмә 45 йәш кенә ине. Уҫал, талапсан булды. Бер ирешмәй, тыныс йәшәнек, уның һүҙен ҡыйманым. Ҡәйнәләр менән йәшәү сабырҙарға ғына биреләлер. Ул миңә байтаҡ тормош көтөү серәҙәренә өйрәтте. Хәҙер йәштәр түҙмәй, ҡайны, ҡәйнә менән бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәүселәр бик аҙ. Ирем менән дә балаларыбыҙға өлгө булырлыҡ итеп тормош көттөк.

Ғаиләнең бәхетле булыуы ҡатын-ҡыҙҙан тора, ул – ғаиләнең – йәне, күңеле. Сабырлығым, үткер һәм тырышлығым арҡаһында һикәлтәле юлдарҙы тыныс һәм юғалтыуһыҙ үттек. Хәсәнем идарала эшләгәс, донъя йөгөн күберәк үҙемә тартырға тура килде. Арыһам да, ҡайһы саҡ кәйефем төшкән саҡтарҙа ла һыр бирмәнем. Бер-беребеҙгә ҡарышманыҡ, яҡшы, ихтирамлы мөнәсәбәттә, мөғәмәлә булдыҡ. Бабайым менән аңлашып 58 йыл ғүмер итеп өлгөрҙөк.

 Бергә ҡулға-ҡул тотоношоп, иңгә-иң терәшеп йәшәүгә ни етә! Аллаға шөкөр 8 бала үҫтереп, башлы-күҙле иттек. Ул миңә бер ваҡытта ла ел-ямғыр тейҙермәне. Кешеләргә лә, яҡындарына ла киң күңелле булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Хәсәнем 2012 йыл 71 йәшендә  баҡыйлыҡҡа күсте. Күҙ терәп торған ғәзиз кешеңдән айырылыуҙары бик ҡыйын. Әлдә балаларым бар. Уларға  һөйөнөп бөтә алмайым. Бер ваҡытта ла яңғыҙымды ҡалдырмайҙар, иҫән-һау ғына булһындар.

 Бәхетле йәшәр өсөн барыһы ла бар, ил-көнөбөҙ тыныс, ғаиләләр имен булһын, ниндәй генә ауырлыҡтар осраһа ла, йәштәр тарҡалмаһын, балалар етем үҫмәһен, — тигән теләктәрен еткереп, һүҙен тамамланы күпте күргән, күпте кисергән ағинәй.

 Балаларының шундай тырыш, ихтирамлы, мәрхәмәтле булыуҙарына, матур итеп етеш донъя көтөүҙәренә, ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына һөйөнөп ғүмер кисерә 85 йәшен тултырыусы Шәкирә Бикмөхәмәт ҡыҙы.

Дилара Бәҙретдинова.

Автор фотоһы.

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: