Инйәр
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
3 Август 2021, 01:05

Армияға китә егеттәр

Яҙлы-көҙлө егеттәр әрме хеҙмәтенә саҡырылып тора.

Армияға китә егеттәр
Армияға китә егеттәр

Был турала халыҡ араһында хәрби комиссарҙарҙың сәстәре саллана, йәш егеттәрҙеке ҡойола, тигән шаяртыу ҙа йәшәй хатта. Һалдатҡа алынған йәш-елкенсәк илебеҙҙең төрлө тарафтарында төрлө ғәскәрҙәрҙә, шул иҫәптән, спецназ, һауа десанты кеүек элиталы ғәскәрҙәрҙә  хеҙмәт итә.

Борондан Ватан алдындағы изге бурысты үтәү иң оло дәрәжә, сауаплы эш һаналды. Сит ерҙәргә сәфәр ҡылыу, донъя күреү, төрлө кешеләр менән аралашыу һәр саҡ хупланған. Йәш кешенең хәрби әҙерлек үтеүе уның сәләмәт, көслө, илһөйәр булыуын раҫлаған. Егеттәр ошо осорҙа етди һынауҙар үтеп, тормош тәжрибәһен туплап, физик яҡтан ғына түгел, рухтары ла нығынып ҡайта һәм ғаиләһенә ышаныслы, ныҡлы терәк була.

Бөгөн ҡыҙғанысҡа ҡаршы,  рухи ҡиммәттәр алышынды, шуға күрә армияла хеҙмәт итеүгә ҡараштар төрлөсә. Нимә генә булмаһын йәше еткәндәр, ил ҡушыуы буйынса ата-әсә ҡанаты аҫтынан сығып, туған-тыумасалары, яҡындары, дуҫ-иштәре менән һаубуллашып, йыраҡ ерҙәргә сығып китергә мәжбүр.

Улдарыбыҙҙың ҡулына “повестка” тоттороп ҡайтарыу менән армияға оҙатыу мәжлесенә әҙерләнә башлайбыҙ. Ҡайһы бер ата-әсә ярты йыл элек үк хәстәрлек күрә башлай (үҙем белгәндәрҙән).

Беҙҙә оҙатыуҙы (“провод” тибеҙ) оло ҡунаҡ саҡырып уҙғарырға ғәҙәтләнгәндәр. Матур, бай табын йыйыла, спиртлы эсемлектәр ҙә ситтә ҡалмай. Йәшникләп араҡыһы, һыраһы, шарап һәм башҡалары шап итеп өҫтәлгә ҡуйылып ҡына тора.Үкенескә күрә, ҡунаҡтарҙы ашатып, иҫерткәнсе эсереү хөрмәт итеү һанала. Йәштәр ҙә шайтан эсемлегенән баш тартмай, ауыҙҙарына ҡоя ғына. Шунан китә ыҙғыш-талаш, бәхәс, баш ауыртыу, ғөмүмән күңелһеҙ күренештәр.

Бына шулай, төн йоҡламай,  иҫерек килеш нимә булғанын да аңламай, аңҡы-тиңке булған егеттәребеҙ “сирләгән” көйө йыраҡ юлдарға  сыға. Ә юл ғазабы — гүр ғазабы, тиҙәр бит, уның мөшкөл хәлен бер кем дә белмәй.

Нимә әйтергә теләйем — армияға оҙатыуҙы мосолман ҡәрҙәштәргә Ҡөрьән мәжлесе йыйып, егеттәребеҙҙең баш иҫәнлегенә аяттар уҡытып, тыныс ҡына, матур итеп йәнле һөйләшеп ултырып, теләктәр теләп ойошторһаҡ яҡшы булыр ине. Оло юлға, оҙаҡ сәфәргә ебәргәс, беҙ бит Алланан балаларыбыҙҙың иҫән-һау йөрөп ҡайтыуын һорайбыҙ. Шулай булғас, ни өсөн шайтан ҡотҡоһона бирелеп, уны шатландырып, бала-сағаны, үҫмерҙәрҙе эсертеп, насар ҡыланырға тейешбеҙ. Аллаһы Тәғәләне асыуландырыу, рәхмәтен алмау был.

Ауылдарҙа “провод”тар үтә. Таң атҡансы музыка аҡыра, “һалмыш” йәштәр геү килеп күңел аса, еңел машинаның руль артына эскән килеш ултырған “батыр” ҡунаҡтар саң борҡотоп урам буйлап елдерә. Йәшерен түгел, ауылда бөтәһе лә күҙ алдында. Йыш ҡына: “Фәлән-фәлән кемдәрҙә “провод”та һуғышҡандар”, йәки “машинаһын төкөгөн”, тигән хәбәрҙәрҙе ишетеп торабыҙ. Шуныһын һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәк, харамдан башланған эштең дауамы ла, һөҙөмтәһе лә хәйерле, бәрәкәтле булмай. Тормош быны үҙе раҫлап килә.

Халҡыбыҙ эскене белмәгән. Ҡунаҡтарҙы ҡымыҙ һәм буҙа менән һыйлаған, араҡыны хәрәм тип һынаған, “шайтан һыуы” тигән. Матур ғәҙәттәрҙе иҫкә төшөрөп, насарына  эйәрмәй, “Бисмилла” лар әйтеп, изге башланғыстарға аяҡ баҫайыҡ.

 Армияға оҙатыуҙы ла мосолмандарса, ҡан-ҡәрҙәштәребеҙҙе, дуҫтарыбыҙҙы, яҡын кешеләребеҙҙе йыйып, Ҡөрьән уҡытып, матур хәбәрҙәр һөйләп, аҡ юлдар, иман байлығы теләп үткәрәйек.

Ә армияға киткән яҡташтарыма хәрби бурыстарын һау-сәләмәт, иҫән-һау лайыҡлы үтәп ҡайтыуҙарын теләйем.

Дилара Бәҙретдинова.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан. 

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: