Инйәр
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
3 Август 2021, 01:35

Ғаилә — кеше тормошоноң таянысы

Зилә һәм Ғәлимйән Сәйфетдиновтар икеһе лә тамырҙары менән Тәүәкәс ауылынан.

Ғаилә — кеше тормошоноң таянысы
Ғаилә — кеше тормошоноң таянысы

Алыҫ 1983 йылда улар сәстәрен-сәскә бәйләй. Бергә татыу ғүмер итеүҙәренә 38 йыл үтеп тә киткән. 

Сәйфетдиновтар ауылдарының бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн янып йәшәгән, үҫешенә тос өлөш индергән ғаиләләр иҫәбендә.

Туйҙан һуң йәш ғаилә тәүҙә тыуған ауылдарында төпләнеп, тормош көтә. Зилә Зәйнәғәли ҡыҙы урындағы колхозда хисапсы, ә  Ғәлимйән Әнүәр улы тимер юлында электромонтер  булып эшләй. Бер аҙҙан ирле-ҡатынлы Приуралье ауылынан фатир алып, шунда йәшәй башлай. Өс балаға: Гөлдәр, Айбулат һәм Әлфиәгә ғүмер бирә улар. Оло ҡыҙҙары Гөлдәр ғаиләһе менән Мәскәүҙә донъя көтә, ике бала тәрбиәләй. Башта БДУ-ның юридик факультетында, аҙаҡ Мәскәүҙә  белем ала. Бөгөн хоҡуҡ яҡлау буйынса өлгөлө белгес булып тора. Уртансы улдары Айбулат та БДУ-ла уҡый, әлеге мәлдә Өфөлә Росреестрҙа инженер-технолог вазифаһын үтәй.  Кескәйҙәре Әлфиә Мәскәү ҡалаһында  Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университетын ҡыҙыл дипломға тамамлап, Өфөлә Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығында хеҙмәт итә.

 Зилә  Зәйнәғәли ҡыҙы “БАССР-ҙың 50 йыллығы” исемендәге колхозда 20 йыл бухгалтер, хужалыҡ бөтөрөлгөс, шәхси эшҡыуар Виктор Фоминыхта 13 йыл эшләп, хаҡлы ялға сыға. Хеҙмәт яратҡан, тынғыһыҙ ханым өйҙә ултырыуҙан йәм тапмай 1-се Архангел мәктәбенә йыйыштырыусы булып урынлаша һәм инде ике йыл мәктәп тормошонда “ҡайнай”.

Ғәлимйән Әнүәр улының “Хеҙмәт китабы”нда бер генә яҙыу —  40 йыл электомонтер. Ир-уҙаман хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, һаман тимер юлында тир түгә. Бөгөн  улы Айбулат менән бергә ныҡлап дин юлына баҫҡан. Аталы-уллы биш ваҡыт намаҙҙы ҡалдырмай, ураҙаларҙы ла тота. Зилә лә уларға эйәреп, ислам нигеҙҙәрен өйрәнә. Ауылдаштарына ярҙамсыл, өлкәндәргә ихтирамлы, балаларына мөхәббәтле Зилә менән Ғәлимйәнде барыһы ла ихтирам итә.

Өлгөлө ғаилә  баҡсала йәшелсә, емеш-еләк үҫтерә. Быйыл Алла бирһә яңы йорттарына инергә йыйына. Балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең ҡайтыуын  һағынып көтөп ала. Уңған хужабикә һөйөклөләрен тәмле аш-һыу менән ҡыуандырырға яратһа, йортона, ҡәҙерлеләренә  йылылыҡ өләшһә, атай кеше ғәиләнең терәк-таянысы, һүҙендә тора белеүсе, ихтыярлы кеше.  

Сәйфетдиновтарҙа ата-әсәгә хөрмәт, балаларға һөйөү, наҙ бүләк итеү, ололарҙы ололау, кеселәрҙе кеселәү кеүек тойғолар нигеҙҙә үк һалынған. Ата-әсә  балаларына, ә балалары ата-әсәһенә таяныс. Шуға күрә лә ғаилә — кеше тормошоноң таянысы тигән төшөнсәне бында дөрөҫ аңлайҙар.

Нәсимә Юлмөхәмәтова.

Тәүәкәс ауылы. 

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан. 

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: