– Райондың юл фонды тарафынан Муллаҡай ауылында 1,1 километр оҙонлоҡтағы Сәйфуллин урамы төҙөкләндерелә, шулай уҡ әлеге ваҡытта ошондай эштәр Приураловка ауылындағы ике урамда (барыһы 682 метр) башҡарыла һәм тиҙҙән юлсылар Убалар ауылында ла бер урамды рәткә килтерәсәктәр, -тип белдерҙе Арх-Латыш ауыл биләмәһе башлығы Альберт Ибәтуллин.Шулай ҙа, ауыл биләмәһендәге барлыҡ торлаҡ пункттарында ла тиерлек ҡайһы бер урамдарында бөтөнләй юл һалынмағандары ла осрай. Әлбиттә, юлһыҙ урындарға тиҙҙән ҡырсынташ булһа ла түшәлер, тигән өмөттә халыҡ.