Инйәр
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
1 Август 2021, 01:05

Ырыуым һәм нәҫелем тарихы

Шәжәрә — башҡорттарҙың һәм ҡайһы бер башҡа төрки халыҡтарҙың ҡәбиләләр һәм ырыуҙар яҙмаһы, генеалогияһы. Шәжәрәләргә, йәғни нәҫел ағастарына, ир заты яҡлап нәҫел башлыҡтарының теҙмәһе яҙылған, ҡәбилә йә ырыу тормошондағы тарихи ваҡиғалар, мөһим факттар теркәлгән.

Ырыуым һәм нәҫелем тарихы
Ырыуым һәм нәҫелем тарихы

Ислам динен ҡабул иткәндән һуң башҡорттарҙың генеалогик яҙмалары “шәжәрә” тигән ғәрәп һүҙе менән атала башлаған, һүҙмә-һүҙ тәржемәһе “ағас” тигәнде аңлата, ә мәғәнәүи тәржемәлә — “ырыу яҙмаһы”.

Тарих һәр саҡ үҙендә сиселмәй ҡалған йомаҡтар туплай, сөнки кеше хәтере үткәндәрҙең барыһын да теүәл генә һаҡлай алмай. Ә шулай ҙа, тамырҙарыбыҙҙы белергә тейешбеҙ. Яңғыҙ кешегә  ырыу-ҡәбиләгә, тыуған ауылы, төбәгенә ҡағылышлы барлыҡ мөһим ваҡиғаларҙы иҫтә тотоу ҡатмарлы. Был юҫыҡтан “коллектив хәтер” һәм боронғо ҡулъяҙмалар (ревизск әкиәттәре, метрик китаптар, халыҡ һанын иҫәпләү) оло әһәмиәткә эйә.

Шәжәрә төҙөүгә күҙ һалһаҡ, шуны белергә мөмкин, борон ырыу ағасына тик ир-ат вәкилдәренең генә  исемдәре индерелгән. Минеңсә, был бик үк дөрөҫ түгел, сөнки ҡатын-ҡыҙ ҙа ырыу тарихын һаҡлаусы, балаларына тапшырыусы. Ҡәбилә сылбыры гүзәл заттарға рәхмәтле үрелә.

Бер хәҙрәт әйтеүенсә, ике яҡлап та ете быуыныңды белеү сауаплы эш.

Был мәҡәләмдә мин әсәйем яҡлап Абҙан ауылының бер ырыуы менән таныштырып китмәксемен. Бөгөнгә барлығы 11 ырыу, шул иҫәптән әсәйем яғынан да (Әбсәлиҡовтар, Әбхәлиҡовтар, Әминевтар, Ҡотлозамановтар) шәжәрәләр төҙөнөм һәм һаман да улар өҫтөндә эҙләнеүҙәремде дауам итәм.

Шәжәрәмдә ил яҙмышын үҙгәртерлек мөһим эш башҡарған кешеләр булмаһа ла, лайыҡлы һәм яҡташтары араһында хөрмәт яулағандар байтаҡ. Уларҙың яҡты иҫтәлеген һаҡлап, киләсәк быуынға еткереү — минең өсөн мөһим бурыс.

Шәжәрә ағасын йыйған саҡта беҙ иң оло быуын кешеләренә ҡағылышлы мәғлүмәттәргә таянабыҙ.  Тик күпселек уларҙың ата-әсәләре, туғандары барлығын онотоп, ике, өс туғандарға ғына байҡау яһайбыҙ. Тормошта күршелә генә йәшәгәндәрҙең бер нәҫелгә ҡараған дүрт йәки биш туған  булыуҙары йыш күренеш.

Ҡотлозамановтар нәҫеленең барлыҡҡа килеүе.

Ата-әсәйемдән, туғандарҙан һорашып,   Тимербай ауылында тыуған (бөгөн Абҙан ауылы) Ҡотлозаманов Ғәйфулла олатайҙы нәҫелдең иң боронғо кешеһе тип таптым. Унан башланды ла инде эҙләнеү эштәре.

Интернет селтәре аша башҡорт ырыуҙары тураһында күп мәғлүмәттәргә юлығырға була. Мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһының милли архивындағы үҙенсәлекле материалдар, 1917 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һәм башҡа файҙалы документтар менән электрон ысул аша ҡулланыу бөгөн ҡәҙимге күренеш.  Ревизск әкиәттәрен өйрәнә торғас, Тимербай ауылында Әлимов Ҡотлозамандың йәшәүе билдәләнде. Ул 1793 йылда тыуған, ике улы: Ғәйфулла һәм Мөхәмәтрәхим булған. Ҡотлозаманов фамилияһының килеп сығышы уның исеменән. Совет власына тиклем башҡорт һәм татар халҡының фамилиялары булмаған, уның урынына “улы” һүҙе ҡушылған. Рус халҡынан айырмалы рәүештә башҡорт, татарҙар фамилия уйлағанда атай-олатайҙарының исемдәрен алған (атай яҡлап).

Ҡотлозаманов Ғәйфулланың тамырҙарын белеү маҡсатынан Абҙанда йәшәгән бабайыма, Ҡотлозаманов Ғаязға килдем. Ул Ғәйфулланың һәр балаһын исемләп атап бирҙе. 1917 йылғы халыҡ иҫәбен алыу нигеҙендә Тимербайҙа донъя көткән Ҡотлозаманов Мырҙабайҙың (минең Ибраһим ҡарт олатайымдың оло ағаһы) ихата карточкаһына тап булдым. Был ваҡытта уның менән бергә ике энеһе һәм бер һеңлеһе йәшәгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, туғандар был ҡыҙ бала тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүмәттә түгел.  Шуға күрә, милли архивтан метрик китап аша 1881 йылда ниндәйҙер Разияның тыуыуы һәм ғаиләлә өлкән бала булыу тураһында,  шулай уҡ уның балалары хаҡында: тәүге иренән   — Рәбиғә, Фәйрүзә һәм Шәрәфетдин, икенсе ире Зәғиҙулланан — Маһира хаҡында ла белешмә алынды. Артабан Ҡыҙылъяр ауылында ла Ҡотлозамановтарҙың йәшәүе асыҡланды. 1917 йылғы халыҡ иҫәбенә ҡарағанда, Ҡотлозаманов Мөхәмәтрәхимдең ихата карточкаһы табылды. Ул XIX быуат аҙағында, Ҡыҙылъяр ауылына нигеҙ һалына башлаған саҡта күсеп килә һәм төпләнеп ҡала.

Әбсәлиҡовтар (Әбхәлиҡовта) һәм Әминевтар нәҫеленең барлыҡҡа килеүе.

Әбсәлиҡовтар нәҫеленең барлыҡҡа килеү тарихын өйрәнеү юлы Ҡотлозамановтарҙыҡы менән оҡшаш. Мин ул ваҡытта уҡ ҡарт олатайым Әбсәлиҡов Вәлиәхмәтте белә инем. Эҙләнеүҙәрҙе тап унан башланым.  Нәҫелебеҙ тураһында тулыраҡ һәм дөрөҫөрәк мәғлүмәттә булыу маҡсатынан Абҙан ауылында йәшәгән әбейем Ғаянова Венера менән осрашып һөйләштем. Ырыуым тарихын өйрәнгәс, миндә байтаҡ һорауҙар тыуҙы. Мәҫәлән, 1917 йылғы ревизск әкиәттәренең һәм халыҡты иҫәпкә алыу мәғлүмәттәренең тап килмәүе.  Ошо мәсьәләне сисеү ниәтенән ҡабат Башҡортостан Республикаһының милли архивына йүнәлдем. Баҡтиһәң, Әбсәлиҡов Вәлиәхмәттең атаһы Ғәбделсәмиғтең ике улы: Төхвәт һәм Хажимөхәмәт булған.  Ғәбделсәмиғтең атаһы Абделхәлиҡ, Абделхәлиҡтың атаһы — Абделнасыр, Абделнасырҙыҡы — Теүлән. Абделнасир Теүләнов: Абделхәлил, Әбдрәфиҡ, Абделвәхит, Мөхәмәтйән һәм Әхмәтйән улдарына ғүмер биргән.

Әбсәлиҡовтар тарихын өйрәнгәндә, ҡарт өләсәйем  Әбсәлиҡова Ғәмиләнең атаһының исеме Әминев Ғәлиәхмәт икәнлеге асыҡланды. Әбейем шулай уҡ Әминевтар тураһында үҙ белгәндәрен бәйән итте. Һөҙөмтәлә, Ғәлиәхмәттең атаһы Мөхәмәтәмин,  Мөхәмәтәминдең атаһы — Әнәс, Әнәстең улы Кинйәғол булыуы асыҡланды.

Үҙ нәҫелемдең килеп сығышын тикшергән саҡта табын ырыуына ҡарауыбыҙҙы белдем. XIV-XVI быуаттарҙа табындарҙың бер өлөшө Башҡортостандың таулы-урманлы райондарына күсенә. Был Ағиҙел йылғаһының түбәнге ағышы, Еҙем һәм Инйәр йылғалары буйҙарындағы ерҙәргә тура килә. Легенда буйынса Майҡы бей  9 бей егелгән арбаға Сыңғыҙ ханды ултыртып монголдар янына килеп етә. Шул ваҡыт Сыңғыҙ хан һәр бейгә дүрт әйбер өләшә: тамға, ҡош, ағас һәм оран. Табындарҙың ағасы — ҡарағас, ҡошо — ҡарағош, ораны — Салауат, ә тамғаһы — тараҡ.

Тикшеренеү эштәремдең тағы бер йүнәлеше тураһында яҙмай үтеп китеп булмай. Ул да булһа Бөйөк Ватан һуғышының архивы. Бөгәрләнеп, көкөрткә һәм ҡанға буялып бөткән документтарҙы күреп, йәш кенә һалдаттарҙың Ватан азатлығы өсөн ҡорбан булыуҙары, сабыйҙарҙың етем, ҡатындарҙы тол, ә әсәләрҙең балаһыҙ ҡалыуҙары тураһында уйлап, шуларҙың барыһын да күҙ алдынан үткәргәндән һуң, тыныс күк йөҙөнөң, йәшәүҙең ҡәҙерен нығыраҡ тоя башлайһың. Был ҡәһәрле ваҡиға минең нәҫелемә лә ҡағылмай үтмәй. Ҡарт олатайым Ҡотлозаманов Ибраһим Ғәйфулла улы яу осоронда Силәбе өлкәһендә хеҙмәт итә. Икенсе олатайым Әбсәликов Зәйнулла Вәлиәхмәт улы һуғышҡа китеп, тыуған еренә ҡайта алмай.

Мин бер ыңғай йыраҡ туғандарҙың яҙмышына ҡағылышлы документтарҙы ла өйрәндем. Шәжәрәмдәге 58 туғаныбыҙ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, уларҙың 31-е яу ҡырында тороп ҡалған.

Ырыу ағасын төҙөгәндә нәҫелдәрҙең бер-береһе менән сыуалыуы йыш күренеш. Мәҫәлән, Бикбулатовтар Ҡотлозамановтарҙа ла, Әминевтарҙа ла, Хәсәновтар шулай уҡ Ҡотлозамановтарҙа ла, Әбсәлиҡовтарҙа ла бар. Был әлбиттә, уларҙың бер-береһенә яҡын йәшәүҙәренә бәйле. Шулай уҡ нәҫелдә ҡыҙ баланың тыуыуы ырыу ағасында яңы ботаҡ барлыҡҡа килтерә.

Шәжәрәмә ингән төп фамилиялар: Ҡотлозамановтар яғынан: Хәсәновтар, Хәлиҡовтар, Юлмөхәмәтовтар, Яҡшымбәтовтар, Вәлиевтәр, Мөхәмәтйәновтар; Әбсәлиҡовтар: Мусиндар, Ҡотләмбәтовтар, Мөхәмәтйәровтар, Ҡотлозамановтар; Әминевтар: Бикбулатовтар, Вәлиевтәр, Ҡунаҡбаевтар, Шәһиевтәр, Фәйзуллиндар, Хәсәновтар.

Фәйрушин фамилияһын йөрөтһәм дә миндә   Ҡотлозамановтар, Әбсәлиҡовтар, Әминевтар ҡаны аға. Был тик әсәйем яғынан ғына.

Шәжәрә төҙөгәндә мин бик күп туғандарым менән таныштым. Улар менән аралашыу, үҙебеҙ тураһында күберәк мәғлүмәттәр белеү тик файҙаға ғына булды.

Эҙләнеүҙәремдә ярҙам иткән тормош иптәшем Альбинаға, ҡыҙым Аделияға, атай-әсәйемә, Ҡотлозаманов Ғаязға, Ғаянова Венераға, Ханова Сәйҙәгә, Ҡотлозаманов Валераға, Кочергина Виләгә, Десяткова Әлфиәгә, Мөхәмәтйәрова Зәбирәгә, Мөхәмәтйәров Әсхәткә, Ҡотлозаманов Фәнилгә, Ғәзизова Рәсимәгә, Әбсәликов Зөлфәргә, Башҡортостан Республикаһының милли архивының Архив фондының документтарын ҡулланыу һәм баҫып сығарыу бүлеге начальнигы Ғәтийәтуллин Зөлфәр Ғәбит улына рәхмәтлемен.

Ырыу ағасын төҙөү барлыҡ туғандарҙы берләштергән, ылыҡтырған ҙур күләмле, мауыҡтырғыс хеҙмәт. Нәҫелебеҙҙәге байтаҡ кешеләр арабыҙҙа булмаһа ла, уларҙың тормошона ҡағылған мөһим ваҡиғаларҙы күптәребеҙ белмәһә лә беҙ табылған материалдарға таянып, уларҙы дөйөмләштереп, бер системаға һалып шәжәрә төҙөй алдыҡ. Уның нигеҙендә ата-бабаларыбыҙҙың, ҡыҙ туғандарыбыҙҙың хеҙмәт һөйгән, намыҫлы, көслө рухлы кеше булыуҙарын, илебеҙ яҙмышындағы тарихи ваҡиғаларҙа үҙ эҙҙәрен ҡалдырыуҙары билдәләнде.

Эҙләнеүҙәр бынан ары ла дауам итәсәк, сөнки шәжәрәләге буш урындарҙы тултырырға кәрәк.   Әгәр ҙә берәйһе ошо мәҡәлә менән ҡыҙыҡһынып, изге эштә ҡатнашырға теләһә, түбәндәге юлдар аша минең менән бәйләнешкә сығырға мөмкин: электрон почта — [email protected], “Бәйләнештә” социаль селтәрендә — https://vk.com/id632576821, “Класташтар” социаль селтәрендә — https://ok.ru/profile/583174268087 .

Руслан Фәйрушин.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: