Инйәр
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
1 Август 2021, 02:15

Райондың яңы баш табибы

Архангел үҙәк район дауаханаһын Камил Яппаров етәкләй

Райондың яңы баш табибы
Райондың яңы баш табибы

2021 йылдың 16 июлендә Архангел үҙәк район дауаханаһына яңы баш табип тәғәйенләнде.  Был вазифаны Камил Самат улы Яппаров биләне.

Камил Самат улы Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре кандидаты. Байтаҡ йылдар Шишмә үҙәк район дауаханаһының баш табибы булып эшләгән.

Тәғәйенләү көнөндә район хакимиәте етәкселеге һәм үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре менән осрашыу ойошторолдо.

Дилара Бәҙретдинова.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: