Инйәр
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
1 Август 2021, 01:15

Мәрхәмәтле һөнәр эйәләре

   Ябай ғына тойолған эштәрҙе атҡарыу өсөн социаль хеҙмәткәр мохтаж кешене тыңлай белергә,  йылы һүҙен йәлләмәҫкә тейеш. Сөнки был һөнәрҙең төп нигеҙе — кешелеклелек, итәғәтлелек һәм иплелек.

Мәрхәмәтле һөнәр эйәләре
Мәрхәмәтле һөнәр эйәләре

Социаль хеҙмәткәрҙәрҙең эше ауыр, ул ҙур сабырлыҡ һәм ихтыяр көсө талап итә. Улар бөгөн иң талап ителгән һөнәрҙәрҙең береһе. Ғаиләне оҙатыу, социаль эштәр буйынса белгестәр, хеҙмәткәрҙәр, ирекмәндәр һәм психологтар барыһы бергә изгелек ҡылыусылар. 

Ошо байрам уңайынан “Ғаилә” район-ара үҙәге  хеҙмәткәрҙәре менән таныштырабыҙ.

Үҙәк 2017 йылдың 10 октябрендә  асыла. Эшмәкәрлеге социаль хеҙмәтләндереүгә мохтаж ғаиләләргә һәм балаларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Коллективта йәш белгестәр ҙә, оло тәжрибәле һөнәрмәндәр ҙә берҙәм тир түгә.

Бөгөн “Ғаилә” үҙәге менән Фәрзәнә Фәхрислам ҡыҙы Әминева етәкселек итә. Етәксе оҫта, талапсан ойоштороусы булғанлыҡтан  уңыштар үҙҙәрен оҙаҡ көттөрмәй. Фәрзәнә Фәхрислам ҡыҙы әүҙем тормош позицияһында, башҡалар унан тик ыңғай, оптимистик ҡеүәт кенә ала. Хеҙмәттәштәре араһында ҙур абруй ҡаҙанған ханым һәр ваҡыт уңышҡа, яҡшы һөҙөмтәгә ынтыла һәм  командаһын да шуға өндәй. Ул уңған, һөйөклө, хәстәрлекле ҡатын, әсәй һәм өләсәй.

Ләйсән Ильяс ҡыҙы Абдрахманова, “Ғаилә” үҙәгендә ике йыл эшләй. Быға тиклем  2-се Архангел мәктәбендә социаль педагог вазифаһын үтәгән. Бөгөн Ләйсән Ильяс ҡыҙы имен булмаған ғаиләләрҙе оҙата.  Апрелдән психолог булып хеҙмәт итә башланы: балиғ булмаған балалар менән төрлө тренингтар, консультациялар һәм башҡа осрашыуҙар уҙғара. Яуаплы, намыҫлы хеҙмәткәр тураһында тик яҡшы, маҡтау һүҙҙәрен генә әйтергә була. Үҙәктә ойошторолған барлыҡ сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша, ғаилә клубтарын алып бара, оҫталыҡ дәрестәрен күрһәтә. Һәр саҡ ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер. Сәләмәт тормош рәүеше яҡлы.

Венария Ғәли ҡыҙы Юламанова, ғаилә менән эшләү буйынса белгес. Үҙәктә эшләгәнгә тиклем 10 йыл халыҡты социаль яҡлау өлкәһендә тир түккән. Был өлкәлә хеҙмәттә сыныҡҡан, тоғро, кеше яҙмышына битараф булмаған, асыҡ йөрәкле, изге күңеллеләр генә оҙаҡҡа ҡала. Венария Ғәли ҡыҙы бына ошондайҙарҙан. Ул Архангел ауылы биләмәһендә йәшәгән имен булмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларҙы оҙата, ошондай ғаиләләрҙе күҙәтә. Тәжрибәле белгес үҙенең ҡанаты аҫтындағылар менән тәүлек әйләнәһендә бәйләнештә, улар  өсөн ышаныслы таяныс.  Шундай әүҙем, йомарт, ярҙамсыл, егәрле хеҙмәткәребеҙ булғанға бик шатбыҙ. Ә шәхси тормошонда иренә уңған, мәрхәмәтле, һөйөклө ҡатын, әсәһе өсөн ҡыҙ, һеңлеләренә апай һәм балаларына инәй.

Елена Николаевна Швейкина, социаль өлкәлә 33 йылдан артыҡ хеҙмәт итә. Бөгөн ул ғаилә менән эшләү буйынса белгес. Байтаҡ йылдар халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү йүнәлешендә төп белгес вазифаһын үтәй, балалар пособиелары менән шөғөлләнә. 2018 йылдың июленән  “Ғаилә” район-ара үҙәгенә күсә.

Елена Николаевна өсөн һәр ғаиләнең, баланың  бәхетле булыуы мөһим. Бөгөнгө ауыр заманда бөтәһенә лә ярҙам итке килә: берәүҙәргә, урынлы кәңәш, икенселәргә, социаль өлкәгә ҡағылышлы хоҡуҡтарҙы аңлатыу һәм башҡалар менән. Ул үҙенең йәш хеҙмәттәштәренә: “Беҙҙең хеҙмәтебеҙҙә иң мөһиме — беҙгә ауыр саҡтарында мөрәжәғәт иткән ғаиләләрҙең   ҡабаттан үҙәккә килеп яулаған еңеүҙәре  менән уртаҡлашыуҙары”, ти. Ул да тормош иптәше менән ике бала тәрбиәләп үҫтергән, өс ейәнсәре бар. Оҫта хужабикә төрлө әйберҙәр бәйләй, ҡайырға ярата. Тәбиғәттә ял итеү, фоторәсемгә төшөрөү ҙә күңеленә ятышлы  шөғөлдәренең береһе.

Елена Юрьевна Олексеенко — юрисконсульт. Социаль өлкәлә яңы ғына эш башлауына ҡарамаҫтан, үҙен яҡшы хеҙмәткәр итеп танытып өлгөрҙө. Ҡыйынлыҡтарҙан ҡурҡмаған, белемле, юғары инициативалы белгестең эшенән һәр кем ҡәнәғәт. Төп эшенән тыш,  психолог бурысын да башҡара. Шулай уҡ “Ғаилә” үҙәгенең социаль селтәрҙәге шәхси биттәре, уның төркөмдәре өсөн яуаплы. Уның ҡатнашлығында Интернет киңлектәрендә үҙебеҙ үткәргән сараларҙы яҡтыртабыҙ, файҙалы мәғлүмәттәр алабыҙ. Елена Юрьевна яҡшы тормош иптәше һәм әсәй.

Нина Владимировна Пьянова үҙәктә иң оҙаҡ эшләгән белгес. Районда социаль яҡлау өлкәһендә байтаҡ йылдар намыҫлы тир түккән ханымды белмәгән кеше юҡ.  Юғары квалификациялы һөнәрмән иғтибарға, хәстәрлек күрһәтеүгә иң мохтаж булған инвалидтар, яңғыҙ һәм оло йәштәге райондаштарыбыҙ менән эшләй. Уларҙы стационар, ярым стационар йәки йортта хеҙмәтләндереүгә беркетеү менән мәшғүл.

Нина Владимировна ихлас, киң күңелле, йомарт кеше. Шулай уҡ яҡшы, уңған ҡатын һәм һөйөклө әсә.

Павел Алексеевич Близнецов  белемле, үҙ эшен еренә еткереп башҡарыусы, ышаныслы водителебеҙ. Ул коллективтың йәмәғәт  тормошонда әүҙем ҡатнаша, һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер. Тормош иптәше менән ике бала тәрбиәләй. Яҡындары өсөн өлгөлө ир һәм атай.

Надежда Владимировна Шуськова, таҙалыҡ өсөн яуап бирә. Уның тырышлығы, яуаплылығы арҡаһында учреждение бинаһы һәр саҡ ялт итеп тора. Аш-һыуға оҫта ханым яҡындарын үҙе бешергән бәлештәре, торттары һәм ҡоймаҡтары менән ҡыуандырырға ярата. Ул уңған хужабикә, әсәй һәм өләсәй.  

Бала ҡарау буйынса ялда булған күп бала тәрбиәләүсе хеҙмәттәштәребеҙ Ғәлиә Рәис ҡыҙы Сөләймәнова менән Оксана Юрьевна Шляпина  хаҡында ла яҙмай үтеп китеп булмай. Ғәлиә Рәис ҡыҙы үҙ һөнәренең аҫылы. Ул үҙәктә психолог булып эшләй. Ә Оксана Юрьевна — юрисконсульт. Улар икеһе лә бынамын тигән шәп, әүҙем һәм изге күңелле әсәләр. О. Шляпина үҙенең өс балаһынан тыш, һеңлеһен тәрбиәгә алған.

“Ғаилә” үҙәгендәге һәр эш көнө бер тын эсендә үтә. Кешеләргә ғаилә йылылығы, иғтибар һәм һөйөү таратыу, яҡшы мәнәсәбәттәрҙе һаҡлап ҡалыу, йәшәү өсөн уңайлыҡтар булдырыу — мөһим бурыстарҙың береһе. Бына ошо изге ниәттәрҙе тормошҡа ашырыр өсөн янып, ал-ял белмәй эшләй социаль хеҙмәткәрҙәр.

Елена Швейкина,

“Ғаилә” район-ара үҙәгенең райондағы бүлеге белгесе.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: