Инйәр
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
1 Август 2021, 10:55

“Өләсәй, “Инйәр” килгән!”

Миңниса Ғәбделхай ҡыҙы Иҫәнбаева тамырҙары менән Тәүәкәс ауылыныҡы.

“Өләсәй, “Инйәр” килгән!”
“Өләсәй, “Инйәр” килгән!”

Әсәһе Сәйҙә Хәлим ҡыҙы Иҫәнбаева менән атаһы Ғәбделхай  Аҫылбай улы Хисмәтуллин уны иркәләп, наҙлап ҡына үҫтерә, матур тәрбиә бирә.

Миңниса апай Тәүәкәстә дүрт класс белем алғандан һуң, Абҙан мәктәбенә килә. 8-ҙән һуң, Стәрлетамаҡ  һөнәрселек училищеһына уҡырға инә. Штукатур һөнәрен үҙләштергән ҡыҙҙы тәжрибә туплау өсөн йүнәлтмә буйынса Балтас районына ебәрәләр. Бер нисә йыл ошо йүнәлештә эшләгәс, дөйөм ятаҡтан бүлмә алыу ниәте менән ул Өфө ҡалаһының 22-се элемтә үҙәгенә хат һәм пенсия ташыусы булып эшкә урынлаша. Бүлмә алыр өсөн генә тип килгән ханым, хаҡлы ялға киткәнсе ошонда тир түгә. Үҙ һөнәрен бик яратҡанға вазифаһын намыҫ менән башҡара. Хат, гәзит-журналдарҙы, квитанцияларҙы, пенсияны ла тиҙ генә, теүәл  тарата, кешеләр менән уртаҡ тел таба белгәнгә матбуғатҡа яҙылыу кампанияһында ла алғы һыҙыҡта була.

Тормош иптәше Нәсих Ғәлимйән улы Мөхәмәтов менән танышыуҙары үҙе бер тарих. Ҡырмыҫҡалы районы Яңы Ҡыйышҡы ауылы егете Нәсих Ғәлимйән улы алыҫ 70-се йылдарҙа Өфөлә эшләп йөрөй. Был ваҡытта Миңнисаның әсәһе үлеп китә һәм һеңлеһе Гүзәлде тәрбиәләү уның иңенә төшә. Апалы-һеңлеленең йәш айырмаһы ҙур  була. Ҡыҙ ауылда ҡала алмай, шуға күрә ул туғанын үҙе менән Өфөгә алып китә. Дөйөм ятаҡтағы бүлмәләш ҡыҙҙар менән бергә йәшәй башлайҙар. Күршеләре уға һәр саҡ ярҙам итеп тора.

Төҫ-башҡа сибәр, һомғол буйлы Миңниса артынан егеттәр ҙә күп йөрөй, кейәүгә саҡырғандары ла була. Һеңлеһен бер ваҡытта ла ташламаҫҡа, аяҡҡа баҫтырырға, йәтим итмәҫкә һүҙ биргән ҡыҙ тәҡдим яһаусыларға: “Кейәүгә сығырға ризамын, тик бер шартым үтәлергә тейеш — минең өс йәшлек ҡыҙым бар, уның менән алаһыңмы?” — тип әйтә. Иртәгәһенә күҙ атыусыларҙың эҙҙәре лә булмай. Шулай йәш ҡыҙ егеттәрҙе һынай һәм ысын мөхәббәтен көтә. Ә ул көтмәгәндә килә. Гүзәлгә биш йәш тулып китә, апаһын ул ысындан әсәһе тип күрә башлай. Миңниса ла буш ваҡытын һеңлеһенә бағышлай, күп ваҡыт үҙенең шәхси тормошо тураһында онотоп та китә.

Сираттағы эш көнөн тамамлап ҡайтып барғанда уны буласаҡ тормош юлдашы күреп ҡала һәм барса батырлығын йыйып һүҙ ҡушырға баҙнат итә. Егеткә күҙ һирпеү менән ҡыҙҙың йөрәгенә һөйөү осҡоно сәселә һәм дөрләп янып китә. Байтаҡ осрашып йөрөйҙәр. Башҡаларға еңел генә “ҡыҙы”ның барлығы тураһында әйтә алһа, хәҙер ул ике ут араһында ҡала. Ни эшләргә? Дөрөҫөн әйтһә башҡалар кеүек ташлар инде... Ә шартын ҡуймай булмай — һеңлеһе уның бәғер ите. Нимә булһа ла булыр, ти ҙә барыһын да һөйләп бирә. Нәсихтың яуабын көткән мәл уға мәңгелек кеүек тойола, башын күтәреп ҡарарға ла ҡурҡа. Ниһайәт, һөйгәне ышаныслы итеп: “Ярай, беҙҙең балаларға апай булыр, бергәләп үҙ ҡыҙыбыҙ итеп үҫтерербеҙ,” — ти.

— Матур итеп туй яһаныҡ. Ирем һирәк осрай торған холоҡло кеше булды. Тәртипле, киң күңелле, йомарт, ярҙамсыл ине. Миңә бер ҡасан да күтәренке тауыш менән өндәшмәне. Балаларҙы ныҡ яратты. Уның менән үткән ғүмерем ожмахҡа тиң.

Дүрт ҡыҙыбыҙға ғүмер бүләк иттек. Балаларыбыҙ Гүзәл апаларын ныҡ яратты, әле лә уның өсөн өҙөлөп тора. Яҙмыш ете ейәнсәрҙәребеҙ, бер ейәнебеҙ шатлығын күрергә насип итте.

Шулай бәхетле генә йәшәп ятҡанда тупһабыҙ аша ҡайғы үтте. Икенсе ҡыҙыбыҙ өс балаһын ҡалдырып,  ваҡытһыҙ баҡыйлыҡҡа күсте. Ике ейәнсәребеҙҙе, бер ейәнебеҙҙе үҙебеҙ тәрбиәләп үҫтерҙек. Бар һөйөүебеҙҙе, иғтибарыбыҙҙы, күңел йылылығын  уларға бирҙек. Нимә генә эшләһәк тә инәйҙе бер кем дә алыштыра алмай шул.   Иманыбыҙ камил, ҡошсоҡтарым йәтимлекте тойоп үҫмәне.

Бәлә яңғыҙ йөрөмәй,  тиҙәр. Мине яңғыҙымды ҡалдырып,  тормош иптәшем дә  вафат булды. Ул миңә атай ҙа , таянысым да ине, Нәсихһыҙ миңә ныҡ ауыр, иремде ныҡ һағынам. Шулай ҡайғы-хәсрәт аша йылмайырға ла өйрәндем. Балаларым минең оло йыуанысым, күңелемә дауа.

Шиғырҙар ижад итеүемә байтаҡ йылдар. Үҙемде белгәндән бирле һәр саҡ илһам юлдары менән өндәшергә ярата инем. Ҡунаҡтарҙа ла ҡотлауҙы гел шиғыр юлдары менән еткерәм. Алдан әҙерләнмәйем, һүҙҙәр үҙҙәренән-үҙҙәре күңелгә килә. Әле үкенәм, ниңә уларҙы йыйып бармағанмын икән. Әллә күпме әҫәрҙәрем булыр ине. Ҡыҙым үлгәндән һуң ғына, уға арнап яҙған шиғырымды ҡағыҙ битенә күсереп һаҡланым.

Бөгөн шиғырҙарымды шунда уҡ дәфтәргә һыҙмаҡлап ҡуям. Башҡаларҙың ижады менән танышырға яратам. Интернет селтәрендә күрһәм, уҡымай үтмәйем. Йырлау ҙа  минең шөғөл. “Рухия” вокал ансамбленың әүҙем ағзаһымын. Минең яҙған шиғырҙарым йыр булып республика теле-радио селтәрҙәрендә  яңғырап тора, бигерәк тә “Ҡурай”, “Юлдаш” каналдарында.

Шиғырҙарым менән төрлө конкурстарҙа, йәтим балалар өсөн, ҡарттар йортонда, мәсет төҙөгәндәр өсөн ойошторолған сараларҙа ҡатнашам. “Йөрәк һүҙе” проектының 37-се сығарылышында Флүрә Үҙәнбаева менән сығыш яһау бәхете тейҙе. Унда  үҙемдең “Аҡ ҡайындар” тигән шиғырымды уҡыным.  “Тыуған ерем — изге төйәгем” видео конкурсында “Ғорурлығым минең — Архангелем” тигән шиғырым яңғырағас, бик һөйөндөм.  Райондаштарымдан күп рәхмәт һүҙҙәре, маҡтау килде.

Матур яҙ, йәй миҙгелдәрендә балаларым менән ауылға ҡайтабыҙ. Инйәребеҙҙә һыу керәбеҙ.  Ишек алдымда сәскәләр үҫтерәм, ейән-ейәнсәрҙәремә тәмле ризыҡтар бешерәм. Ә ҡышҡылыҡҡа  Өфөгә йыйынам, сабыйҙарымды  мәктәпкә оҙатам, йылы аштарым менән ҡаршы алам. Көндәрем шулай йүгереп йөрөп, бала-саға менән булашып, күңелле мәшәҡәттәр менән мәж килеп үтеп тора.

“Инйәр” гәзитенә бик ҙур рәхмәтемде еткергем килә.  Уларға тынғыһыҙ эштәрендә уңыштар теләйем, тоғро уҡыусылары йылдан-йыл артып торһон. Гәзит хеҙмәткәрҙәренә, тыуған районыбыҙҙың матурлығын, нимә менән йәшәүен,  һәләтле, уңған кешеләренең тормошо, хеҙмәте, уңыштары, уҙғарылған саралар менән үҙ ваҡытында даими рәүештә беҙгә гәзит аша еткереп тороусыларға, туған телебеҙ өсөн йән атыусыларға ғәилә бәхете, һаулыҡ, ижади бейеклектәр теләйем. Минең ябай ғына ижадымды матурлап, ҙурлап яратҡан гәзитемдең биттәрендә баҫтырып сығарып тораһығыҙ. Архангел ере һәләттәргә бай ер, һеҙ ана шул таланттарҙы тәү башлап күтәреп ебәреүселәр.

“Инйәр” гәзитен ҡасан алдыра башлағанымды аныҡ ҡына иҫләмәйем. Ул баҫыла башлағас та үҙебеҙҙең гәзит бит, тип ауылға ҡайтҡан арала ҡараштыра инем. Артабан Өфөгә яҙҙырта башланым. Хәҙер ҡышын Өфөгә ҡайтып китһәм дә, Тәүәкәстә булған сағымда ла гәзитте алдырып торам. Юлиә ейәнсәрем электрон төрөнә яҙыла. Уныһы уңайлы булһа ла мин “Инйәр”ҙе ҡулыма тотоп уҡырға яратам. Уҡылған мәҡәләләрҙе ҡат-ҡат ҡараштырырға ла әүәҫләнгәнмен. Бигерәк тә “Тулҡын”, “Иман нуры”, “Файҙалы кәңәштәр”, “Хужабикә янсығы”, “Юбилярҙар” рубрикалары, хикәйәләр оҡшай.  “Инйәр”ҙе һағынып,  көтөп алам. Мин генә түгел, балаларым да.  Почта йәшнигенән алып кереткәс тә: “Өләсәй, “Инйәр” килгән!”— тип шатланып һөйөнсө һорайҙар. Уның һәр яңы һаны үҙенсәлекле. Ғөмүмән, башҡорт телендәге гәзитебеҙҙең мәңге йәшәүен, тарихта тәрән эҙ ҡалдырыуын теләйем, — тип һүҙен тамамланы Миңниса Ғәбделхай ҡыҙы.

Дилара Бәҙретдинова.

Фото — ғаилә архивынан.

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: