Инйәр
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
1 Август 2021, 01:45

Халыҡҡа яҡын йәмғиәт

Берләшкән милләттәр ойошмаһы ҡарары буйынса 1995 йылдан алып июль айының тәүге шәмбеһе Халыҡ-ара кооперация көнө тип билдәләнә.

Халыҡҡа  яҡын йәмғиәт
Халыҡҡа яҡын йәмғиәт

Ә илебеҙ тарихына күҙ һалһаҡ, Петровск заводында (хәҙерге Петровск-Забайкальский ҡалаһында) эшләгән һөргөнгә ебәрелгән декабристар “Ҙур артель” йәмғиәте төҙөй һәм шул мәлдән Рәсәйҙә кооператив хәрәкәт башлана. Уның Уставы нигеҙенә ирекле ағзалыҡ, тигеҙлек, тауарҙы бары тик ҡулаҡсаға һатыу, ағзаларҙың иғәнә индереүе, идаралыҡ һәм контролдә тотоу органдарын йәшерен тауыш менән һайлау, пайсылар алдында идаралыҡтың һәм ревизия комиссияһының отчет биреүе принциптары һалына. Декабристар кооперативы йәмәғәт туҡланыуы, берәмләп һатыу, йәшелсәселек, мал һимертеү менән шөғөлләнә, төрлө оҫтаханалар тота. “Ҙур артел”де барлыҡҡа килтергән принциптар бөгөн дә үҙ әһәмиәтен юғалтмай һәм ҡулланыусылар кооперацияһы эшмәкәрлегенең төп нигеҙе булып тора.

 Әлеге ваҡытта урындағы “РайПО” ҡулланыусылар йәмғиәте коллективы, кооперация хәрәкәтенең бер өлөшө булараҡ, данлы традицияларына тоғро ҡалып, үҙенә йөкмәтелгән бурысты теүәл үтәй. Ҡулланыусылар йәмғиәте кооперативы нигеҙҙә сауҙа һәм көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү сифатын яҡшыртыу, кешеләргә эш урындары булдырыу буйынса артабан да һөҙөмтәле эшләүҙе иң алғы планға ҡуя. Ул беҙҙең йәшәйешебеҙҙә  ҙур социаль әһәмиәткә эйә. Кооперация бизнес ҡына түгел, ә ябай халыҡтың мәнфәғәтен яҡлаған, уны үҫештергән бай социаль программаларҙы тормошҡа ашырыусы, дәүләтебеҙҙең иҡтисадын һәм йәмғиәтен нығытыусы.

 Һөнәри байрамдары уңайынан беҙ район ҡулланыусылар йәмғиәте рәйесе Фәриҙә Рафаил ҡыҙы Сәхибзадаева менән осрашып әңгәмәләштек.

 – Район халҡының байтаҡ өлөшөн беҙҙең йәмғиәт хеҙмәтләндерә. Хәҙерге көндә йәмғиәт ҡарамағында 17 магазин,  бер икмәк бешереү цехы, өс туҡланыу нөктәһе иҫәпләнә. 2021 йылдың тәүге ярты йыллығы күрһәткестәре буйынса “РайПО” һөҙөмтәле эшләне. Беҙҙең маҡтанырлыҡ яҡшы уңыштарыбыҙ бар. Тауар әйләнеше, етештереү һәм әҙерләү былтырғыға ҡарағанда күпкә юғары.

Үҙебеҙ бешергән икмәк-булка, кондитер изделиеларын, төрлө ярымфабрикаттарҙы магазиндарыбыҙ аша һатыуға сығарабыҙ. Бынан тыш, башҡа сауҙа нөктәләре, шәхси эшҡыуарҙар менән дә әүҙем хеҙмәттәшлек итәбеҙ.

Оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте менән дан алған кооперация ветерандары, фиҙаҡәрлектәре өсөн маҡтауға лайыҡ бөгөнгө белгестәр менән бер рәттән, йәш кадрҙар ҙа эшкә килә. Нисек кенә булмаһын, һәр өлкәлә лә алға барыу, үҫешеү өсөн инициативалы йәш кадрҙар кәрәк.

Үҙ эшенең оҫталары һатыусылар: Инна Эдуардовна Вассерман, Әлфинә Бәҙғөтдин ҡыҙы Вәхитова, Фазилә Исмәғзәм ҡыҙы Андреева, Зәһира Ғәбит ҡыҙы Сирбаева, Гүзәл Йыһанур ҡыҙы Нурмөхәмәтова, Любовь Валентиновна Матвеева, водителдәр: Сергей Александрович Колбин, Николай Васильевич Орлов, Алексей Анатольевич Панфилов, товароведтар: Зилә Латип ҡыҙы Исхаҡова, Назия Нәзип ҡыҙы Рамазанова һәм башҡаларҙың исемдәрен тик йылы һүҙҙәр менән генә телгә алабыҙ. Яңыраҡ эш башлаған һәм яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән Тәүәкәс ауылы һатыусыһы Эльмира Фәтих ҡыҙы Вәлиева тураһында ла маҡтау һүҙҙәре әйткебеҙ килә.  Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр  ысын мәғәнәһендә йәмәғәт тормошона тос өлөш индереүселәр, — тип һүҙен йомғаҡланы Фәриҙә Рафаил ҡыҙы.

 Һөнәрҙе кеше осраҡлы рәүештә генә һайламайҙыр. Ниндәйҙер күңел тартыуы, йән ынтылышы теге йәки был һөнәр буйынса эшләргә үҙе этәрә кешене.

Сауҙала эшкә етеҙ һәм сабыр кешеләр генә эшләй. Һатып алыусылар шул тиклем талапсан, һорауҙарға ла яуап бирергә, эшеңде лә башҡарырға, бер кеше менән оҙаҡ әңгәмәләшеп тороп, сират йыйырға ла ярамай. Ни генә тиһәң дә, кеше менән аралашып эшләү — үҙе бер тормош мәктәбе.

Дилара Бәҙретдинова.

Альберт Рәхимов фотоһы.

 

 

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: