Инйәр
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
1 Август 2021, 12:55

Фашистарҙың енәйәте онотолмай

Ҡырмыҫҡалы районының пионерҙар йорто һәм Ҡырмыҫҡалы ауылы мәктәбе нигеҙендә “Без срока давности”  (“Ваҡыты сикләнмәгән”) исеме аҫтында үҙенсәлекле күсмә күргәҙмә ойошторолдо.

Фашистарҙың енәйәте онотолмай
Фашистарҙың енәйәте онотолмай

Сара халыҡты нацистарҙың, уларҙың ҡуштандарының һуғыш ваҡытында башҡарған енәйәттәре тураһында таныштырыу маҡсатында уҙғарылды.

Үткән аҙна тарих уҡытыусылары Алина Рәйес ҡыҙы менән Дамир Флүр улы Әхтәмовтар 1-се һәм 2-се Архангел мәктәптәре уҡыусыларына Бөйөк Ватан һуғышы йылдары хаҡында ентекле мәғлүмәт бирҙе.

Күсмә күргәҙәмә 1941-1945 йылдарҙа нацистар тарафынан совет халҡы геноциды сәйәсәтенең киң ҡолас йәйеүенә ҡағылышлы дүрт стендты  үҙ эсенә алды: кешеләрҙе үлтереүгә йүнәлтелгән төрлө каратель саралар, аслыҡ менән йонсотоу, йәшәү өсөн сыҙарлыҡ булмаған шарттар тыуҙырыу, мәжбүри эшләтеү һәм  Германияға ҡыуып алып китеү.

Барлыҡ архив документтарҙың серҙәре Рәсәй Федерацияһы  Президенты ҡушыуы буйынса эшмәкәрлек иткән “Без срока давности” федераль проект сиктәрендә асылған һәм баҫылған.

Альбина Сөләймәнова,

район мәғариф бүлеге методисы.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: