Абҙан ауыл мәҙәниәт йортонда, 8 март - халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә бағышланған "Йәгеҙ-әле, ҡыҙҙар!" исемле байрам сараһы үткәрелде. Кисәлә Абҙан ауыл биләмәһендә йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ихлас күңелдән ҡатнашырға теләк белдерҙе. Бына улар: Яңы Ырныҡшынан – “Розалар”, Абҙандан – “Умырзая” һәм “Дуҫтар” тип исемләнгән командалар үҙ-ара көс һынашты.
Ярышта ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ йырланы ла, бейене лә, мода ла күрһәтте, төрлө сетерекле һорауҙарға тапҡыр яуап та ҡайтарҙы, бер рәттән сәскә прическа яһаны, туҡмас киҫте, өҫтәлде дөрөҫ сервировкаланы; йәғни тамашасыларға һәм үҙҙәренә лә күңелле байрам ойошторҙо. Гүзәл заттарыбыҙ ысын күңелдән үҙҙәренә бирелгән өйгә эште лә күрһәтте. Ике кешенән торған жюри ағзалары ярышты ғәҙел баһаланы. Сарааҙағында бөтә командалар бергәләшеп йырҙар башҡарҙы һәм иҫтәлеккә фотоға төштө.
Артабан тамашаға килгән бөтә халыҡ дискозалға сығып, иҙәндәрҙе һындыра яҙып, гармун көйөнә тыпырҙатып бейеп күңел асты. Ә инде иң аҙаҡтан үҙебеҙ бешереп алып килгән тәм-томдар менән байрам сәйе эстек. Байрам кисәһе барыһына ла оҡшаны, тамашасылар ҙа, ҡатнашыусылар ҙа, күтәренке кәйеф менән өйҙәренә таралышты.