Ошо көндәрҙә “Юбилей” стадионында район хакимиәте башлығы кубогы өсөн саңғы ярышы ойошторолдо. Спорт сараһында 200-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты.
Белем биреү учреждениелары араһында абҙандар – беренсе, Ауырғазы күп профилле колледжының Архангел филиалы – икенсе, Оҙондар йыйылма командаһы өсөнсө урныды яуланы. Ауыл биләмәләре һәм ойошмалар араһында Баҡалды – “алтын”, Абҙан – “көмөш” һәм мәғариф бүлеге спортсылары “бронза” миҙалға лайыҡ булды.