Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
25 Февраль 2021, 16:44

Абҙан ауылына инһәң... Айыҡ тормош гөрләй…

***

Байрамса биҙәлгән урамдар, дәртле көйҙәр, көләс йөҙҙәр һәм күңелле саралар... Шулай булыуға ҡарамаҫтан, былар бөтәһе лә айыҡ тормош нигеҙендә ойошторолған. Тимәк, байрамды алкоголһеҙ үткәреү, икеләтә матурыраҡ та, яҡшыраҡ та, күңеллерәк тә тигән фекер килеп тыуа һәм ул, ысынлап та, үҙен раҫлай.
2011 йылдан төбәктә “Айыҡ ауыл” конкурсы үткәрелә башланы. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең ҡарарына ярашлы, эскелеккә ҡаршы көрәштең һөҙөмтәлелеген күтәреү һәм урындағы үҙидара органдарының сәләмәт йәшәү рәүеше буйынса эшмәкәрлеген дәртләндереү маҡсатында “Айыҡ ауыл” бәйгеһе ойошторола. Ауыл кешеләрен айыҡ һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу, үҫеп килеүсе быуынды йолаларға таянып тәрбиәләү, эскелектән, тәмәке тартыуҙан һәм наркотиктарҙан һаҡлау – бәйгенең төп маҡсаттарының береһе булып тора.
Ошо көндәрҙә “Айыҡ ауыл” муниципаль этабының еңеүсеһе – Абҙан ауылында бихисап саралар үтте. Тантаналы сараны асыуҙа БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты А.Р.Гәрәева, район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы А.З.Сәйетғәлин, Абҙан ауыл биләмәһе башлығы А.М.Хәсәнов ҡатнашты. Улар барыһын да сәләмләп, ауыл халҡына, саҡырылған ҡунаҡтарға төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашыуҙарын, Абҙан ауылында киләсәктә лә әүҙем, берҙәм, тырыш һәм сәләмәт тормош рәүешен алып барыуҙарын теләне.
Ошо йәһәттән Абҙан ауылы мәктәбендә байтаҡ саралар уҙҙы. Атап әйткәндә, спорт залында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында яу юлы үткән полковник Сәйфулла Хәлил улы Хәбиров иҫтәлегенә волейбол буйынса ярыш үтте. Унда Архангел, Арх-Латыш, Инйәр һәм Абҙан (ике команда) ауыл биләмәләренән, шулай уҡ Ҡырмыҫҡалы һәм Өфө райондарынан волейболсылар ҡатнашты. Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса майҙан хужалары – беренсе, ҡырмыҫҡалылар – икенсе һәм архангелдәр өсөнсө урынға сыҡты. Шулай уҡ, белем усағында өҫтәл теннисы һәм шахмат буйынса ла турнирҙар ойошторолдо, балалар үҙ-ара саңғыла уҙышты. Бер рәттән, “Йәйғор” балалар һәм үҫмерҙәр клубы тарафынан уҡтан сәпкә атыу буйынса майҙансыҡ эшләне, скандинав йөрөш менән шөғөлләнеүселәр ҙә тик торманы, үҙ дистанцияларын үтте.
Белем кимәлен тикшереү маҡсатында башҡорт теле буйынса диктант яҙыу ойошторолдо. Киләсәккә юл һалған, үткәне менән бөгөнгөнө бәйләгән, тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлаған изге урын, рухи аҙыҡ биргән урындағы музейҙы барыһы ла ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны. Айгөл Рәшид ҡыҙы үҙҙәрен борсоған һорауҙар буйынса граждандарҙы ҡабул итте. Көндөң һалҡын булыуына ҡарамаҫтан, саф һауала “Ғаилә” социаль ярҙам күрһәтеү район-ара үҙәгенең райондағы филиалы белгестәре “Ғаилә байрамы”нда төрлө уйындар менән ҡыуандарҙы. Ауыл урамдары буйлап шарҙар һәм таҫмалар менән биҙәлгән аттарҙа елдереп үтеүҙәре үҙенә күрә үҙенсәлекле лә, ҡыҙыҡлы ла тамаша булды.
Артабан байрам ауыл мәҙәниәт йортонда дауам итте. Халыҡ-ара туған тел көнө уңайынан “Туған тел – мәңгелек хазина” тип исемләнгән оҫталыҡ дәресендә (етәксеһе – Элзидә Мусина) мәктәп уҡыусылары, педагогик хеҙмәт ветераны Н.Х.Йосопова ҡатнашты. Ҡунаҡтар, ауыл халҡы урындағы ҡул оҫталарының эштәре менән танышты. Ләлә Фәйзуллина, Рәйхана Бикбулатова, Динә Килмөхәмәтова, Мәрүә Фәйзуллина, Мәрйәм Ғафарова, Зәкирә Ҡужахмәтова, Зәкиә Шириязданова һәм ауыл мәҙәниәт йорто тарафынан әҙерләнгән күргәҙмә барыһында ла бай тәъҫораттар ҡалдырҙы. Сарала “Татыу ғаилә”, “Алтын пар”, “Спорт һөйөүсе”, “Күп балалы йәш ғаилә”, “Ауыл активистары” номинациялары билдәләнде, уларға Рәхмәт хаттары, Маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Бай һәм йөкмәткеле концерт номерҙары һәр тамашасының күңеленә хуш килде, ҙур алҡыштар менән оҙатылды.
Читайте нас в