Инйәр
+15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
16 Февраль 2021, 16:32

“Афғанистан – йөрәк яраһы”

***

Ошо исем аҫтында Абҙан ауылында Рәсәйҙә Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуҙың 32 йыллығын билдәләү сараһы уҙҙы. Бик күп ғаиләләргә ҡағылған был ҡораллы конфликтта илебеҙ меңләгән һалдат һәм офицерын юғалтты. Өҫтәүенә, тиҫтәләгән мең йәш егеттәрҙең ғүмерен аҫтын-өҫкә килтерҙе.
Афған һуғышы беҙҙең республикабыҙ өсөн дә эҙһеҙ үтмәй. Унда Башҡортостандан туғыҙ мең ярымдан ашыу кеше ҡатнаша. Шуларҙан 343-ө яу яланынан әйләнеп ҡайтмай. Беҙҙең ауылдан да был яуҙа 10 егет (Аҡбаев Рәис, Ғиниәтов Нияз, Давлянов Ғаян, Килмөхәмәтов Марат, Кинйәғолов Илфат, Кинйәғолов Хәлил, Татлыбаев Рәмис, Шәрипов Риф, Яҡшығолов Илфат һәм Яҡшығолов Илшат) һуғышта ҡатнаша.
Күпме генә ғүмер үтмәһен, һеҙҙең йөрәктәрҙәге ауыр тойғоларҙы, һеҙ күргән ғазап-борсоуҙарҙы йыуып төшөрөү һис мөмкин түгел. Утлы юлдар, хәрбиҙәрсә ысын дуҫлыҡ, батырҙарса һәләк булған хеҙмәттәштәрегеҙ хәсрәте – былар барыһы ла мәңге онотолмаҫ ваҡиға.
Традицион рәүештә 15 февраль көнө – ул һәләк булыусыларҙы хәтергә алыу ғына түгел, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыусыларға тәрән ихтирам һәм рәхмәт белдереү ҙә.
Фаягөл Кинйәғолова.
Абҙан ауылы клубының художество етәксеһе.
Читайте нас в