Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
15 Февраль 2021, 18:44

Мал күп булһа, килем артыр

***

Район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Айрат Сәйетғәлин етәкселегендә сираттағы “Эшҡыуар сәғәте”е уҙҙы.
Кәңәшмәлә Ихлас Казаков үҙ проекты менән таныштырҙы. Ул районда 1000 башҡа тиклем эре мөгөҙлө малдарҙы үҫтереү һәм һимертеү майҙансығын төҙөү буйынса бизнес-проектын тәҡдим итте.
Осрашыу барышында урындағы етәкселек пландарҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән үҙ фекерҙәрен, файҙалы кәңәштәрен һәм тәҡдимдәрен еткерҙе. Шулай уҡ ер мәсьәләһен хәл итеү һәм БР Ауыл хужалығы министрлығына грант алыу өсөн документтар йыйыу буйынса ярҙам күрһәтелеүе белдерелде.
Читайте нас в