Инйәр
+15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
15 Февраль 2021, 18:42

Ағымдағы йыл нимәгә арналды?

***

2021 йыл Рәсәйҙә Фән һәм технологиялар йылы, Башҡортостанда Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан республикала ағымдағы йылды Башҡорт тарихы йылы тип иғлан ителде.
Ошо йәһәттән район мәҙәниәт йортонда уны асыу тантанаһы уҙҙы. Сарала ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Айрат Сәйетғәлин сәләмләп, үткән йылдың ҡаҫҡаса һөҙөмтәләрен барланы, шулай уҡ ағымдағы йылға маҡсаттар тураһында бәйән итте.
Артабан Айрат Закир улы үҙәк район дауаханаһының техник бүлеге начальнигы С.А.Матюшинға тырыш хеҙмәте өсөн БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Рәхмәт хатын, район мәҙәниәт йортоноң музыкаль бүлек мөдире И.Н.Баяновҡа халыҡ ижадын үҫтереүгә тос өлөш индергән өсөн БР Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһын, район мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе С.М.Мағазоваға районда мәҙәниәтте үҫтереүгә күп көс индергән өсөн БР Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хатын, шулай уҡ Өфө ҡалаһының Мәҙәниәт һәм ижад идаралығы тарафынан “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” республика конкурсының төбәк этабында ҡатнашыусы Бадрановтар (Тәүәкәс ауылы) – I дәрәжәле диплом, Сөләймәновтар (Архангел) – III дәрәжәле диплом һәм Мусиндар (Абҙан) “Әүҙем ғаилә” дипломы менән бүләкләне.
Күркәм сара район мәҙәниәт йорто, балалар сәнғәт мәктәбе коллективы тарафынан әҙерләнгән дәртле, сағыу һәм моңло йыр-бейеүҙәр менән кәйефтәрҙе күтәрҙе.
Читайте нас в