Инйәр
-20 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
9 Февраль 2021, 18:12

Теләгең булһа... Дәүләт ярҙам итергә әҙер!

***

Ошо көндәрҙә “Архангел районында ауыл хужалығының үҫеше” тип исемләнгән семинар-кәңәшмә уҙҙы. Сарала БР Ауыл хужалығы консультацияһы үҙәгенең директор урынбаҫары, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты В.В. Яковлев, район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы А.З.Сәйетғәлин, уның урынбаҫарҙары һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етәкселәре булды.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы Айрат Закир улы сәләмләгәндән һуң, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Азамат Нарбутин районда ауыл хужалығының хәл-торошо тураһында һөйләне. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Салауат Фәтҡуллин кесе һәм урта бизнес хаҡында бәйән итте.
Семинар-кәңәшмәнең иң мөһим темаларының береһе буйынса Владимир Вячеславович сығыш яһаны. Ул фермерҙарға, шулай уҡ кооперативтарға “Агростартап”, “Ғаилә фермаһы”, “Агропрогресс”, “Килем килтереүсе проект” һәм башҡа дәүләт ярҙамдары менән ҡулланыу мөмкинслектәре буйынса мәғлүмәт менән таныштырҙы.
Артабан “Россельхозбанк” филиалы идарасыһы Н.И.Шеина кредит биреү, район ветеринария станцияһы начальнигы В.С.Хажиәхмәтов африка тағуны, шулай уҡ башҡа сирҙәрҙе профилактикалау буйынса ойошторолған саралар, район буйынса дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһының баш дәүләт
инженер-инспекторы С.А.Палтусов үҙйөрөшлө машиналарҙың техник күҙәтеү үтеү буйынса яңы шарттары, 63-сө янғын һүндереү часы начальнигы урынбаҫары Т.Р.Фазылов янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре буйынса һөйләне.
Һуңынан сарала “Архангел агросоюзы” фермерҙар ассоциацияһы һайланды. Уның рәйесе итеп М.Рәхмәтуллин, урынбаҫары И.Казаков, секретары А.Аҡбашева һәм ағзалары тәғәйенләнде.
Читайте нас в