Ошо көндәрҙә Абҙан ауылында “Һаулыҡ көнө” байрамы ойошторолдо. Халыҡ араһында сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, спорт менән әүҙем шөғөлләнеү маҡсатында ойошторолған сарала өс ғаилә һәм 15 уҡыусы ҡатнашты.
Байрамда ҡатнашыусылар викторина һорауҙарына яуаптар бирҙе, төрлө эстафеталарҙа үҙ-ара көс һынашты. Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса Әлибаевтар (Айгөл, Илюзә, Илина) – беренсе, Әлимғоловтар (Рәүфилә, Флорида, Иҙел) – икенсе һәм Хәсәновтар (Юрий, Миниәсмә, Иҙел) өсөнсө урынға лайыҡ булды. Еңеүселәр Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.
Юнир Йосопов.
Абҙан ауылы.