Республика кардиология үҙәге белгестәре “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән көрәш” төбәк проекты буйынса видеоконференция ойошторҙо. Сарала Архангел, Бүздәк һәм Шишмә райондары дауаханаларынан кардиологтар, терапевтар, патологоанатомдар, статист-табиптары, шулай уҡ ФАП-тарҙың фельдшерҙары ҡатнашты.
Кәңәшмәлә артериаль гипертензияны диагностикалау һәм дауалау буйынса замаманса алымдарҙы ҡулланыу, шулай уҡ йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән сирләгән кешеләргә ярҙам итеү буйынса анализ эшләнде. Көн дауамында табиптар һәм белгестәр белемдәрен камиллаштырып, файҙалы кәңәштәр алды.