Рәсәйҙә, шул иҫәптән, республикабыҙҙа “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проекты йылдам тормошҡа ашырыла. Был йәһәттән барыһы ла Башҡортостанды башҡа субъекттарға өлгө итеп ҡуя. Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин билдәләүенсә, бөтә милли проекттар ҙа балаларҙың киләсәге тураһында хәстәрлек күреүгә йүнәлтелгән.
“Һәр баланың уңышы” төбәк проекты сиктәрендә “Башҡортостан Кванториумы” мобиль технопаркы Тирәкле ауылы мәктәбендә ике аҙналыҡ уҡытыу һәм өйрәтеү майҙансығына туҡталды. Балалар технопаркы – ул балаларҙың тәбиғи-ғилми һәм техник йүнәлештәр буйынса мәсьәләләрҙе сисеү майҙансығы. Улар лазер, нейро технологияларҙы, пилотһыҙ авиация, программалау, 3D-моделләштереү кеүек йүнәлештәрҙе өйрәнә.
Сарала асыуҙа район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Айрат Сәйетғәлин, мәғариф бүлеге начальнигы Лилиә Сәйғафарова, “Башҡортостан Кванториумы” республика балалар технопаркы директоры Оксана Семенова, мәктәп директоры Эльвира Хәсәнова сәләмләп, педагогтарға һәм уҡыусыларға яңы проекттар өҫтөндә эшләгәндә уңыштарға өлгәшеүҙәрен теләне.
Мобиль технопарк – балаларға өҫтәмә белем биреү буйынса яңы модель. Уҡыусылар “Геоквантум” (пилотһыҙ осоусы аппарат), “VR-квантум” (виртуаль һәм өҫтәмә ысынбарлыҡ), “IT-квантум” (мәғлүмәт технологиялары) һәм “Робоквантум” (робототехника) йүнәлештәре буйынса шөғөлләнә аласаҡ. Бер рәттән “Hi-Tech цех”та 3D-принтерҙар, һанлы программалы идара итеү станоктары һәм башҡа заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған юғары технологиялы прототиплау лабораторияһында үҙҙәрен һынай аласаҡ.
Хәҙер яңы технологиялар быуаты, шуға ла балалар уның менән ҡуллана белергә тейеш. Быға тиклем улар барыһын да һүрәттәрҙә, интернетта ғына күрә ине. Ике аҙна дауамында 2-се Архангел, Абҙан, Баҡалды, Благовещенка, Валентиновка, Ҡыҙыл Еҙем, Оҙондар, Тирәкле һәм Ырныҡшы ауылы мәктәптәре уҡыусылары уларҙы тотоп ҡарау, робот йыйыу һәм башҡа заманса ҡоролмалар менән эш итеү мөмкинселегенә эйә буласаҡ.