Магазинға барған кеше һәр саҡ үҙенең аҡса янсығына ҡарап аҙыҡ-түлек һатып ала. Кәрәкле тауарҙы кәрзинкәгә туплағас ул кассаға юллана. Ошонда иһә ҡайһы бер осраҡта кассирҙар менән төрлө ығы-зығылар килеп тыуа. Ни өсөн тигәндә, кәштәлә хаҡтар бер төрлө, кассала – икенсе…
Һатыу нөктәләре клиенттар алдында түбәндәге бурыстарҙы үтәргә бурыслы:
– Тауарға дөрөҫ хаҡ ҡуйырға тейеш;
– Хаҡы төшкән тауарҙы иҫке хаҡ менән һатырға;
– Даими рәүештә кәштәлә һәм кассала хаҡтарҙы тикшереү;
– Чекта тауарҙағы хаҡ тура килмәһә, уның айырмаһын компенсациялау;
¬ – Срогы үткән тауарҙарҙы һатыу ҡәтғи тыйыла;
– Һатып алыусылар бөтә тауарҙың исемлеге һәм хаҡтар менән тәьмин ителергә тейеш.
Әгәр ҙә һатыусылар хаҡтың айырмаһын ҡайтарырға теләмәй икән, һеҙ полицияға, прокуратурға ғариза яҙа алаһығыҙ. Бер рәттән Роспотребсоюзға онлайн рәүештә, йәиһә почта аша, шулай уҡ туранан-тура белгестәргә мөрәжәғәт итергә була. Әхлаҡи зыян күргән өсөн судҡа барырға хоҡуғығыҙ бар. Әгәр ҙә мәсьәлә урында хәл ителмәй икән Башҡортостан буйынса Роспотребсоюздың ҡыҙыу линияһына (8 800 700 90 30) шылтыратырға була.
Һатып алыусыны алдау ысулдары:
1. Кассир бер тауарҙы ике тапҡыр үткәрә.
2. Мәҫәлән һатыу нөктәләре тауарҙы 30 һум менән ҡабул итә, артабан уны 45 һумға һатыла, ә тауарҙа 35 һум тип яҙыла. Был осраҡта һәр һатылған берәмектән 10 һумы һатыусыға артыҡ тороп ҡала.
3. Иң тәүҙә тауар бер хаҡ менән һатыла, артабан уҡа ташламалы хаҡ ҡуйыла. Һатыусылар тауарҙың хаҡын алмаштыра. Ләкин кассала ташламалы хаҡ иҫәпкә алынмай.
Ҡайһы бер осраҡта һатыусылар яңылыш хаҡтарҙы дөрөҫ ҡумай, был осраҡта ла һатып алыусы зыян күрергә тейеш түгел. Ниндәй хаҡ тора, шул хаҡ менән һатып алырға тейеш.
Ҡайһы саҡта һатыу нөктәләренең етәкселәре үҙҙәренең хеҙмәткәрҙәрен дә алдаған осраҡтары теркәлә. Хаҡтар дөрөҫ булмаған осраҡта кассирҙарҙы һәм һатыусыларҙы ғәйепләп эштән сығара. Ошондай хәл килеп тыуғанда ҡануниәткә таянып үҙегеҙҙең ғәйеп булмауығыҙҙы иҫбатларға була.
Виктор Пьянов,
район хакимиәтенең иҡтисад бүлеге начальнигы.