Инйәр
+16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
1 Февраль 2021, 16:24

Дәртле һәм күңелле саҡ

***

Рәсәй студенттары көнө уңайынан Ауырғазы күп профилле колледжының Архангел филиалында “Татьяна көнө” сараһы үтте.
Белем усағындағы бөтә төркөмдәрҙә лә кураторҙар сәғәте ойошторолдо. Студенттар менән әңгәмә ҡорған мәлдә, улар төрлө тарихи ҡыҙыҡлы һәм файҙалы мәғлүмәт менән танышты. Артабан барыһы ла урамға сығып, саф һауала күңелле уйындарҙа ҡатнашты. Йәштәр өс йыйылма командаға бүленеп, төрлө конкурстарҙа үҙ-ара көс һынашты.
Һуңынан һәр команда Маҡтау ҡағыҙҙары һәм татлы бүләктәр алып ҡыуанды.
Лиана Кинйәғолова,
тәрбиә эштәре мөдире.
Читайте нас в