“Айыҡ ауыл” конкурсы һаулыҡты һаҡлау, эскелек менән мауығыуҙы иҫкәртеү, сәләмәт тормош рәүеше алып барыуға йүнәлтелгән.
2021 йылдың 3 февралендә Абҙан ауылында күсмә Берҙәм ғаилә консультация көнө уҙғарыуы күҙаллана. Сарала район хакимиәте, опека һәм попечителлек органы хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ табиптар (нарколог, психотерапевт) һәм “Ғаилә” социаль ярҙам күрһәтеү район-ара үҙәгенең Архангел районындағы филиалы белгестәре халыҡты ҡабул итәсәк.