Инйәр
-23 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
13 Ғинуар 2021, 14:32

Йәшел ҡалҡан шаулап үҫһен!

Бәйге яңы йыл байрамы алдынан ылыҫлы ағастарҙы һаҡлау маҡсатында ойошторолдо.

“Йәшә, шыршыҡай!” республика тәбиғәтте һаҡлау акцияһының муниципаль этабының конкурс һөҙөмтәләре билдәләнде. Бәйге яңы йыл байрамы алдынан ылыҫлы ағастарҙы һаҡлау маҡсатында ойошторолдо.
Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса “Урман матурлығын һаҡлайыҡ” номинацияһында Ғафаров Авзал (2-се Архангел, 1 “В” класс) еңеүсе тип табылды. “Креатив-шыршы” номинацияһында Нарсеев Илья (1-се Архангел, 2 “Б” класс) менән Нарсеева Иринаға (1-се Архангел, 9 “А” класс) тиңдәр табылманы.
“Ылыҫлы ағастарҙы һаҡлау маҡсатында буклеттар һәм листовкалар” номинацияһында Ырныҡшынан Леонова Анна (10-сы класс) – I, Федосеева Рената (10)– II урынға сыҡты.
Еңеүселәр һәм призерҙар район мәғариф бүлегенең һәм “Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәгенең Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булды.
Фәрзәнә Хәсәнова,
“Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәгенең директор урынбаҫары.
Читайте нас в