Көн һайын республикала янғындар сығып, кеше ғүмерҙәре өҙөлөүе аяныслы. Яңы йыл байрамдарының бер тәүлегендә генә Башҡортостанда 19 янғын осрағы теркәлде.
Республикала күңелһеҙ осраҡтар һаны артыуы сәбәпле, районға эш сәфәре менән БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров килде. Кәңәшмә Архангел ауыл советында уҙҙы. Сарала район хакимиәте башлығы Илшат Әминев, уның урынбаҫары Семен Дунаев, Архангел ауыл биләмәһе башлығы Ғәли Төгөлбаев ҡатнашты. Һөйләшеү барышында янғын хәүефһеҙлеге мәсьләләре ҡаралды.
Ҡышҡы осорҙа төрлө сәбәптәр арҡаһында янғындар йыш булып тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төбәктә йыл башында уҡ һаҡһыҙлыҡ һәм янғын ҡағиҙәләрен үтәмәү арҡаһында ут ҡорбандары теркәлде. Мейесте самаһыҙ рәүештә ҡыҙыу яғыу, иғтибарһыҙлыҡ арҡаһында ут сыҡҡанын онотмайыҡ.