Ошо көндәрҙә Яңы йыл байрамдары көнө уңайынан “Йәйғор” балалар һәм үҫмерҙәр клубында өҫтәл теннисы буйынса район беренселеге уҙҙы. Спорт сараһы 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр, ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында ойошторолдо. Ярышта үҙ көстәрен һынап ҡарарға Архангел, Арх-Латыш, Тәүәкәс ауыл биләмәләре спортсылары теләк белдерҙе.
Бәйгелә ҡатнашыусыларҙы райондың йәштәр эше, физкультура һәм спорт комитеты рәйесе Алевтина Тиунова сәләмләгәндән һуң, үҙ-ара уйындар башланды. Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында Мочалов Глеб ¬– беренсе, Вашкевич Андрей – икенсе, Әбсәләмов Айҙар өсөнсө урынға сыҡты. Ир-егеттәрҙән Артур Фәхретдинов – “алтын”, Азамат Рәхимов (көмөш) һәм Рөстәм Динисламов “бронза” миҙал яуланы. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан Рәзилә Салихова менән Регина Ибраһимова тәүге урындарҙы биләне. Шулай уҡ “Буласаҡ чемпион” номинацияһында Әбсәләмов Рифат билдәләнде.
Еңеүселәр Маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар менән бүләкләнде, ярышта ҡатнашыусыларҙың барыһына ла тәмле бүләктәр тапшырылды.