Инйәр
+27 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
11 Ғинуар 2021, 16:29

Иҫтәлеккә турнир

Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса благоварҙар – беренсе

Архангелдең “Юбилейный” стадионында Александр Абрамчук иҫтәлегенә арналған хоккей ярышы уҙҙы. Хоккей ҡабында районыбыҙҙың “Альтаир”, Благоварҙан “Тэмп” һәм Нуримандан “Вулкан” спортсылары үҙ-ара көс һынашты.
Турнирҙы асыуҙа район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гүзәлиә Имаева, райондың йәштәр эше, физик культура һәм спорт комитеты рәйесе Алевтина Тиунова сәләмләгәндән һуң, хоккейсылар араһында уйындар башланды. Кубокты яулар өсөн һәр матч көсөргәнешле уҙҙы. Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса благоварҙар – беренсе, нуримандар ¬– икенсе һәм архангелдәр өсөснсө урынға сыҡты.
Читайте нас в