Башҡортостанда Яңы йыл төнөндә 15 бала (алты малай һәм туғыҙ ҡыҙ) донъяға килгән. Был хаҡта рсепублика етәксеһе Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрендә белдерҙе. Төбәктә тәүге бәпес куранттар һуҡҡандан һуң 30 минут үткәс Республика перинаталь үҙәгендә тәүге ауазын һала.
Районда иһә тәүгеләрҙән булып 1 ғинуар Оксана менән Эдик Дәүләтшиндарҙың Илназ исемле улдары тыуа. Бәхетле ата-әсәләрҙе район хакимиәте башлығы Илшат Әминев ҡотлап, изге теләктәрен белдерҙе. Хәҙер иһә Дәүләтшиндар күп балалы ғаилә статусына эйә булды. Быға тиклем улар Эвелина исемле ҡыҙ һәм Илсур исемле ул тәрбиәләй ине.