Райондың граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса белгес Александр Антипин хәбәр итеүенсә, 2019 йылдың 27 декабренә ҡарата районда йыл дауамында 65 янғын сығыу осрағы теркәлгән, 2018 йылда был һан 25 булған, был иһә ағымдағы йылда 160 процентҡа күберәк тигән һүҙ. Фажиғәлә бөтәһе дүрт кешенең ғүмере өҙөлдө, шулай уҡ дүрт кеше төрлө тән йәрәхәттәре алды.
Ут сығыуҙың 36-һы шәхси секторҙа, 25-е – ҡоро үлән яныуы, өсәүһе автомототранспортта булһа, бер осрағы бесән янған. 2018 йыл менән сағыштырғанда Архангел ауыл биләмәһендә –11-гә, Арх-Латышта – 8-гә, Абҙанда, Липовкала – 3-кә, Баҡалдыла, Орловкала – 4-кә, Ырныҡшыла , Ҡыҙыл Еҙемдә, Оҙондарҙа – 1-гә, Тәүәкәстә 5-кә күберәк янғын сығыуы күҙәтелә. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен инҡар итеү, ут төртөү, электр ҡорамалдарын дөрөҫ ҡулланмау, транспорт сараларының төҙөк булмауы “ҡыҙыл әтәс”тең шаярыуына килтерә.
Айырыуса Яңы йыл байрамдарында күңелһеҙ осраҡтарға тарымаҫ өсөн ябай, әммә мөһим ҡағиҙәләрҙе үтәү мотлаҡ.
Мейестең һәм төтөн юлының төҙөклөгөн мотлаҡ тикшереп торорға, ремонтларға һәм ҡоромдан таҙартырға, ярылған урындарын балсыҡ-ҡом ҡатнашмаһы менән һыларға, сарҙаҡта, ҡыйыҡта мөрйәне аҡларға кәрәк. Өс айға бер тапҡыр мейестең төтөн юлдарын йыйылған ҡоромдан таҙартыу мөһим.
Мейесте яҡҡанда хәүефһеҙлек йәһәтенән түбәндәге талаптарҙы иҫтә тоторға кәрәк: мейес һәм башҡа йылытыу ҡорамалдары янында янғынға ҡаршы бүлемдәр (отступ), шулай уҡ мейес алдында ағас иҙәндә 50х70 см ҙурлыҡта тимер киҫәге булырға тейеш.
Мейес янында һәм уның өҫтөндә тиҙ тоҡанып китеүсе әйбер һәм материалдар һаҡларға, кер киптерергә ярамай. Бер юлы бер нисә ҡеүәтле электр приборын ҡабыҙыу, ваҡытлыса ҡуйылған электр үткәргесте файҙаланыу, ҡулдан эшләнгән электр йылытыу ҡорамалдарын ҡулланыу ҡәтғи тыйыла.
Электр йылытыу приборҙарын тәҙрә ҡорғандары, йыһаз һәм башҡа тиҙ тоҡанып китеүсе әйберҙәр янына ҡуйырға ярамай. Йылытҡыс янмай торған таяуҙарҙа торорға тейеш. Иң мөһиме – электр йылытыу приборҙарын, шулай уҡ башҡа көнкүреш электр ҡорамалдарын ҡабыҙылған килеш ҡараусыһыҙ ҡалдырырға ярамай.
Йылытҡыс электр көнкүреш приборҙарын файҙаланыу ҡағиҙәләре:
- электр селтәренә тоташтырылған көнкүреш приборҙарын ҡараусыһыҙ ҡалдырмағыҙ;
- электр үткәргестең төҙөклөгөн тикшереп тороғоҙ, боҙоҡ электр приборҙарынан, электр розеткалары менән файҙаланмағыҙ;
- электр приборҙарын завод инструкциялары талаптарына ярашлы файҙаланығыҙ;
- бер электр розеткаһына бер юлы бер нисә электр приборын тоташтырмағыҙ, электр селтәренә көс төшәсәк;
- асыҡ ут сығанаҡтарынан (шәм, шырпы) файҙаланыу зарурлығы барлыҡҡа килгән осраҡта һаҡ булығыҙ;
- электр приборҙары өҫтөндә кейем киптермәгеҙ һәм башҡа төрлө янып китеүсән материалдар ҡуймағыҙ.
Ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәһәгеҙ, йортоғоҙҙо, мөлкәтегеҙҙе янғындан һаҡлап ҡала алырһығыҙ. Ут тоҡанып китеүҙе һәм һөҙөмтәлә янғын сығыуҙы, кешеләрҙең үлемен һәм матди зыянды булдырмау өсөн автоном янғын тураһында хәбәр итеү яйланмаһын урынлаштырыу зарур, ул төтөн еҫен һиҙә һәм ныҡ итеп һыҙғыра башлай.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ! Янғындың сәбәптәре төрлө, ә бында берәү генә ғәйепле - янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәгән кеше. Тейешле ҡағиҙәләрҙе үтәмәүҙә ғәйеплеләр, янғындарҙың ниндәй эҙемтәләргә килтереүенә бәйле рәүештә закон тәртибендә яуаплылыҡҡа тарттырыла.
Һуңынан үкенмәҫ өсөн янғынды иҫкәртеү еңелерәк.