Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
8 Октябрь 2019, 12:58

Йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәр — уҡытыусыларға!

Уҡытыусы — донъялағы иң яуаплы, иң изге, иң мәрхәмәтле һөнәрҙәрҙең береһе. Был донъяла бөтә һөнәр эйәләренә уҡытыусылар белем бирә. Мәктәп эскәмйәһе, техникум, юғары уҡыу йорто , хатта тормош юлында ла фәһемле кәңәштәре менән һине изге күңелле уҡытыусы оҙата килә. Районыбыҙҙа уҡытыусы һөнәренә вазифаһы менән генә түгел, ә бөтә булмышы, йәне- тәне менән бирелгән, ошо өлкәлә киң йәмәғәтселектең оло абруйын ҡаҙанған белгестәр бик күп.
Үткән аҙнала район мәҙәниәт йортонда Уҡытыусылар көнөнә арналған тантана уҙҙы. Унда әлеге көндә мәктәптә эшләп йөрөгән уҡытыусылар һәм шулай уҡ оҙаҡ йылдар балаларға белем биргән, хәҙерге көндә хаҡлы ялда булған ветеран уҡытыусылар саҡырылды. “Ҡәҙерле уҡытыусылар! Һеҙҙе оло байрамығыҙ — һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлап, йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ауыр эшегеҙҙә уңыштар һәм түҙемлелек теләйбеҙ!,” — тигән матур һүҙҙәр менән алып барыусылар кисәне асып ебәрҙе.
Педагогтарҙы ҡотлау өсөн тәүге һүҙ район хакимиәте башлығы Илшат Әминевҡа бирелде.
— Бөгөн беҙ ғүмерҙәрен ер йөҙөндәге иң кәрәкле һәм изге һөнәр менән бәйләгән, йәш быуынды тәрбиәләү һәм уҡытыу өсөн иң күп көс һалған кешеләр — уҡытыусыларҙы тәбрикләйбеҙ. Беҙҙең район педагогтары заман менән бергә атлай, инновацион уҡытыу алымдарын үҙләштерә, даими рәүештә белем биреү сифатын күтәреү өҫтөндә эшләй. Һөнәрҙәренә тоғролоҡ һаҡлаған, эштәренә ижади ҡараған талантлы уҡытыусылар менән ғорурланабыҙ, — тине Илшат Нәжмитдин улы һәм киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә һәм мәғариф өлкәһендә уңыштар ҡаҙанған өсөн Л.М.Куруноваға (2-се Архангел мәктәбе директоры), Л.М.Эгитҡа (район мәғариф бүлеге методисы) Мәғариф министрлығының почет грамоталарын, Г.Л.Аҫылбаеваға мәғариф алдынғыһы күкрәк билдәһен, шулай уҡ бер төркөм уҡытыусыларға район хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙҙарын, Рәхмәт хаттарын, Н.Ш.Канбековаға (педагогик хеҙмәт ветераны) һәм З.С.Ғафаровҡа (Зәйет төп дөйөм белем биреү мәктәбе директоры) “Башҡортостан Республикаһына 100 йыл” юбилей миҙалын тапшырҙы.
Уҡытыусыларҙы һөнәри байрамдары уңайынан район мәғариф бүлеге начальнигы А.В.Матвеев ҡотлап, йылы һүҙҙәрен йәлләмәне.
— Беҙҙең район педагогтары иң талантлы, иң яҡшылары — улар беҙҙең ғорурлығыбыҙ. Урында 20 мәғариф учреждениеһы эшләй, уларҙа бөтәһе 2160 уҡыусы, 1021 мәктәпкәсә йәштәге балалар иҫәпләнһә, 423-ө — уҡытыусылар. Улар мәғариф системаһын модернизациялауҙа уңышлы эшләй, федераль дәүләт белем биреү стандарттарын үҙләштерә, уҡытыуҙың заманса ысулдарын өйрәнә. Архангел ере бөтә ғүмерен мәктәпкә, уҡыусыларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған кешеләргә бай. Ошо һөнәргә һөйөү уятып, балалары, ейәндәре уларҙың юлын дауам итеүен күреү ҡыуаныслы. Әллә нисә быуын педагогтар биргән уҡытыусылар династиялары районда бихисап.
Андрей Валентинович үҙенең сығышында район мәғарифын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәндәрҙең барыһына ла — уҡытыусыларға, тәрбиәселәргә, белем биреү учреждениелары етәкселәренә, мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәренә намыҫлы эштәре, бурыстарына яуаплы ҡарауҙары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
— Һеҙҙең тырыш, фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ һөҙөмтәһендә әүҙем, ижади һәм инициативалы быуын үҫеп килә. Уларҙың төрлө конкурстарҙа, район, республика, ил кимәлендәге олимпиадаларында еңеүҙәре һеҙҙең ныҡышмал эшегеҙ күрһәткесе, — тип белдерҙе район Советы рәйесе Рәүф Рәхмәтуллин. — Балаларға булған сикһеҙ һөйөүегеҙ, һөнәрегеҙгә тоғролоғоғоҙ өсөн ихлас күңелдән рәхмәт.
Тантанала үҙҙәренең фәнен уҡытыу буйынса юғары һөҙөмтә биргән, яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән бер төркөм педагогтар һөнәри байрам айҡанлы район Советының һәм мәғариф бүлегенең Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары менән билдәләнде.
Ғөмүмән, сара барышында уҡытыусыларға бик күп ҡотлау һүҙҙәре әйтелде. Район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, Балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре тарафынан матур йырҙар, дәртле бейеүҙәр бүләк ителде.
Рәғиҙә Ғиззәтуллина.
Читайте нас: