Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
29 Апрель 2019, 19:12

“Туған телем яҙмышына битараф түгелмен”,- ти башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Г.Аҫылбаева

Бөгөнгө ысын уҡытыусы үҙ заманы менән бергә атларға, ышаныслы, ихтирамлы, иғтибарлы, аҡыллы, үҙ өҫтөндә ижади эшләргә һәм ышаныслы булырға тейеш.
Был сифаттар айырыуса башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһына хастыр, сөнки үҙ халҡын, мәҙәниәтен, телен ысын күңелдән яратҡан, уның киләсәгенә битараф булмаған, мөһим тормош һорауҙарына яуап биргән, тамырҙарын һаҡлап ҡалыр өсөн көрәшкәндәр генә башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡыта ала.
Тәүәкәс мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлфиә Аҫылбаева егерме тиҫтәнән артыҡ йыл уҡыусыларында туған телгә һөйөү тәрбиәләй, матур һәм дөрөҫ итеп һөйләргә, фекерен еткерергә өйрәтә, башҡорт рухын һаҡлап ҡалыуҙа ең һыҙғанып эшләй. Тынғыһыҙ мөғәллимә һәр саҡ эҙләнеү, яңы үрҙәр яулау юлында.
— Гөлфиә Лоғаман ҡыҙы, ни өсөн башҡорт теле уҡытыусыһы һөнәрен һайланығыҙ?
— Оҙондар мәктәбендә уҡыған сағымда Венера Шаһиеваның дәрестәрен бар булмышым менән ярата инем. Ул тәрбиәләнеүселәренең ҡыҙыҡһыныу даирәһен киңәйтеп, тормошта ҡуллана алырлыҡ белем биргән, һәр баланың күңеленә юл таба белгән остаз булды. Венера Сабит ҡыҙы һәр ваҡыт телебеҙ менән ғорурланырға, уны һаҡларға, хөрмәт итергә саҡырҙы. Башҡорт теленә һөйөү менән һуғарылып үҫкәнгә күрә, мәктәпте тамамлағас та Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт теле филологияһына индем.
— Дәрестәрегеҙҙе нисек ойоштораһығыҙ?
— Төрлө яңы стандарттарға ярашлы, традицион булмаған дәрестәр үткәрергә, яңы инновацион технологияларҙы үҙләштерергә, ижади эшләргә, заман менән бергә атларға тырышам. Төплө маҡсаттар ҡуйып, белем биреүҙән тыш, уҡыусыны шәхес итеп үҫтереүҙе төп урынға ҡуям.
— Быйыл һеҙгә “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы — 2019” төбәк-ара конкурсында ҡатнашыу бәхете тейҙе. Ул ниндәй тәьҫораттар ҡалдырҙы?
— Ошондай һөнәри бәйгеләрҙә ҡатнашыу бик файҙалы. Үҙем өсөн күп яңылыҡтар алып ҡайттым, тәжрибәмде байыттым. Йыл һайын оҫтараҡ ойошторолған сара тик йылы, матур хәтирәләр генә ҡалдырҙы.
Эссе яҙыу, үҙеңдең сайтың менән таныштырыу, оҫталыҡ дәрестәре кеүек конкурстарҙа ярайһы уҡ яҡшы күрһәткестәргә өлгәштем. Өфө ҡалаһының 136-сы лицейының 8А класында дәрес күрһәткән ваҡытта балаларҙың башҡорт телендә матур итеп үҙ фекерҙәрен еткерә белеүҙәре һөйөндөрҙө.
Киләсәктә ҡатнашыусылар өсөн шуны әйткем килә — бер-ике йыл алдан ныҡлы әҙерләнеп, ҡурҡмай ошондай әһәмиәтле ярыштарҙа ҡатнашығыҙ. Мәктәптә лә, йәмәғәтселектә лә сағыу, өлгөр булығыҙ, янып эшләгеҙ, ҡайнап йәшәгеҙ, сөнки башҡорт теле уҡытыусыһы халыҡ менән уртаҡ тел табырға, уны ишетә, аңлай белергә, сабыр холоҡло, баҫалҡы, ғөмүмән башҡаларға өлгө булырға тейеш.
—Башҡорт теленең яҙмышы тураһында нимәләр әйтер инегеҙ?
—Милләтте милләт иткән тел, шуға күрә әгәр ҙә үҙебеҙҙе юҡҡа сығарырға теләмәһәк — телебеҙҙе һаҡлап ҡалырға тейешбеҙ. Үҙемдән генә сығып әйткәндә, туған телемдең яҙмышына бер ваҡытта ла битараф түгелмен.
Күп ата-әсәләр балаларына туған телен өйрәтмәй рус теленә өҫтөнлөк бирә. Минең уйлауымса, үҙ телен һанға һуҡмаған кеше әсәһенән йәки сабыйынан баш тартыусыларға бәрәбәр. Ундайҙарға маңҡорт тиҙәр.
Быға тиклем башҡорт теле дәүләт теле статусына еткерелһә лә, һәр саҡ ҡыҫырыҡлау һиҙелеп торҙо. Тик үҙ теленә, тарихына, халҡының киләсәгенә битараф булмағандар арҡаһында ғына беҙ бөгөн башҡорт телен һаҡлап киләбеҙ.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров телебеҙгә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе күҙ уңында тотоп, уларҙы хәл итеү маҡсатынан I Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының ҡорон йыйҙы. Был сара беҙгә, башҡорт теле уҡытыусылары, туған теле өсөн янып-көйөүселәргә ҙур шатлыҡ, сөнки республикабыҙ етәксеһе:”Һеҙ ҡурҡмағыҙ, беҙ — бергә! Был ҙур эште бергә эшләргә кәрәк,”-тине.
Башҡорт теле һәм мәҙәниәтен үҫтереү, милли мәғарифҡа бәйле һорауҙарға яуап эҙләү, фәнни-методик алымдар тураһында фекер алышыуҙан ҡәнәғәтләнеп, ҡанатланып ҡайтҡан етәкселәребеҙ, уҡытыусыларыбыҙ телебеҙҙең яҡты иртәгәһенә ышаныс бирҙе. Киләсәктә башҡорт теленең абруйы тағы ла күтәрелер, уны өйрәнеү дәрестәренә, үҫешенә береһе лә аяҡ салмаҫ, йәш быуыныбыҙ уны онотмаҫ тигән теләктә ҡалам. Шуға күрә беҙгә берҙәм булырға, үҙебеҙҙең халҡыбыҙға, телебеҙгә ҡағылған һәр нәмәгә ҙур иғтибар бүлергә, башҡортмон тип ғорур йөрөргә кәрәк, сөнки беҙҙең ғорурланырлыҡ тарихыбыҙ, телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ бар!
— Гөлфиә Лоғаман ҡыҙы, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Уңыштар һеҙгә!
Дилара Бәҙретдинова әңгәмәләште.
Читайте нас: