Күптән түгел ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссия ултырышы уҙҙы. Район хакимиәте башлығы А.А.Комзалов етәкселегендә уҙған сараға уның урынбаҫарҙары, ауыл хакимиәттәре башлыҡтары, райондың граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш белгесе А.И.Антипин, 63-сө янғын һүндереү часының начальник урынбаҫары Н.Ф.Вәлиев, Ауырғазы район-ара янғын күҙәтеү бүлегенең өлкән инспекторы Е.В.Рыжиков саҡырылды.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар республикала һәм районда янғын сығыу осраҡтары буйынса мәғлүмәт менән танышты. 5 ғинуарға ҡарата районда дүрт янғын сығыу осрағы (былтырғы йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда өскә күберәк) теркәлә. Ут сығыу һөҙөмтәһендә ике кешенең ғүмере өҙөлә, бер граждан төрлө тән йәрәхәттәре ала. Аяныс хәл Ҡыҙыл Еҙем ауылында була. 5 ғинуар төнгө 2 сәғәт 05 минутта 63-сө янғын һүндереү часының дежур-диспетчер хеҙмәтенә Ҡыҙыл Еҙем ауылы Йәшел урамының 4-се йортонда янғын сығыу тураһында хәбәр килә. Янғын һүндереүселәр килеп етеүенә ут ҡыйыҡта һәм 63 квадрат метр майҙанда урынлашҡан мөлкәтте ялмап ала. Янғын сығыу һөҙөмтәһендә 9х5 метр ҙурлыҡтағы йорттоң хужалары 400 000 һумлыҡ зыян күрә, 120 000 һумлыҡ матди байлыҡ һаҡланып ҡала. Янғында 1959 йылғы ҡатын-ҡыҙ төрлө тән йәрәхәттәре ала, ҡыҙғанысҡа күрә, фажиғә мәлендә ике ир-егеттең (1961 һәм 1970 йылда тыуған) мәйете табыла. Әлеге мәлдә бәхетһеҙ осраҡтың сәбәбе асыҡлана.
Көн тәртибендә комиссия ағзалары янғын хәүефһеҙлеге буйынса мөһим ҡарарҙар ҡабул итте.
Кәңәшмә һуңында район хакимиәте башлығы Александр Комзалов тарафынан ауыл биләмәләрендә юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу һәм районда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу буйынса һорауҙар ҡаралды.