Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
18 Декабрь 2018, 13:39

Рәсәй һайлау системаһына — сирек быуат

БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Арслан улы Вәлиев:
— 1993 йылдың көҙөндә заманса Рәсәй дәүләтселеген булдырыу юлында ныҡлы аҙымдар яһалды: бер нисә ай дауамында Федерация Советына һәм Дәүләт Думаһының беренсе саҡырылыш депутаттарын һайлауҙар, Төп закон проекты буйынса бөтә халыҡтың тауыш биреүҙәре үтте һәм яңы Конституция ҡабул ителде. Был процестар менән бер рәттән илебеҙҙә яңы һайлау системаһы барлыҡҡа килде һәм ул быйыл 25 йыллығын билдәләй.
Рәсәй Президентының 1993 йылдың сентябренән декабренә тиклемге арауыҡтағы бер нисә күрһәтмәһе яңы һайлау системаһы ҡоролошона нигеҙ һалды. Процесс ошо уҡ йылдың сентябрендә тәүге күп партиялы һайлауҙар алдынан РФ Президенты Борис Ельцин тарафынан Федерация Советына һәм Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙар буйынса Үҙәк һайлау комиссияһы булдырыуҙан башланды. РФ Конституцияһы проекты буйынса бөтә халыҡтың тауыш биреүҙәрен уҙғарыу вәкәләте лә һуңынан был комиссия ҡарамағына тапшырылды. Граждандарҙың һайлау хоҡуҡтарын яҡлауҙы тәьмин иткән бойондороҡһоҙ коллегиаль орган булараҡ Рәсәй Үҙәк һәм РФ субъекттарының һайлау комиссияларының хоҡуҡи статусы Федераль һәм субъекттар ҡануниәттәр тарафынан нығытылды.
Федераль һәм төбәк референдумдары, хөкүмәттең төрлө кимәлдәге вәкәләт органдарына һайлауҙар уҙғарғанда Башҡортостан һайлау системаһы әһәмиәтле роль уйнай. 3 050 303 тауыш биреүсеһе һәм даими рәүештә 3391 участка һайлау комиссиялары булған республикабыҙ Рәсәй субъекттары араһында тәүге унау рәтендә тора. Ике тиҫтә ярым йылдар эсендә беҙҙең һайлау комиссиялары бик яҡшы тәжрибә туплаған, һиҙелерлек ҡаҙаныштарыбыҙ бар. Мәҫәлән, РФ-ның һайлауҙар һәм референдумдарға ҡағылған закондарын кодлаштырыу мөһимлеге хаҡында тәҡдимдәр федераль кимәлдә йыш ҡына яңғырай. Респуликабыҙҙа 1990 йылдарҙың икенсе яртыһында был йүнәлештә эш алып барылды һәм 1997 йылдың 1 сентябрендә Һайлауҙар тураһында Башҡортостан Республикаһы Кодексы ҡабул ителде. Һуңғараҡ заманса рәсәй йәмғиәтендә һәм һайлау ҡануниәтендәге үҙгәрештәрҙе иҫәпкә алыусы Кодекстың яңы баҫмаһы раҫланды. Һайлау процесында төрлө технологияға һәм техникаға бәйле яңылыҡтарҙы ҡулланыу йәһәтенән республикабыҙҙың һайлау системаһы йыш ҡына һынау урынына әйләнде. Мәҫәлән, 2003 йылда БР Президентын һәм Дәүләт Думаһына дүртенсе саҡырылыш депутаттарын һайлауҙар барышында 22 һайлау участкаларында бөтөнләй өр-яңы, шул мәлгә әле саҡ күренә башлаған, һайлаусыларҙың тауыштар һанын иҫәпләүсе электрон ҡоролма (тауыш биреү бюллетендәрен эшкәртеү комплексы — КОИБтар) ҡулланылды. Ул саҡта Өфө ҡалаһының Дим районындағы барлыҡ һайлау участкалары комиссиялары шулар ярҙамында эшен тамамланы.
Тере организм булараҡ, илебеҙҙең, шул иҫәптән республикабыҙҙың һайлау системаһы өҙлөкһөҙ үҫеш юлында. Миҫалға, һуңғы йылдарҙа һайлау тураһындағы законға әһәмиәтле үҙгәрештәр индерелде: һайлау ҡануниәтен боҙоусыларға язалар ҡатыланды (енәйәти эҙәрлекләүгә тиклем), һайлау алды уҙыштарына, кандидаттарҙың биографияларының “таҙа”лығына, һайлауҙарҙың финанс тәғәйенләнешенең асыҡлығына һәм башҡаларға талаптар артты. Һайлау системаһында заманса технологияларҙың роле артҡандан-арта. Уларҙың әһәмиәте, тәү сиратта, тауыш биреүҙәргә йомғаҡ яһағанда кешенең ҡатнашлығын кәметеүҙә. Икенсе яҡтан, тауыштарҙы иҫәпләгәндә технология сараларын ҡулланыу һайлау комиссияһы ағзаларының эшен күпкә еңеләйтә.
Әлбиттә, алға ынтылыш яһау ябай ғына түгел, төрлө кимәлдәге һәм төрҙәге ҡатмарлыҡтар, хаталарҙы төҙәтеүҙәр аша бараһың. Бөгөн әле һайлау ҡануниәтен артабан яҡшыртыу мөһим. Шулай уҡ һайлау системаһының техник һәм кадрҙар тәьминәтен хәҙерге заман талаптарына яраҡлаштырыу, тауыш биреүселәрҙең төрлө категорияларына теләген белдереүҙә кәртәләрҙе бөтөрөү, депутатлыҡҡа кандидаттарҙы тәҡдим итеү һәм теркәү процедураларын ябайлаштырыу көнүҙәк мәсьәләләрҙән һанала. Үткәрелгән һайлауҙарҙың ҡәтғи рәүештә ғәмәлдәге ҡануниәт талаптарына ярашлы булыуын тәьмин итеү — элеккесә төп бурыстарҙың береһе.
Һайлауҙарҙы ойоштороусылар һайлау системаһындағы барса үҙгәрештәрҙең процестағы үтә күренесәнлек, асыҡлыҡ, намыҫлыҡ принциптарын, ниндәйҙер ҡыҫылыуҙарға буйһонмауын нығытыуға йүнәлтелеүе яҡлы. Әйтергә кәрәк, илебеҙҙең һайлау системаһының 25 йыллығына арналған сығышында РФ Президенты В.В.Путин тап ошоларға баҫым яһаны.
Читайте нас: