Яҙғы сәсеү эштәре тамамланыуға арналған, ялан батырҙарына, йыл әйләнәһенә фермаларҙа тир түгеүсе һауынсыларға, малсыларға, продукция эшкәртеүселәргә — агросәнәғәт комплексында ал-ял белмәй эшләүсе уңғандарыбыҙға дан йырлаусы байрам — Һабантуй районыбыҙҙа гөрләп уҙҙы.
Йола буйынса байрам ҡунаҡтарын милли кейемдәрҙә йыр-бейеү, күпереп бешкән икмәк, милли эсемлек — ҡымыҙ һәм сәк-сәк менән ҡаршы алдылар. Шунда уҡ район мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡуйылған һабантуй күренешендә Ғаилә йылына арналған композициялар, ғаилә династиялары күрһәтелде, “Килен төшөрөү” тамашаһында милли йолалар сағылды. “Һабантуй — 2018” байрамы флагын күтәреү хоҡуғы Н.А.Дроздь (оператор, “Нива”) һәм Х.Ғ.Хәсәновҡа (тракторсы, “Швейкина Г.И.”) бирелде.
Район хакимиәте башлығы Александр Комзалов йыйылыусыларҙы ошо хеҙмәтте данлаусы оло байрам менән ҡотланы, һабантуйҙың яҡшы үтеүен теләне, уңыштарыбыҙҙы барланы, ҡаҙаныштарҙы уңғандарыбыҙҙың көндәлек тырыш хеҙмәте менән бәйләне.
Артабан Александр Анатольевич “Һабантуй — 2018” байрамы уңайынан һәм оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәттәре өсөн “Үҙәк” МТС-ының “Нива” хужалығы (Ҡыҙыл Еҙем) эшселәре А.А.Жаворонков (ферма мөдире), А.В.Киселев (тракторсы-машинист), крәҫтиән – фермер хужалыҡтары етәкселәре Ю.К.Кузнецов, Р.З.Ниғәмәтйәнов һәм А.И.Усмановаға район хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙҙарын, яҙғы сәсеү эштәре йомғаҡтары буйынса алдынғыларҙы билдәләп, Ауырғазы күп профилле колледжының Архангелдәге филиалы мастеры А.А.Антипин һәм 2-се курс студенты М.А.Матюшинға БР Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хаттарын, агрокомплекс системаһында оҙайлы йылдар намыҫлы хеҙмәттәре өсөн Ғ.Ғ.Ильясов (көтөүсе, “Инйәр”), А.Ә.Иманғәлина (һауынсы, “Швейкина Г.И.”), А.И.Крамин (тракторсы, “Палаксова Н.Р.”), Т.П.Кудисова (һауынсы, “Сабитов А.Х.”), И.В.Лубин (тракторсы, “Нива”), В.Н.Усков (тракторсы, “Сабитов А.Х.”), К.В.Фәйзуллинаға (һауынсы, “Швейкина Е.А.”), йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыуҙары өсөн П.В.Пискунов (шәхси эшҡыуар), Ф.Р.Сәхибзадаева (район ҡулланыусылар йәмғиәте рәйесе), С.Әхмәтоваға (Абҙан мәктәбе уҡыусыһы) район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһына 100 йыл тулыуға арналған “Тарих биттәре” фестиваль – марафоны сиктәрендә Архангел районының презентацияһын ойоштороу һәм уҙғарыуҙа ярҙам күрһәтеүселәр Ғ.С.Иштуғанованы (БР Халыҡтар дуҫлығы йорто режиссер - ҡуйыусыһы) район хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙы, И.А.Батыргәрәев (“Башҡортостан” телерадиокампанияһы хәбәрсеһе), Р.Р.Лоғаманов (халыҡ милли инструменттар оркестры артисы),З.М.Рәшитова, Р.М.Хәсәнов (Өфө ҡала мәҙәниәт һарайы йырсылары), З.Х.Хөсәйенованы (Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы) Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
Сығыш яһаусы ҡунаҡ — Башҡортостандың иҡтисад үҫеше министры урынбаҫары Людмила Мезанова байрам ыңғай тәьҫораттар менән иҫтә ҡалһын, көс өҫтәһен, яңы уңыштарға ҡанатландырһын, һәр йортҡа именлек, татыулыҡ, тыныслыҡ һәм бәхет килтерһен тип теләне, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың, Хөкүмәттең ҡотлау сәләмдәрен еткерҙе. Агрокомплекс системаһында оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр хеҙмәт көсө түккән Н.А.Дроздь (оператор, “Нива”), Р.Ҡ.Кинйәбулатов (эшсе, “Инйәр”), А.Х.Сабитов (КФХ етәксеһе), У.К.Яҡшыбаевты (идарасы, “Нива”) БР Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләне.
Башҡортостан Республикаһынан РФ Дәүләт Думаһы депутаты Рафаил Зиннуров күгебеҙ аяҙ булһын, балаларыбыҙ һөйөндөрөп торһон, көҙөн бураларыбыҙ мул уңыш менән тулһын тигән изге теләктәрен белдерҙе. Артабан ҡотлау сәләмдәренә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты В.Ә.Ғимазетдинов, Архангел районы яҡташлығы йәмәғәт ойошмаһынан В.Т.Шәрәфетдинова, район Советы рәйесе Р.М.Рәхмәтуллин ҡушылды. Улар тарафынан хеҙмәт, спорт һәм уҡыу алдынғылары, йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашыусылар тәбрикләнде. Шулар иҫәбендә район Советының Маҡтау ҡағыҙҙарын алыусылар — КФХ етәкселәре У.Х.Абдуллин һәм Х.З.Ғәлин, “Швейкина Г.И.” хужалығы тракторсыһы Х.Ғ.Хәсәнов бар.
Байрамдың тантаналы өлөшөн район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең, һәүәҫкәр артистарҙың сағыу концерты дауам итте. Район хакимиәте башлығы оҙатыуында һабантуй ҡунаҡтары тирмәләргә юлланды.
Тирмәләрһеҙ һабантуй һабантуй буламы һуң, элек-электән ат сабышы, милли көрәш менән бер рәттән аҡ тирмәләр һабан байрамының алыштырғыһыҙ бер өлөшөнә әйләнгән бит инде! Ауыл биләмәләре, предприятиелар һәм ойошмалар ҡуйған 15 ҡунаҡ тирмәһе үҙҙәре бер урам булып ялан буйлап теҙелде һәм байрамдың төп биҙәгенә әүерелде.
Уларҙың эргәһенә яҡын килеү менән танауға усаҡ, яңы бешкән ит еҫе килеп бәрелә. Бер рәткә теҙелгән биләмәләрҙең һәр береһе асыҡ һауа аҫтында ойошторолған этнография музейын хәтерләтә. Уларҙың эсенә инһәң, урап сыҡҡыһыҙ. Һәр ерҙә сағыу балаҫтар, ҡорама-түшәктәр, боронғо әйберҙәр күҙҙең яуын ала, өҫтәлдәр һый-ниғмәттән һығыла.
Биләмәләр быйыл да үҙҙәренең әүҙемлектәре менән айырылып торҙолар. Тирмәләрен сынъяһау итеп ҡороуҙан тыш, үҙҙәренең ҡаралтыларының эсен зауыҡ менән милли рухта биҙәп, бай йөкмәткеле тамашалары менән хайран итте. Йылдағыса тирмә хужалары бер-береһен уҙҙырып, сәмләнеп әҙерләнгән: күҙҙең яуын алырлыҡ ҡул эштәренән, музей ҡомартҡыһы булырлыҡ боронғо әйберҙәрҙән төҙөлгән күргәҙмәләр, ата-бабаларыбыҙҙың кәсептәрен, көнкүрешен сағылдырыусы балыҡсылыҡ, һунарсылыҡ, йылҡысылыҡ, умартасылыҡ һәм солоҡсолоҡ мөйөштәре бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Милли аш-һыуҙарҙың да ниндәйҙәре генә юҡ ине! Ҡунаҡсыллыҡ тураһында әйтеп тә тораһы түгел, хужалар килгәндәрҙе ҡымыҙ, икмәк-тоҙ менән ҡаршылап, йыр-бейеү менән дә һыйланы.
Оҙондар ауыл биләмәһе йылдағыса зауыҡлы биҙәлеше менән иғтибарҙы яуланы. Милли кейемдәрҙәге ағай-апайҙар сараға ихлас әҙерләнгән. Орловкалар келәм, таҫтамалдар һуғыу шөғөлөн һүрәтләгән. Инйәр туҡталышы — ҡортсолоҡто, сыуаш йортон, Ҡыҙыл Еҙем — ауыл хужалығын, боронғо рус избаһын, Архангел — спорт тормошон, Баҡалды — туризмды, Абҙан — һунарсылыҡты, Ырныҡшы ауыл ихатаһын сағылдырһа, тәүәкәстәр һәм арх-латыштар ҡатын- ҡыҙҙарҙың ҡул эштәренә өҫтөнлөк биргән. Район мәҙәниәт йорто Ғаилә йылы темаһын кәүҙәләндереп, татыу сиған ғаиләһен сағылдырҙы. Липовка тирмәһе ғәҙәттәгесә Башҡортостан үҫемлектәре күргәҙмәһен урынлаштырған. 60-лап төр шифалы үҫемлектәрҙән аҙыҡ продукцияһы етештереүсе И.Алексеев крәҫтиән-фермер хужалығы Башҡортостандың ғына түгел, шулай уҡ Рәсәйҙең эре предприятиеларын тауар менән тәьмин итә.
Спорт майҙансыҡтарында ҡунаҡтарға йола буйынса ат сабышы, көрәш, футбол, волейбол, гер күтәреү, һырғауылға үрмәләү һәм башҡа халыҡ уйындарында ҡатнашыу мөмкинселеген алды.
Келәмдә үҙҙәренең көсөн һәм сослоғон һынап ҡарарға теләүсе баһадирҙар ағымдағы йылда ла күпләп йыйылды. Көрәшселәр өс төр ауырлыҡ категорияһында үҙ-ара көс һынашты. 65 килограмға тиклем ауырлыҡта В. Абдуллин (Убалар) – беренсе, Илшат Абдуллин (Ҡауарҙы, Ғафури районы) – икенсе, Николай Коробов (Архангел) өсөнсө урын яуланы.
90 килограмға тиклемге ауырлыҡта Айгиз Әбсәләмов (Аҡташ, Ғафури районы) иң көслөһө булһа, Рәфил Оразов (Заря) – икенсегә, Илдар Ғәлин (Максим Горький) өсөнсөгә сыҡты.
90-дан юғары ауырлыҡ үлсәмендә һабантуй ҡунаҡтары үҙ-ара бил быуҙы. Нур Бәширов (Максим Горький) келәмдә барыһын да еңеп, еңеүсе исеменә яуланы. Ғафури районы Ҡауарҙы ауылынан Рифат Исхаҡов – икенсе, Айбулат Хужаев (Архангел) – өсөнсө. Бәйгенең абсолют чемпионы титулына өс баһадир дәғүә белдерҙе. Һөҙөмтәлә Нур Бәширов үҙ ҡумтаһына күберәк мәрәй туплап, тәкәне елкәһенә һалды.
Һырғауылға үрмәләү - киң таралған мауыҡтырғыс ярыш төрө. Унда ҡатнашыусылар үҙҙәренең сослоғон, йылғырлығын һанап ҡараны.
Волейбол майҙанын да халыҡ уратып алды. Көйәрмәндәр үҙ командаларын ихлас алға әйҙәне. Шулай ҙа оҙайлы уйындарҙан һуң Абҙан командаһы беренселекте ҡулынан ысҡындырманы. Ғафури районы һәм Валентиновка йыйылма командалары ла яҡшы уйын күрһәтеп, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы яуланы.
Футбол майҙансығы ла гөрләне. Бында архангелдәр уңышлы сығыш яһап чемпион исемен яуланы, Ҡыҙыл Еҙем – икенсегә, Архангелдән “Студенттар” йыйылма командаһы өсөнсөгә күтәрелде.
Элек-электән ат сабыштары һабантуйҙың төп атрибуты һаналған һәм ул үҙ янына иң күп тамашасыларҙы йыйған. Быйылғы һабантуйҙа ла ат спорты ярыштары ҙур тамашаға әүерелде, ҡеүәтләү ауаздарынан, ярышыусыларҙың “һайтлауынан” имәнлек буйы яңғырап торҙо. Ниһайәт, һабантуйҙың төп биҙәге — ат сабышы башланды. Бәйгеләрҙә сапҡан аттарҙы күптәр ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтте.
Ауыл советтарынан һәм хужалыҡтарҙан килтерелгән ике тиҫтәнән ашыу арғымаҡ, төркөмгә бүленеп, старт һыҙығына баҫты. Ярыш барышын яҡындан ҡараусы көйәрмәндәр уларҙы ҡеүәтләне. Бәйгенең финал өлөшө айырыуса йәнле үтте. Финиш һыҙығына тәүгеләрҙән булып шәхси эшҡыуар КФХ “Усманова”ның (Арх-Латыш ауыл биләмәһе) атында Бикбаув Руслан елеп уҙҙы һәм ул бензобысҡы менән бүләкләнде. Унан саҡ ҡына ҡалышып шәхси эшҡыуар “Исламғолов”тың “Орлик” ҡушаматлы атында Нияз Зәйнуллин килеп етте һәм перфораторға хужа булды. Өсөнсө урынды Петр Иргизкин (“Азамат Шәрәфетдинов” КФХ-һы) яуланы. Уға дискалы бысҡы тапшырылды. “Сабитов” КФХ-ның “Зойка” ҡушаматлы атының һыбайлыһы Венер Гәрәев дүртенсе урынды яулап – дрель, шулай уҡ шәхси эшҡыуар “Баһауетдинов”тың “Чернушка” ҡушаматлы атында Рәвил Баһауетдинов бишенсе баҫҡысҡа күтәрелеп лобзик бүләген отто. Бынан тыш Рәсим Бикбулатов – иң йәш, Фәнил Уматҡолов – иң оло һәм Нурия Юмалина һоҡланғыс һыбайлы исеменә лайыҡ булды.