Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
16 Октябрь 2017, 15:09

Убалар ауылына – 70!

Тауҙар ҡосағына һыйынып ҡына ултырған бик матурауыл бар тыуған төйәгебеҙҙә. Хозур тәбиғәте менән генә түгел, эшһөйәр,эскерһеҙ, мөләйем һәм бик тә алсаҡ халҡы менән дә күңелде әсир итә. Һәр хәлдә,бында килгән һайын үҙем бөтмәҫ дәрт, илһам алып ҡайтам... Убалар тип атала ул.

Тауҙар ҡосағына һыйынып ҡына ултырған бик матур ауыл бар тыуған төйәгебеҙҙә. Хозур тәбиғәте менән генә түгел, эшһөйәр, эскерһеҙ, мөләйем һәм бик тә алсаҡ халҡы менән дә күңелде әсир итә. Һәр хәлдә, бында килгән һайын үҙем бөтмәҫ дәрт, илһам алып ҡайтам... Убалар тип атала ул. Бөгөн уға—70! Бер уйлаһаң, күп тә ғүмер түгел, ләкин ошо осор эсендә тарихта һиҙелерлек урын ҡалдырырға өлгөргән. Әйҙәгеҙ, ҡыҫҡа ғына үткәндәргә күҙ һалайыҡ.
Урман хужалығы цехы гөрләп тора. Эш тә, аш та бар, тигәндәй. Бригадирҙар Йәнешев Мазһар, Юлдашбаев Хөрмәтулла, Юламанов Сәғит һәм уларҙың барлыҡ эшселәре һәр саҡ хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. Таҡта бысыу цехында эш хатта ике сменала бара. Мастерҙар Хәкимов Фәрит, Йәғәфәров Минийәр, Юламанов Сәғит, Юлдашбаев Хөрмәтулла, Ғабдуллин Тимерхандың тырышлыҡтарын халыҡ әле лә онотмай. Участка начальниктары Желтов Никифор, Исхаков Мәзғүм, Абдуллин Хөснулла ағайҙарҙың етәкселегендә хеҙмәткәрҙәр ҙә һәр саҡ Почет таҡтаһынан төшмәй, иҫтәлекле бүләктәргә, төрлө дипломдарға һәм исемдәргә (социалистик ярыш еңеүселәре) лайыҡ була. Оҙаҡ йылдар ауыл халҡын аҙыҡ-түлек, көнкүреш кәрәк- яраҡтары менән тәьмин итеп тороусы һатыусылары Әбдрәшитова Әминә Миҙхәт ҡыҙына ла рәхмәтле убаларҙар.
Үкенескә ҡаршы, үҙгәртеп ҡороу елдәре был төбәкте лә урап үтмәй. Хужалыҡ тарҡала, алда – эшһеҙлек... Берәүҙәр ирекһеҙҙән сит яҡтарға сығып китһә, икенселәр, бар тырышлығын туплап, ергә һыйына : үҙ хужалыҡтарын киңәйтә, бал ҡорттары үрсетә, күпләп мал аҫрай, йәшелсә, емеш-еләк үҫтерә. Егәрлелер ниндәй генә шарттарҙа ла юғалып ҡалмай инде. Утын әҙерләп, бура бурап һатыусылар ҙа юҡ түгел. Матур, заманса йорттар һалыуысылар ҙа һоҡланыу уята. Әлеге көндә башланғыс мәктәп һаҡланып килә, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет һәм дә... ауыл тормошона йән өрөүсе ағинәйҙәр, “Гөлнәзирә” фольклор ансамбле бар. Бөгөнгө байрамды ойоштороп, уның хәстәре менән янып йөрөүселәр ҙә тап улар.
Эйе, бар ерҙә оло йәнлелек хөкөм һөрә. Ҡунаҡтар ҙа бихисап : ҡасандыр был ерҙә йәшәп китеүсе сал сәсле ветерандар, уларҙың балалары, ейәндәре, студенттар, Ғафури районынан вәкилдәр... Рус милләтенән булған ҡунаҡтарҙы күреп тәүҙә аптырашта ҡалһам, һуңынан аңлашылды. Баҡһаң, тыуып-үҫкән ерҙәрен һағынып, ашҡынып килгән икәндәр. Нисә йылдарҙан һуң бер- береңде, балалыҡ дуҫтарыңды күреп аралашыу шатлыҡлы ла, моңһоу ҙа...Һәр береһенең йөҙҙәрендә сағыла был хистәр.
Мәртәбәле ҡунаҡтарҙы милли аш-һыу менән ҡаршы алып, яуҙа ятып ҡалған яҡташтар иҫтәлегенә ҡуйылған обелискыға сәскәләр һалғандан һуң сараның тантаналы өлөшө башланды. Тәүге һүҙ район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғ. И. Төгөлбаевҡа бирелде. Ул йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыусы Йәнешев Әсҡәт, Абдуллин Ғайса һәм Йәнешев Айҙарҙы район хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләп, ауыл клубына үлән сапҡысҡа (триммер) сертификат тапшырҙы. Район Советы секретары Ф.Ф.Йортомбаев телмәр тотоп , ауыл старостаһы Миңнәхәт Йәнешев менән “Ағинәйҙәр ҡоро” етәксеһе Әлмира Юлманованы советтың Почет грамотаһы менән наградланы, мәктәпкә бүләк бирҙе. Шулай уҡ ауыл үҫешенә төрлө яҡлап ярҙам ҡулы һуҙыусы Әнүәр Кәримов тырышлығы ла лайыҡлы баһаланды. Ощо юлдар авторы ла ауыл халҡына йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәрен еткерергә ашыҡты. Уның бүләге ойоштороу комитеты менән үҙенең 70 йәшен билдәләүсе абруйлы ханым Әлмира Сәйетмырҙа ҡыҙына тәғәйенләнде.
Мәртәбәле ҡунаҡтар, заманында участка начальниктары булған Слок Игорь Анатольевич менән Казаков Николай Федорович үҙ сығыштарында хәтирәләргә бирелеп, тарихҡа байҡау яһанылар, күңелле лә, тынғыһыҙ ҙа хеҙмәт осорон иҫкә алып, урман эшселәренең фиҙакәрлегенә ихлас күңелдән һоҡланып, рәхмәт белдерҙеләр.
—Ул замандағы кеүек бар көсөн һалып, ваҡыт менән иҫәпләшмәйенсә эшләүселәр бармы икән хәҙер? Нескә генә ҡатын- ҡыҙҙарҙың ирҙәр менән бер рәттән ағас эшкәртеү цехында ал- ял белмәй тир түгеүенә хайран ҡалырлыҡ бит. Бөгөн таныш йөҙҙәрҙе, улаҙың матур донъя көтөүен күреп һоҡландым! Бер туғандай татыу һәм берҙәм булдыҡ беҙ. Бер ваҡытта ла бирешмәйенсә, гел шулай алға барығыҙ, минең өсөн ҡәҙерле хеҙмәттәштәрем!- тине Игорь Анатольевич.
Арх-Латыш ауыл хакимиәте башлығы Т.И.Галина төрлө номинациялар буйынса иң- иңдәрҙе билдәләп, уларға дипломдар һәм бүләктәр биреп ҡыуандырҙы. Ихаталарын гөл-сәскәгә күмеп, матур йорттар һалып, тәрбиәле балалар үҫтереп, ергә берегеп йәшәүселәр ҡотайта ауылды. “Минең байлыҡ- уҙған йылдарым” номинацияһына Исхаков Фидат лайыҡ булды. “Бәхетле ғаилә” (күп бала тәрбиәләүселәр)—Нәфисә менән Рауил Ниғмәтуллиндар, Гөлназ һәм Азамат Абдуллиндар, Ләйсән Мәзитова менән Александр Кисилев, “Күркәм ғаилә”—Әминә һәм Тимерйән Әбдрәшитовтар, Зилиә һәм Усман Рамазановтар, “Ихлас”—Әнүәр Кәримов, “Сәхнә балҡышы”- “Гөлнәзирә” төркөмө, “Иң матур баҡса”—Әнисә Вәлиева, “Яңы йорт”—Эльвира менән Айгиз Йәнешевтар, “Иң матур йорт”—Тәнзилә менән Миңнәмер Йәнешевтар, Таңсулпан һәм Миңнәмер Абдуллиндар, Әхмәр менән Миңнесара Исхаковтар, “Ер һәм кеше”—Миңнесур һәм Тимерхан Абдуллиндар .
Артабан Йәнешев Миңнәхәт ауыл тарихы менән ентекле таныштырып уҙҙы.
Ҡотлауҙар дауам итте. “Гөлнәзирә”ләрҙең дәртле йырҙары күңелде күтәрһә, Өмөтбаевтар ғаиләһе (Закир, Вәлимә һәм Айзирәк) сәхнә күрке булды. Өфө сәнғәт академияһы студенты Инсаф Абдуллиндың сығышы ла дәррәү алҡыштарға күмелде.
Мәктәп балаларына, ҡырҙан килеүсе ҡунаҡтарға сығыш яһау мөмкинлеге бирелде. Сараны ойоштороуға ҙур өлөш индереүселәр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалманы, һәр береһенә Рәхмәт хаттары тапшырылды. Улар — Әлмира Юламанова, Урал Абдуллин, Тимерйән Әбдрәшитов, Алексей Желтов, Әнүәр Кәримов, Әсхәт, Миңнәхәт, Миңлеәмир Йәнешевтар, Рәмзиә, Тәнзилә Йәнешевалар.
Уйын- көлкө, йыр-моң көнө буйы дауам итте. Ауылдаштар бер- береһе менән аралашып туғанлыҡ хистәрен яңыртты, нәҫел ептәрен барланы, үткәндәргә ҡайтып, йылы хистәр кисерҙе. Уларҙың барыһын да тыуған ергә һөйөү берләштерҙе. Ошонан да ҙурыраҡ бәхет бармы икән?!
Ауыл яҙмышы – милләт яҙмышы. Убаларҙар кеүек тырыш, ергә йәбешеп ятып донъя көтөүселәр йәшәтә ауылдарыбыҙҙы. Һәр саҡ мөрйәләрҙән төтөн сығып торһон, яңы бешкән икмәк еҫе танауҙы ҡытыҡлаһын, урам буйҙары балаларҙың шат тауыштарына күмелһен, ихаталар тулы мал булһын, өҫтәлдәрҙән ризыҡ өҙөлмәһен, ситтәгеләр йышыраҡ ҡайтып торһон, иң мөһиме, сабыйҙар күпләп тыуһын – шул саҡта 80, 100,150 һәм тағы ла бихисап юбилейҙарҙы уҙғарырға насип булыр Убалар халҡына.
Читайте нас: