Илгә ауыр саҡта ил терәге булырҙай, көслө рухлы райондаштарыбыҙҙың күплегенә хайран ҡалырлыҡ.
— Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса эшмәкәрлек кәрәк кенә түгел, ә әүҙемләштерелергә тейеш. Махсус операцияла ҡатнашыусы – ул хәҙер төп кеше һәм беҙ уның өсөн барыһын да эшләргә бурыслыбыҙ, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров 3 декабрҙәге “Тура бәйленеш”тә.
Фәйез Йортомбаев, район Советы секретары:
— Беҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың һәм һәләк булған һалдаттарҙың ғаиләләренә бөтә ярҙам сараларын күрһәтеүҙе дауам итәбеҙ. 2025 йыл Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы тип иғлан ителеүе бик урынлы.
Илебеҙҙә махсус хәрби операция шауҡымы ҡағылмаған ғаилә ҡалмағандыр. Элек Бөйөк Ватан һуғышы тураһында шулай һөйләй торғайныҡ, әле үҙебеҙ шул ваҡыттағы күңелһеҙ хәлдәрҙе ҡабат кисерәбеҙ. Ир-егеттәребеҙҙе яуға оҙатҡан һайын йөрәктәр һыҡрай. Сөнки һуғышҡа барыу, туй туйлау түгел.
Илгә ауыр саҡта ил терәге булырҙай, көслө рухлы райондаштарыбыҙҙың күплегенә хайран ҡалырлыҡ. Тыныс тормошта уларға бөтөнләй иғтибар итмәгән, кеше араһында мин-минләнмәй, айырылмай шым ғына генә йәшәп ятҡан ябай яҡташтарыбыҙ ысынбарлыҡта шундай ҡыйыу, арыҫлан йөрәклеләр икән.
Һүҙем Убалар ауылынан махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән хеҙмәт итергә киткән тағы бер яугир хаҡында. Рифат Булат улы Йәғәфәров 1962 йылда Убалар ауылында тыуған. 1984 йылда Тәүәкәс ауылы һылыуы Динә Әхмәт ҡыҙы менән өйләнешәләр. Ғаилә башлығы урындағы леспромхозда тракторсы булып тир түгә. Хужалыҡ тарҡалғас, ҡырҙа эшләй. Йәғәфәровтар өс бала тәрбиәләп үҫтерә: Гөлдәр, Резеда һәм Вадим.
Урта йәштәге, ҡаҡса кәүҙәле, теремек ир-уҙаманын мин былтыр йәй үҙәк район дауаханаһында осраттым. Ҡағыҙҙар тотоп, ҡабалана-ҡабалана кабинеттар буйлап йөрөгән ағай мин сират көтөп торған кабинет эргәһенә килеп баҫты. Ҡулындағы ҡағыҙына күҙ һалдым, унда СВО тигән яҙыу бар ине. Башымдан “Әллә һуғышҡа китергә йөрөй инде? Йәш тә түгел бит әле”, — тигән уй йүгереп үтте. Эйе, был кеше Рифат ағай һәм ул МХО-ға барыу өсөн хәрби комиссариат йүнәлтмәһе буйынса медосмотр үтеп йөрөгән булған.
— Украина менән бәрелеш башланғас, телевизорҙан шул хәл-ваҡиғалар тураһында тапшырыуҙарҙы тыныс ҡарай алмай, ҡулдарын йоҙроҡлап, тегеләрҙе әрләп ултыра торғайны. Бер заман “Мин СВО-ға китәм”, — тип хәбәр һалмаһынмы. Башта ысынға алманым, ҡыҙыу кеше бит, һыуыныр әле, тинем. Ул да булмай ирем комиссариатҡа барып, документтарын туплай башлаған. Йөрөмә, тип ҡырҡа ҡаршы тороуым бушҡа булды, ул 2023 йылдың 7 авгусында сығып китте. 9 август бер төркөм һалдаттар менән Өфөнән оҙаттыҡ. Ғинуарҙа ялға ҡайтҡанда уң ҡулы йәрәхәтләнгәйне. Екатеринбургта ике ай самаһы госпиталдә дауаланды, артабан кире һуғышҡа юлланды.
Тегендәге хеҙмәте тураһында бик һөйләмәй. “Ягуар” һәм “Батя” тип йөрөтәләр уны. “Йәш кенә егеттәр, ҡайһы берҙәре бөтөнләй бала-саға, шулар һуғышып йөрөгәндә, ни намыҫың етеп өйҙә ятаһың. Мин уларға атай урынына, миңә “атай” тип өндәшәләр”, — тип шылтыратып, өйҙән сығып киткәненә аҡланды.
Быйыл иремә 62 йәш тулды. Оло һалдат булыуға ҡарамаҫтан, заданиеларҙа үҙен һынатмай. Уң ҡул менән дә, һулаҡайы менән дә оҫта ата. Шуға уны снайперға күсерҙеләр. “Дошмандарҙы йәлләмәйем, ҡулдарын күтәреп сыҡһалар ҙа ышанмайым. Шулай ҡыйланып, күпме беҙҙең егеттәрҙең башына еттеләр”, — тип бер әсенеп әйтеп һалды. Ялда булғанда эшһеҙ тормай. “Миңә ауыл эше танһыҡ”, — тип аҙбарға ла инеп китә, утын ярып, ағас эштәре менән булыша.
“Донъябыҙ ҙа Аллаға шөкөр теүәл, балалар ҙа үҙаллы йәшәй. 60 йәшкә етеп ниңә генә шунда юлланды икән?” — тип өҙгөләнәм. Алланан ир-егеттәребеҙҙең иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын көнө-төнө теләйем, — тип күҙҙәре йәшләнеп һөйләне Динә Әхмәт ҡыҙы.
Ил яҙмышы ирҙәр иңендә. Фронтта йәш һалдат та, олоһо ла тиң хоҡуҡта. Тик өлкәндәренә йәштәр ныҡ йәл.
Һуғыш — ҡот осҡос нәмә. Аллаһы Тәғәлә беҙгә, балаларыбыҙға, ейәндәребеҙгә һәм бүләләребеҙгә уны күрһәтмәһен, ерҙә тыныслыҡ булһын.
Дилара Янбаева.
Фото — ғаилә архивынан.