Инйәр
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Декабрь , 21:37

“Телебеҙ яҙмышына битараф ҡалмайыҡ”

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезы үтә

“Телебеҙ яҙмышына битараф ҡалмайыҡ”
“Телебеҙ яҙмышына битараф ҡалмайыҡ”

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезы үтә. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм илдәрҙән 800-ҙән ашыу делегат йыйылды. Бөгөн, 13 декабрҙә, унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

- Беҙ Ҡоролтайға бик ҡатмарлы, ысынында, тарих өсөн һынылыш мәлендә йыйылдыҡ. Бөгөн Ватаныбыҙ, һәр беребеҙ өсөн ауыр һынауҙар осоро. Бер яҡтан был төп нәмә тураһында уйланыу һәм бар ҡеүәтебеҙҙе еңеүгә  йүнәлтеү өсөн иң ҡулайлы ваҡыт, - тине республика етәксеһе форумда ҡатнашыусыларҙы сәләмләп. - Беҙҙең маҡсат - күп милләтле Башҡортостандың именлеген һәм яҡты киләсәген тәьмин итеү. Башҡортостанда,  унан ситтә башҡорт телен, үҙенсәлекле мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү - изге бурысыбыҙ, - тип өҫтәне ул.

VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты,  район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Джәлил Мөхәмәтйәров үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашып:

- Бөтә донъя башҡорттарының VI йыйыны ҙур ойошҡанлыҡ менән үтте. Уның эшендә Башҡортостан Республикаһы  Башлығы Радий Фәрит улының ҡатнашыуы сараға ҙур мәртәбә өҫтәне. Ҡоролтай ете секцияла эш  алып барҙы. Секцияларҙа халҡыбыҙ йәшәйешенә ҡағылған мөһим мәсьәләләр күтәрелде. Р.Хәбиров башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү темаһына айырым туҡталды. “Һуңғы биш йылда туған телде, мәҙәниәтте, тарихи хәтерҙе, йолаларҙы һаҡлау өсөн байтаҡ  эштәр башҡарылды. Ошо ауыр ваҡытта инвестиция, сәнәғәт, сәләмәтлек сәғәттәре менән бер рәттән милли телдәр сәғәттәрен дә үткәрҙем.  Минең өсөн улар, хатта иң мөһиме булып китте. Быға тиклем башҡорт телен һаҡлау мәсьәләләрен нисек хәл итергә икәнлеге аңлашылмай ине. Туған телһеҙ беҙ бер кем түгел, уны һаҡлау - мөҡәддәс бурыс”, - тине Башҡортостан Башлығы.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, республикала башҡорт телен үҫтереү өсөн  ышандырыу, телгә ихтирам тәрбиәләү юлынан киттеләр. Һөҙөмтәлә  хәл тамырынан үҙгәрҙе. Ысынлап та, яңы уҡыу йылында мәктәп уҡыусыларының 80 проценты тиерлек башҡорт телен дәүләт теле итеп өйрәнеүҙе һайлаған. Йыл һайын телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү өсөн гранттар бүленә. Быйыл 33 ойошмаға 50 миллион һум аҡса бирелгән. Улай ғына ла түгел, 25 проект башҡорт телен үҫтереүгә йүнәлтелгән. Полилингваль гимназиялар асыла. Башҡорт теленән йыл һайын үткәрелгән халыҡ-ара диктантты хәҙер донъяның төрлө мөйөштәрендә йөҙҙәрсә мең кеше яҙа. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды аша ла әүҙем эш алып барыла. Уның етәксеһе Гөлназ Юсуповаға рәхмәтле башҡорт телен пропагандалау буйынса бик күп мөһим проекттар уңышлы тормошҡа ашырыла, шул иҫәптән һанлы мөхиттә лә. Республика Башлығы балаларҙың туған телен бәләкәйҙән өйрәнеүен мөһим тип һанай.

– Был эш бөгөн 800-ҙән ашыу балалар баҡсаһында алып барыла, әммә беҙгә балалар өсөн башҡорт телен өйрәнеү алымдарын камиллаштырырға, уны ҡулайлы һәм мауыҡтырғыс итергә кәрәк. Бында Мәғариф һәм фән министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, М. Аҡмулла  исемендәге педагогия университеты, Мәғарифты үҫтереү институты берҙәм  эшләргә тейеш, — тине Радий Хәбиров.*Игорь Баринов*: *Илебеҙҙе һаҡлауҙа, уның бөгөнгөһөн төҙөүгә, киләсәген яҡлауға индергән ҙур өлөшө өсөн Башҡортостанға, башҡорт халҡына ҙур рәхмәт*

Игорь БАРИНОВ, Милләт эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе: 

Бөгөн нимәләр булғанын күреп тораһығыҙ. Дошмандарыбыҙ, оппоненттарыбыҙ этник, дини факторҙы иң нескә урын тип һанай һәм тап шул юҫыҡҡа "һуға", уларҙың төп эше тап эске сәйәси хәлде тотороҡһоҙландырыуға, махсус хәрби операцияға йәмәғәтселектең ярҙамын кәметеүгә йүнәлтелгән. Ә Башҡортостан һәр ваҡыттағыса берҙәмлек, тышҡы баҫымға ҡаршы тупланыу миҫалын күрһәтә. Мин үҙ сығышымда республикала төрлө халыҡтарҙың, төрлө дин вәкилдәренең татыу йәшәүе – бөтә ил өсөн өлгө булыуын әйтеп үттем. Халыҡтарҙы, илде ҡаҡшатырға теләүселәрҙең бер нәмә лә килеп сыҡмаясаҡ. Беҙҙә берҙәмлек, хәҡиҡәт һәм еңеү ҙә беҙҙең яҡта буласаҡ. Илебеҙҙе һаҡлауҙа, уның бөгөнгөһөн төҙөүгә, киләсәген яҡлауға индергән ҙур өлөшө өсөн Башҡортостанға, башҡорт халҡына ҙур рәхмәт!

Бөгөнгө йыйында башҡорт теле, халҡыбыҙ тарихы хаҡында бик күп аҡыллы һүҙҙәр яңғыраны.  Беҙ ҡоролтайҙан  дәрт, иртәгәһе көнгә ышаныс алып ҡайттыҡ. Телебеҙҙе һаҡлау, киләсәк быуынға тапшырыу бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған, шуға күрә башҡорт теленең яҙмышына битараф ҡалмайыҡ, - тине Джәлил Хәйҙәр улы.

Дилара Бәҙретдинова.

Альберт Рәхимов тарафынан ебәрелгән фото.

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: