Райондың коррекция-үҫтереү эштәре бүлеге базаһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һәм инвалид балаларҙы реабилитациялау, абилитациялау һәм уҡытыу өсөн өҫтәмә шарттар булдырыуға йүнәлтелгән “Үҙ ҡулдарың менән мөғжизәләр” инклюзив (сәләмәт балаларҙы һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы бергәләп уҡытыу) көршәксе оҫтаханаһы социаль проекты эшләй башланы.
Көршәксе оҫтаханаһы проекты, тәү сиратта, балаларҙың яңы күнекмәләр алыуына, белем даирәһен киңәйтеүенә йүнәлтелгән. Проектта инклюзия булдырыуҙың төп маҡсаттарының береһе — һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы социализациялауға һәм йәмғиәттә берләштереүгә ярҙам итеү, “үҙенсәлекле” баланы ижад процесына индереүгә уңайлы шарттар булдырыу.
Оҫтахананы асыу сараһында мәктәп уҡыусылары, ата-әсәләр, уҡытыусылар, “Ғаилә” район-ара үҙәгенең райондағы филиалы һәм коррекция-үҫтереү эштәре бүлеге хеҙмәткәрҙәре, БР “Ғаилә” үҙәге методисы, проекттың етәксеһе Зөлфиә Ардашева ҡатнашты.
— Беҙҙең проект “Изгелек ҡылыусылар” хәйриә фонды менән тормошҡа ашырыла. Балсыҡ терапияһы — балсыҡ ҡулланыуға нигеҙләнгән үҙенсәлекле арт-терапия техникаһы, ул балаларҙа эмоциональ һәм мускул көсөргәнешлеген кәметергә ярҙам итә, фекерләү процестарын үҫтереүгә булыша, физик торошон яҡшырта. Моторика үҫеше арҡаһында телмәр үҫеше процестары ла тиҙләтелә. Ул сабыйҙарҙың ижади мөмкинлектәрен тормошҡа ашыра. Дәрестәр барышында кескәйҙәр аралаша, балсыҡтан әйберҙәр яһағанда бер-береһе менән кәңәшләшә һәм уңыштарына шатлана.
Урында ошондай оҫтахананы булдырыуға район хакимиәте, район мәғариф бүлеге һиҙелерлек ярҙам итте. Йыл дауамында квартал һайын район мәктәптәрендә уҡыусыларҙың әҙер эштәренән күргәҙмәләр ойошторасаҡбыҙ. Графикка ярашлы, алыҫ тораҡ пункттарҙа йәшәгәндәр өсөн айына 2 тапҡыр күсмә оҫталыҡ дәрестәрен күрһәтеү ҙә ҡаралған. Ә дәрестәргә килгәндә, улар аҙнаһына ике тапҡыр уҙғарыласаҡ, — тип “Үҙ ҡулдарың менән мөғжизәләр” инклюзив көршәксе оҫтаханаһы социаль проектының эшмәкәрлеге менән таныштырып үтте Зөлфиә Фларид ҡыҙы.
Оҫталыҡ дәрестәре ике төркөмгә бүленеп тәҡдим ителде. Педагогтар башта “йәш көршәксе”ләрҙе балсыҡ төрҙәре, көршәксе һөнәре, балсыҡ менән эшләү алымдары менән таныштырҙы. Артабан барыһы ла балсыҡ һындар әүәләп ҡараны. Уҡыусыларға был эш оҡшаны. Ижади эшмәкәрлектең һөҙөмтәһе булып һәр кемдең өҫтәлендә үҙ ҡулдары менән яһалған ҡул эштәре барлыҡҡа килде. Ҡыҙҙар һәм малайҙар бер тауыштан киләһе дәрестәрҙең ҡасан үткәреләсәген һораны.
— Балалар фигуралар әүәләргә лә, балсыҡ менән уйнарға ла ярата. Бөгөн беҙ уларҙы ғына түгел, ә өлкәндәрҙе лә ҡыҙыҡһындыра алдыҡ, — тип шатлығы менән уртаҡлашты райондың коррекция-үҫтереү эштәре бүлеге етәксеһе Евгения Мерзлякова.
Дилара Бәҙретдинова.
Автор фотоһы.