Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы буйынса 2022 йыл Мәҙәни мираҫ йылы тип иғлан ителде. Башҡортостанда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағымдағы йылды Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы тип атарға тигән тәҡдим индерҙе.
Быйылғы йылды беҙ ҙә, “Мираҫ” төркөмө ағзалары, ғәҙәти булмаған, бығаса үткәрелмәгән өр-яңы байрам — “Яулыҡ байрамы” менән башлап ебәрҙек.
Мосолмандар донъяһында 1 февраль хижап көнө итеп билдәләнә. Белеүебеҙсә, башҡорт халҡының ҡатын-ҡыҙҙарына элек-электән ялан баш йөрөү тыйылған. Бала тыуғас та иң тәүҙә яулыҡ бәйләгәндәр, был иһә муйынын тотоу, дөрөҫ үҫешһен өсөн эшләнгән, артабан ҡыҙ бала унан айырылмаған. Яулыҡ ябыныу йолаһы бөгөн дә һаҡланып килә.
Яулыҡта йөрөү — хижаплы, бәрәкәтле булыуҙы аңлата, иман арта, медицина яғынан да хуплана. Сәсе ҡапланған ҡатын-ҡыҙ матур, йыйнаҡ һанала, башҡаларҙан айырылып тора, иғтибарҙы йәлеп итә, ихтирам тойғоһо уята. Иманлыҡты, тәүфиҡлыҡты, инсафлыҡты, тәрбиәлелекте аңлата. Ул йәй башҡа эҫе ҡағыуҙан, ҡышын һалҡындан, күҙ тейеүҙә һәм башҡа төрлө зәхмәттәрҙән аралай. Ошо ябай ғына әйбер иҫ киткес ҙур көскә эйә. Ул әхлаҡлы һәм иғтирамлы булырға өйрәтә.
Байрам барышында ҡунаҡтарҙы яулыҡтарҙың төрҙәре менән таныштырҙыҡ. Ойошторолған күргәҙмәләге күҙҙең яуын алған шәл яулыҡтар барыһында ла ҡыҙыҡһыныу уятты. Ябай яулыҡ, шәл яулыҡ, француз яулыҡ, ҡушъяулыҡ һәм башҡалар кисәбеҙҙе биҙәне. Уларҙың ниндәй туҡыманан яһалыуҙары хаҡында ла әйтелеп үтелде. Мәсеттәргә йөрәгәндә ябына торғандары тураһында ла мәғлүмәттәр бирелде, ипле итеп урау ысулдары буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтелде. Сара йыр-бейеүҙәр, таҡмаҡтар, шиғыр юлдары менән үрелеп барҙы. “Мираҫ” төркөмө ағзаларының “Эй, шәл яулыҡтары”, “Француз яулыҡ”, “Ҡушъяулыҡты ябынайым” таҡмаҡтары һәм башҡа сығыштары тамашасылар күңеленә хуш килде. Кисә тәмле сәй табыны артында дауам итте. Ауылдаштар байрамдан ҡәнәғәт ҡалып, йылы тәьҫораттар менән таралышты.
Яулыҡтарым төрлө-төрлө
Яулыҡтарым төрлө-төрлө
Береһен алам, берһен һалам.
Шул яулыҡтар араһынан
Иң-иңдәрен һайлап алам.
Күҙҙең яуын алып тора
Ағы, алы һәм күге.
Ҡәҙерле ул һәммәһенә лә
Яҡындарым бүләге.
Аҡ сәскәле шәл яулығым
Инәкәйем бүләге.
Төҫкөнәһе тип һаҡлайым
Мин уның иҫтәлеген.
Ҡыҙҙарым да бүләк итте
Сағыу сәскәле яулыҡ.
Иҫән генә булһындар тип,
Теләйем бәхет, һаулыҡ.
Ҡатын-ҡыҙ күрке ул яулыҡ
Әҙәплелек билдәһе.
Нәфислек һәм нәзәҡәтлек
Инсафлылыҡ билдәһе.
Яулыҡтарҙы ябынайыҡ,
Яулыҡ көсө — әхлаҡта.
Яулыҡлы ҡатын-ҡыҙҙарҙы
Һаҡлап торор фәрештә.
Оялырға һис кәрәкмәй
Яулыҡты ябыныуҙан.
Хоҙайымдың ҡөҙрәтенән
Һәм иманлы булыуҙан.
Әлмира Юламанова,
“Ағинәйҙәр” төркөмө етәксеһе.
Убалар ауылы.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.